Чанша ҡалаһындағы Үҙәк көньяҡ университетында Рәсәй – Ҡытай “Волга – Янцзы” йәштәр форумы асылды.
Был сара 2014 йылдан алып Рәсәйҙә һәм Ҡытайҙа сиратлап үткәрелеп килә. Быйыл Волга буйы федераль округынан 130 студент ҡатнаша, шуларҙың унауһы – Башҡортостандан.
Делегация составында – юғары уҡыу йорттарының алдынғы студенттары, спортсылар, йәмәғәт әүҙемселәре.
Форумдың һәр көнө ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булмаҡсы. Студенттарҙы, “түңәрәк өҫтәл”дәрҙән тыш, төрлө спорт ярыштары, уҡыу йортона, ҙур предприятиеларға һәм музейҙарға экскурсиялар көтә. Шулай уҡ улар ҡытай ғалимдарының лекцияларын тыңлай, опера театрына сәйәхәт ҡыла, Лилиан ҡалаһындағы керамика үҙәген күрә ала.
Форум 25 июлгә тиклем дауам итә.