Был хәл әллә ҡайҙа Америкала ла, йәки Англияла ла булмаған. Ә үҙебеҙҙә, Рәсәй төбәктәренең береһендә, атап әйткәндә, Һамар ҡалаһында килеп сыҡҡан.
Яңы уҡыу йылына кластарҙы әҙерләргә һөйләшкән ата-әсәләр балаларға өр-яңы парта алырға булып китә. Араларында, һәр ваҡыттағыса, үҙенең балаһын башҡаларҙыҡынан өҫтөн ҡуйырға теләгәндәр табыла. Был осраҡта беҙ уҡыған совет дәүере иҫкә төшөп, һөйөнөп ҡуяһың: Аллаға шөкөр, бер төрлө партала, кейемдә уҡыныҡ, әммә белем бирҙеләр. Һәр кем ҡулынан килгәнсә үҙен ғилем донъяһына әйҙәне.
Һамарҙың хәлле ата-әсәләре 1-се класҡа инер алдынан, имеш, һынауҙы уңышлы үткән балаларға уңайлы парталар алырға кәрәк, тигән ҡарарға килгән. Арала ошондай теләк белдергән ун ике ата-әсә табылған. Бер атай тороп баҫып, улай эшләргә кәрәкмәй, балалар бөтәһе лә бер тигеҙ, бер төрлө партала ултырһындар, тиһә лә, класс етәксеһе, мәктәп етәкселеге исеменә хат яҙып, бай ата-әсәләр үҙ балаларына ғына иҫ китмәле яңы парталар алырға рөхсәт алған. Улар шулай эшләгән дә.
Әммә “балалар бөтәһе лә бер тигеҙ, бер төрлө партала ултырһындар”, тигән атай кеше үҙе лә ярлыларҙан булмай сыҡҡан. Ул тотҡан да ҡалған ун өс балаға креслолары әйләнеп торған, бер нисә тартмаһы булған яңы стилдәге заманса парталар килтереп ҡуйған.
Бына киткән ватсапта бәхәс: имеш, ул атай башҡа балаларҙы кәмһетә!
Хөрмәтле замандаштар, беҙҙең арала ла бар бит ана шундай үҙенең бер көнлөк байлығы менән маһайғандар. Барыһы ла иманһыҙлыҡтан килә. Һаҡ булайыҡ кеше күңелен, бала күңелен рәнйетеүҙән. Башҡорт халыҡ йыры “Кәмәлекәй буйы”, әйткәндәй, – тап Һамар башҡорттарыныҡы. Унда шундай юлдар бар: “Кешеләрҙән кеше, ай, кәм түгел, Тик бәхеткәйҙәре тиң түгел...”. Кешеләрҙән кеше кәм түгеллеген онотмайыҡ! Һамарҙың баяғы мәктәбе ата-әсәләре был башҡорт халыҡ йырын белмәй шул.