Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
22 Июль 2019, 14:03

1 сентябрь тау артында түгел...

Республика Хөкүмәтендә белем биреү учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлеге тикшерелде.

Республика Хөкүмәтендә белем биреү учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлеге тикшерелде.


Әле 71 белем биреү объектын төҙөү һәм проектлау эше бара. Быйыл файҙаланыуға 21 белем биреү учреждениеһы – туғыҙ мәктәп һәм 12 күп функциялы белем биреү үҙәге – тапшырылырға тейеш. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин әйтеүенсә, әле ике проблемалы объект бар. Баҡалылағы 825 урынға иҫәпләнгән мәктәпте төҙөү барышының графиктан артта ҡалыуы билдәләнде. Әммә мәктәпте 1 сентябргә тапшырырға өлгөрөргә ниәтләйҙәр. Туймазылағы 5-се мәктәпте үҙгәртеп ҡороу өҫтәмә эш талап итеү һөҙөмтәһендә һуҙыла төшкән.


“1 сентябрҙе йыл да көтөп алабыҙ. Мәктәп биләмәләре төҙөкләндерелгән, юл билдәләре һәм светофорҙар тәртиптә булырға тейеш”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе Радий Хәбиров.


Фото: район хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: