Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
17 Июль 2019, 17:35

139 енәйәт күпмегә барып баҫҡан?

Өфөләге юғары уҡыу йорттарының береһендә белем биргән 49 йәшлек ҡатын оҙаҡламай суд алдында яуап тотасаҡ.

Фото: nral-meridian.ru
Фото: nral-meridian.ru
Юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларына нимә етмәй икән? Эштәре лә, хеҙмәт хаҡы ла яҡшы. Әммә еңел аҡса эшләү теләге барыһынан да көслөрәк.


Өфөләге юғары уҡыу йорттарының береһендә белем биргән 49 йәшлек ҡатын оҙаҡламай суд алдында яуап тотасаҡ. Ул ришүәт алыу буйынса 78 һәм хеҙмәттә алдашыу буйынса 61 осраҡта ғәйепләнә, тип хәбәр итәләр республиканың Тәфтиш комитетынан.
Кафедраның элекке доценты аралашсылар аша 2016 йылдың июненән 2018 йылдың июненә тиклем студенттарҙан зачет һәм имтихандар өсөн ришүәт ала. Барлығы 139 енәйәт асыҡланған.
Ике йыл эсендә ҡатын ришүәт рәүешендә 1 миллион 200 мең һумлыҡ аҡса алған.
Читайте нас: