Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
2 Август 2019, 23:09

Өләсәйҙәр ҙә хәҙер интернет аша хат яҙа белә

15 йәшлек Данил Хомяков бына инде ике йыл балалар йортонда йәшәй. Һеңлеһен өләсәһе тәрбиәләй. Был малайҙың нисек кенә йәйге каникулға яҡындары янына ҡайтҡыһы килһә лә, опека органдары уның теләгенә ҡаршы килгән, имеш, бик күп документ йыйырға кәрәк.

rb7.ru
rb7.ru
15 йәшлек Данил Хомяков бына инде ике йыл балалар йортонда йәшәй. Һеңлеһен өләсәһе тәрбиәләй. Был малайҙың нисек кенә йәйге каникулға яҡындары янына ҡайтҡыһы килһә лә, опека органдары уның теләгенә ҡаршы килгән, имеш, бик күп документ йыйырға кәрәк.
Өләсәй кеше һис аптырап тормаған, тотҡан да Башҡортостандағы Балалар хоҡуғы буйынса уполномоченный Милана Скоробогатоваға хат яҙған. Яуап оҙаҡ көттөрмәгән.
Белорет районына сәфәр барышында Милана Скоробогатова менән Каринэ Хәбирова балалар йортона инеп, тәрбиәләнеүселәрҙең хәлен белеште, Данилға йәйге ялын өләсәһе менән һеңлеһе янында үткәреү теләген тормошҡа ашырырға ярҙам итте.
Бөгөн Үҙән балалар йортонда 35 бала тәрбиәләнә. Ҡайһы берҙәре - йәйге лагерҙа, икенселәре унан ҡайтып өлгөргән. Балалар ҙур баҡсаны үҙҙәре ҡарай, кемдәрҙең түтәлендә уңыш яҡшыраҡ була, тигән маҡсат менән йәшелсәләрҙе ярышып-ярышып үҫтерә.
Балаларҙы хужалыҡта кәрәк буласаҡ һөнәрҙәргә өйрәтәләр. Ҡыҙҙар, мәҫәлән, барыһы ла яҡшы тегә, бәйләй, сигә, аш-һыу әҙерләй белә. Барыһының да бында үҙ эше бар, дөйөм тәртипте лә бергәләп һаҡлайҙар.
Ә бына тәмлекәстәр бешереү - яратҡан шөғөлдәре. "Ташбаҡа" тортын әҙерләүҙә Каринэ Хәбирова менән Милана Скоробогатова ла ҡатнашты. Улар ҡыҙҙар менән бергәләп сәй эсеп, уларҙан киләсәккә маҡсаттары хаҡында һорашты.
Бары тик Данилдың ғына сәй ҡайғыһы юҡ: ул өләсәһе менән һеңлеһе янына тотошлай бер айға ауылға әҙерләнә! Иҫән-һау бул, егет!
Читайте нас: