Сирек быуаттан ашыу һайлаған һөнәренә тоғро.
Бала саҡтан яратып һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, бар ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған Гөлшат Ғизетдинова – ысын мәғәнәһендә оло йөрәкле, үҙ эшен ныҡлы белгән, тәжрибәле уҡытыусыларҙың береһе. Хеҙмәт кенәгәһендә лә бер генә яҙыу – үҙе 25 йыл эшләгән Ташбулат урта мәктәбенә эшкә алыныуы хаҡында.
Әбйәлил районының йәмле Күсем ауылында тыуып үҫкән Гөлшат бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыяллана. Мәктәп йылдарында рус һәм башҡорт телдәре, әҙәбиәт дәрестәрен айырыуса ярата. Бигерәк тә инша яҙырға, шиғырҙарҙы яттан һөйләргә әүәҫ була. Ташбулат урта мәктәбен уңышлы тамамлағас, документтарын Башҡорт дәүләт университетына тапшыра.
Ул ваҡытта юғары уҡыу йортоноң башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына йәштәрҙең эркелеп килгән осоро булғанлыҡтанмы, бер урынға биш-алты абитуриент дәғүә итә. Уҡырға инер өсөн Гөлшатҡа ни бары ярты балл ғына етмәй. Тәүҙә юғалып ҡала, күҙҙәренә йәш килә, аҙаҡ үҙен ҡулға алып, киләһе йыл мотлаҡ уҡырға инергә тигән маҡсат ҡуя. Көҙгә ошо уҡ уҡыу йортоноң әҙерлек бүлегенә документтарын тапшыра һәм, бар тырышлығын һалып, белем эстәргә тотона.
Тәү ҡарашҡа баҫалҡы күренгән Гөлшат Хәҙис ҡыҙының булмышындағы ныҡлығы үҙ-үҙен тотоуҙа һәм ҡараштарында сағыла. Күп һөйләргә лә яратмай, әммә бер әйтһә – тураһын әйтә, һүҙ бирһә – вәғәҙәһендә тора. Тап ошо сифаттары һөҙөмтәһендә тырыш ҡыҙ киләһе йыл иң юғары балл менән Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Студент йылдарында ла бик дәртле була: тырышып белем ала, төрлө йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша, театр сәхнәһендә барған спектаклдәрҙе ҡалдырмай йөрөргә тырыша, китапханаларҙан ҡайтмай, әҙәбиәт уҡый.
Мәктәп йылдарынан дуҫлашып йөрөгән Ташбулат ауылы егете Мөнир Ғизетдинов менән сәсен сәскә бәйләй. Тормошҡа сыҡһа ла, уҡыуын ташламай, төркөмдәштәре менән бергә диплом ала. 1994 йылда юғары белемле филолог Гөлшат Хәҙис ҡыҙы Ташбулат урта мәктәбенә йәш белгес булып эшкә ҡайта. Шул ваҡыттан алып бөгөнгә тиклем балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән мөғәллимәнең йылдар үткән һайын тәжрибәһе арта, ижад ҡомары уяна. Ул төрлө һәнәри конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, уҡыусылары район, республика олимпиадаларында призлы урындар яулай, дәүләт имтихандарын уңышлы тапшыра. Гөлшат Ғизетдинова – бөгөн районда алдынғы ҡарашлы, үҙ эшен яратҡан, һөнәри үҫешкә заманса алымдар менән атлаған тәжрибәле, абруйлы уҡытыусыларҙың береһе.
Милли мәктәптә уҡыусыларға рус теленең нескәлектәрен өйрәтеү, Пушкин, Лермонтов әҫәрҙәренә ҡарата һөйөү тәрбиәләү уҡытыусынан ҙур оҫталыҡ һәм ныҡышмалылыҡ талап итә. Рус классик яҙыусыларының әҫәрҙәре аша йәш быуында илһөйәрлек, ватансылыҡ сифаттары тәрбиәләүҙә лә уның роле баһалап бөткөһөҙ.
– Дәрестәрҙә уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыу өсөн төрлө алымдарҙы ҡулланам. Интернет заманында ҡулдарынан планшет, смартфон төшмәгән уҡыусыларға ҡасандыр беҙ уҡыған ҡалын-ҡалын томлы китаптар ҙа, уларҙың геройҙары ла ҡыҙыҡ түгел. Шуға күрә һәр дәресте үҙенсәлекле итеп әҙерләү, заман технологияларын ҡулланыу, әҙәби әҫәрҙең йөкмәткеһен презентациялар, киноларҙан өҙөктәр аша тәҡдим итеү ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Баланың хатаһыҙ яҙыуы уның китап уҡыуынан тороуын бер кем дә инҡар итә алмайҙыр, моғайын. Был йәһәттән үҙемдең йылдар буйы туплаған тәжрибәм дә шуны күрһәтә, шуға күрә уҡыусыларҙы әҙәби китап уҡыуға йәлеп итеү өсөн төрлө ярыштар үткәрергә тырышам, уларҙы даими дәртләндереү ҙә ҙур һөҙөмтә бирә. Күпселек осраҡта гуманитар фәнгә ынтылыштары булған балалар менән айырым шөғөлләнәм. Уларҙың һәләтен ваҡытында күреп, ярҙам итеп ебәргәндә, тап шул уҡыусылар, төрлө бәйгеләрҙә, олимпиадаларҙа, конференцияларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Бөгөн уҡытыусы өсөн дә, уҡыусыларға ла үҙ-үҙеңде үҫтереү яғынан мөмкинлектәр ифрат күп. Интернет аша төрлө конкурстарҙа ҡатнашабыҙ, викторина һорауҙарына яуап бирәбеҙ, тестар эшләйбеҙ. Былар баланың артабанғы үҫешенә һәм белем алыуына ҙур йоғонто яһай. Бөйөк рус телен ныҡлап өйрәнергә һәм уны камил белергә теләүселәрҙең булыуы һөйөндөрә, – ти әңгәмәсем.
Ысынлап та, Гөлшат Хәҙис ҡыҙы – районда тәжрибәле уҡытыусыларҙаң береһе. Уҡыусыларҙың яҙма һәм һөйләү телмәрен, логик фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә ул. Төрлө әкиәт йәки әҙәби әҫәрҙән өҙөк сәхнәләштереү булһынмы, иң яҡшы шиғыр һөйләүсене асыҡлаумы, иң хатаһыҙ диктант, иң йөкмәткеле инша яҙыу буйынса конкурстармы – даими үткәреп тора һәм унда уҡыусылар бик теләп ҡатнаша, шуға күрә IX–XI кластарҙан һуң рус теле һәм әҙәбиәтенән имтихан биреүселәрҙең күбеһе яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Әлбиттә, уҡытыусының был еңеүҙәре бер көндә генә яуланмаған, улар – йылдар дауамындағы тынғыһыҙ һәм ныҡышмалы хеҙмәт емеше.
Гөлшат Ғизетдинова үҙе лә уҡытыусылар менән тәжрибә майҙансығында тығыҙ бәйләнеш булдырған: асыҡ дәрестәр күрһәтә, эш алымдары, үҙенең бай тәжрибәһе менән уртаҡлаша, йәш коллегаларына кәңәштәр бирә, методик ярҙам күрһәтә. Күп йыллыҡ хеҙмәт дәүерендә бай тәжрибә туплаған, алдынғы уҡытыу алымдарын үҙләштергән беренсе категориялы уҡытыусы төрлө маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.
Күп тапҡыр класс етәксеһе лә була ул. Ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу, класс менән мәктәптә үткәрелгән төрлө сараларҙа ҡатнашыу булһынмы, “тимурсы”лар командаһын ойоштороумы – һәр сараның башында әйҙәүсе булып тора. Уҡыусылар менән уртаҡ тел табып, кәрәк саҡта уларға кәңәшсе лә, өлкән апай ҙа була белә.
Эшендә генә түгел, тормошонда ла бәхетле ул. Мөнир Иштимер улы менән ике ҡыҙ һәм ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Оло ҡыҙҙары Нәркәс Ғаяз кейәүе менән Айзидә исемле ҡыҙ үҫтерә, Рияз улдары Башҡорт дәүләт нефть техник университетында белем ала. Нурзидә менән Ансар әле мәктәптә уҡый. Яңы уҡыу йылын тәжрибәле уҡытыусы йыл һайын түҙемһеҙлек менән көтөп ала. “Бар күңелеңде, йөрәгеңде һәм булмышыңды һалған хеҙмәт кенә үҙенә тарта һәм саҡыра”, – ти Гөлшат Хәҙис ҡыҙы.