Белем һәм тәрбиә
6 Августа 2019, 11:00

“Хәлүә!” тигәндән ауыҙҙа шәрбәт иремәй

Хужаһына ҡарап донъяһының хәлен төҫмөрлә, тиҙәр. Бөгөнгө уҡытыусыларҙың йөҙөнә, үҙ-үҙен тотошона иғтибарлыраҡ бағайыҡ әле, йәмәғәт! Үҙ эшенән, уҡытып, тәрбиә биргән балаларының уңышынан хаттин ҡәнәғәт булып, йөҙө шатлыҡҡа сорналған, башын юғары күтәреп, башҡаларҙы үҙ артынан яҡты киләсәккә илтер белем тауҙарына әйҙәгән көр күңелле, мәктәп эшенә мөкиббән бирелгән уҡытыусылар күпме икән арабыҙҙа?

Булғанды файҙалана белергә кәрәк.


Хужаһына ҡарап донъяһының хәлен төҫмөрлә, тиҙәр. Бөгөнгө уҡытыусыларҙың йөҙөнә, үҙ-үҙен тотошона иғтибарлыраҡ бағайыҡ әле, йәмәғәт! Үҙ эшенән, уҡытып, тәрбиә биргән балаларының уңышынан хаттин ҡәнәғәт булып, йөҙө шатлыҡҡа сорналған, башын юғары күтәреп, башҡаларҙы үҙ артынан яҡты киләсәккә илтер белем тауҙарына әйҙәгән көр күңелле, мәктәп эшенә мөкиббән бирелгән уҡытыусылар күпме икән арабыҙҙа? Киреһенсә, эйелгән баш, арыған, битараф йөҙҙәрҙә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ҡәнәғәтһеҙлек, бушлыҡ менән тулы күҙҙәр... “Йәшем дә арыу ғына, иллегә еткәндә ҡайҙа барайым, пенсияға тиклем түҙергә инде”, – тип киләсәктә ни булырына ҙур өмөттәр бағламай ғына ҡул һелтәп ҡуйыусылар һаны артҡандан-арта бөгөн мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында.



Күрһәтмәләрҙе теүәл үтәү шарт


Эйе, мәктәп эше бер ҡасан да еңелдән булманы. Совет заманында ла мәктәптәге төп эшенән тыш бөтмәҫ-төкәнмәҫ йәмәғәт эштәре уҡытыусы иңенә йөкмәтелде. Зар­ланмай ғына башҡарҙы үҙ бурысын ул заман уҡытыусылары. Йәмғиәттә был бөйөк һөнәр эйәләренә ҡарата булған оло хөрмәт Хөкүмәт тарафынан ус тултырып алырлыҡ эш хаҡы һәм йәше етеп хаҡлы ялға сығыусыларға арыу ғына күләмдә билдәләнгән пенсия менән ны­ғытылып ҡуйыла торғайны. Хәтер­ләйем, уҙған быуаттың 80-се йылдарында эш башлаған йәш белгес булараҡ, хаҡлы ялға киткән апай-ағайҙарға аҡ көнләшеү менән баға торғайным. Бер ҡараһаң, улар Ҡара диңгеҙ буйында йә үҙебеҙҙең шифахана-профилакторийҙарҙа ял итә, күп тә тормай, йә Үзбәкстанға, йә Балтик буйы республикаларына сәйәхәткә сыға... Хәс тә әлеге Көнбайыш Европа илдәрендәге пенсионерҙар кеүек, тормоштоң тәмен татып йәшәп ҡала алғандар икән дәбаһа был бәхетлеләр!


Тормош үҙгәрҙе, замандың әсе елдәре мәғариф системаһын да урап үтмәне. Хәҙер инде нисәмә йыл барған реформалар был системаны берсә елле-дауыллы диңгеҙҙең уртаһына алып инә, берсә был даръяның аяуһыҙ тулҡындары уны һелкетә һуғып, ярға быраҡтыра. Йәш быуынға төплө белем, дөрөҫ йүнәлеш бирергә тырышҡан, был эштең уртаһында ҡайнаған, илебеҙҙең киләсәген ҡайғыртҡан мәғариф хеҙмәткәр­ҙәре, әлбиттә, был үҙгә­рештәргә ҡарата үҙ уй-кисе­рештәрен белгертеүҙе кәрәк тип таба.


Үкенескә ҡаршы, бөгөн ниндәй­ҙер өлкәлә етешһеҙлектәрҙе белдереп сығыш яһау, үҙ фекереңде яҡлау кеүек әйберҙәр үрҙәгеләр тарафынан “йомортҡанан йөй эҙләү”, зарланыу тип ҡабул ите­леүсән. Өҫтән төшөрөлгән ҡарар­ҙарҙы, уларҙың ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, өнһөҙ генә үтә лә үтә. Мәктәп уҡытыусылары ошондай мең төрлө күрһәтмәләрҙе баш баҫып еренә еткереүҙә тәүге урындарҙың береһендә бара тиһәк, һис тә яңылышмаҫбыҙ. Дәресеңде, тәрбиәүи сараңды арлы-бирле үткәр ҙә матур итеп яҙып ҡуй. Эргәһенә елле-елле фотоларын да өҫтәргә онотма. Башҡарған эштәрең тураһында WhatsApp аша директорға һәм уның урын­баҫарҙарына мәғлүмәтте минут һайын ебәрергә тырыш, һинең ҡайһылай ҙур “эшем эйәһе” икән­легеңдә хәбәрҙар булһындар. Уҙғарған дәрестәрең, тәрбиәүи сараларың уҡыу йылы башында уҡ яҙылып, етәксенең имзаһы һәм мәктәптең мисәте менән нығы­тылған, һәр бите һаналып еп (бау) менән тегелгән программа-план­дарың сигенән сыҡмаһын, журналға яҙған темаларың, ҡуйған билдә­ләрең уҡыусыларҙың дәфтәр­ҙә­рендәге, көндәлектәрендәге яҙыу­ҙар менән тап килһен.


Бөтә булған документтарың, яҙған-һыҙғандарың тикшереүселәр алдында ялтырауыҡлы папкаларҙа “ялт!” итеп ятһын. Ҡырҡмаһа ҡырҡ отчетыңды ваҡытында биреп бар, уҡыусылар менән уңға баҫһаң да, һулға тайшанһаң да, инструктаж үткәреп, уларҙың шәхси имзаларын мотлаҡ ал, улай-былайға осрай күрһәң (Аллам һаҡлаһын!), яҡлаулы булырһың. Теге инструкцияң, был күрһәтмәң һәр ваҡыт ҡул аҫтыңда торһон, уларҙы теүәл үтәү мөһим. Интернеттағы сайттарҙа әүҙем­легеңде күрһәт, яңы технологиялар, Федераль дәүләт стандарттары буйынса уҙғарылған дәрестәреңдең, тәрбиәүи сараларыңдың яҙма­ларын сайтҡа урынлаштырып, күп йыллыҡ педагогик тәжрибәң менән уртаҡлаш. Эшләгән урыныңда ғына түгел, онлайн педсоветтарҙа, кәңәшмәләрҙә даими сығыш яһа, шул рәүешле үҙеңдең һөнәри оҫталығыңды юғары кимәлдә тота алырһың. Ҡайҙа, ҡасан, ниндәй курстар үткәнһең, кемдең дәресенә инеп анализ яһағанһың, дәрес тураһында фекерҙәреңде яҙғанһың һәм башҡалар – барыһын да ҡағыҙға теркә, тел менән әйткәнгә бер кем дә ышанмай хәҙер.


Директор, уның һәр күрһәтмәһен һүҙһеҙ еренә еткерергә ынтылған урынбаҫарҙары (һәр береһе үҙенең өлкәһен нығыраҡ ҡайырыр) теге йәки был эшеңдең үтәлеүе тураһында бер туҡтауһыҙ ҡағыҙ таптырып йонсотор (ваҡытында эшләмәһәң, аңлатма яҙ), хатта мәктәптәге иң шым йөрөгән социаль педагог та, ҡаршыңа күҙҙәрен секерәйтеп баҫып, класыңдағы һәр бала тураһында теге йәки был исемлекте, ауыл советынан, ата-әсәләрҙең эш урынынан, күп функциялы үҙәктәрҙән һәм башҡа учреждениеларҙан алынған белеш­мәләрҙе таптырып бер булыр. Уныһынан психолог та ҡалышмаҫ, психологик тестар, тренингтар уҙ­ғарыуҙа класс етәксеһе – уҡы­тыу­сының уға мотлаҡ кәрәге тейер. Уҡытыусының эше вахтер, йыйыштырыусы, урам һепереүселәрҙең дә күҙ уңынан ысҡынмаҫ: ҡайһы кластың балаһы ниндәй тәртип боҙған, кемгә алама һүҙ әйткән, ҡайһы уҡытыусының класы үҙенә билдәләнгән биләмәне сүп-сарҙан таҙартмаған, барыһын да дирек­торҙың ҡолағына шым ғына тө­шөрөрҙәр, “ғәйепле” уҡытыусы йүгерә-атлай “етешһеҙлектәрен бөтөргәнде” күреп, тантана итер­ҙәр. Иң мөһиме – атлаған һәр аҙы­мың­ды яҙ, яҙ һәм тағы бер тапҡыр яҙ!


Шул ҡәҙәре ҡағыҙ тултырғандан һуң күңелеңде һалып дәрес үткәрерлек ниндәй хәлең һәм теләгең ҡалһын? Тикшереүселәргә һинең дәресеңдең нисек уҙыуы мөһим түгел, ҡағыҙҙа барыһы ла ал да гөл булһа, шул етте. Хатта аттестация үткәндә лә яңы алымдарҙы ҡулланып, әллә нисә төрлө асыҡ дәрес, тәрбиәүи сара күрһәтеп баш ҡатырмайһың. Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптары буйынса бер асыҡ дәрес күрһәтәһең дә аҙаҡ кирбес ҡалынлығы папканы тул­тырғансы әлеге лә баяғы ҡа­ғыҙҙарҙы йыяһың да йыяһың. Грант алғанда ла шул уҡ хәл, урыҫ әйтмешләй, “бумага все терпит”. Уҡытыу-тәрбиә эшенән тыш йә­мәғәт, мәҙәни-ағартыу эштәренең дә алдынғы сафында булырға бурыслы уҡытыусы. Ауылда, районда уҙғарылған бер генә сара ла, хеҙмәт десанттары, төрлө акциялар, во­лонтерҙар эше лә уларһыҙ булмай. Уҡытыусылар ҡайһы заманда ла үҙенә тейешле лә, тейешһеҙ ҙә йөктө шулай егелеп тарта...


Булғанды файҙалана белергә кәрәк


Әлбиттә, мәғариф системаһы заман менән йәнәш кенә түгел, унан бер аҙым алданыраҡ атларға бурыслы. Совет осорондағы белем биреү ысулдарын нисек кенә маҡтаһаҡ та, ул бөгөнгө талаптарға яуап бирмәй. Һанлы иҡтисад, мәғлүмәти технологиялар үҫешкән осорҙа уҡытыу-тәрбиә биреү ысулдары онлайн булышлығында үҙал­лы белем эстәү ысулына ҡулай­лаш­тырылған. Иҫ белә башла­ғандан алып планшет, телефон­дарҙы ҡулынан төшөрмәгән балалар был өлкәлә һыуҙағы балыҡты хәтерләтә. Интернет киңлектәрен даими байҡаған уҡыусылар төрлө яҡтан да үтә лә мәғлүмәтле, оло йәштәге остаздарының күбеһе уларҙың “эзоп телен” аңлап та етмәй. Йәш быуынды заман заңына яраҡлаштырырлыҡ, киләсәктә тормоштоң һалҡын елдәренә бирештермәҫлек итеп белем- тәрбиә биреү – бөгөнгө мәктәптең изге бурысы.


2009 йылдың 6 октябрендә ҡабул ителгән “Федераль дәүләт белем биреү стандарттары”ның маҡсаты ла – үҫеп килеүсе быуынды төплө белемле, үҙаллы, аңлы, иленә, халҡына тоғро булған илһөйәр шәхестәр итеп тәрбиәләү. Бер ҡалын дәфтәр дәүмәлендәге уҡыу әсбаптары, уларҙан сығып яҙылған “эш дәфтәрҙәре” уҡыусы­ларҙан темаларҙы интернет киң­лек­тәрендә ҡаҙынып, аудио-видеодәрестәр, лекциялар, һыҙма­лар, ябай мәғлүмәттәр аша үҙаллы фекер йөрөтөп үҙләштереүҙе талап итә. Уҡытыусы уҡытыу процесын дөрөҫ ойошторорға, балаларҙы үҙаллы белем алыуҙың бөтә нескәлектәренә өйрәтергә тейеш.


Ошондай белем алыу шарттарына әҙерме һуң бөгөнгө мәктәп уҡыусыһы? Уҡытыусылар яңы шарттарҙа уҡытыу процесын дөрөҫ ойоштора аламы? Әллә, теманы үҙаллы өйрәнегеҙ, мин һеҙгә яңағымды талдырып һәр һөйләмде ентекле аңлатырға, сәйнәп ҡап­тырырға тейеш түгел, хәҙер мәктәп уҡытыусыһы “белем биреү хеҙмәте” генә күрһәтә, тип ҡағыҙҙарына күмелеп, дәресте күберәк ноутбугында отчеттар яҙып үткәреүҙе хуп күрәме?


Эйе, башланғыс кластарҙа балалар бер-береһе менән ярышып уҡый. Ижади эшләүсе, һөҙөмтә­ләргә ынтылыусы уҡытыусы һәр балаға төплө белем, дөрөҫ тәрбиә бирергә тырыша. Рәсәй башланғыс класс уҡыусыларының донъя кимәлендә юғары уңыштарға өлгә­шә башлауы, һис һүҙһеҙ, маҡтауға лайыҡ. Урта кластарҙа уҡыусылар күп ҡулдарға күсә. Балалар йүгән­дең бушатылыуын тиҙ тоя: ҙур теләк менән белем тауҙарына үрмәләгән уҡыусыларҙың да күбеһе был осорҙа алтын урталыҡты һай­лай башлай. Мәктәптәрҙә тәрбиә биреү системаһының аҡһауы, дәүләт кимәлендәге берҙәм идеологияны сағылдырған балалар, йәштәр ойошмаларының булмауы, интернеттан, үҙәк телеэкрандарҙан ағылған “күңелле”, етеш тормош, самаһыҙ азатлыҡ, енси аҙғынлыҡ һымаҡ күп һанлы кире күренештәр, йәмғиәттәге социаль тигеҙһеҙлек, әхлаҡһыҙлыҡ балалар аңына кире яҡтан тәьҫир итә. Бөгөнгө бала­ларҙың күбеһе әҙәби китаптар уҡымай, гәзит- журналдарҙың нимә икәнен дә белмәй, ыңғай геройҙарға тиңләшергә, улар кеүек булырға теләмәй. Компьютерҙан бер- береһен “үлтереп” уйнаған уйын­дарҙан айырыла алмайынса, ошолай бушҡа уҙғарған ваҡытынан ләззәт таба. Балам башҡалар­ҙыҡынан кәм йөрөмәһен, уҡыһын, өйрәнһен, тип ата-әсәләр балаларына ҡиммәтле гаджеттар ҙа, ноутбуктар ҙа алып бирә. Өйгә эште онлайн бирҙеләр, тип дәрес әҙер­ләгәнгә һалышып, күпме бала компьютер төбөндә “трай тибеп” ултырғанын ата-әсәләренең бай­тағы белмәй ҙә, белгәндәре лә, донъяһы шулай, тип балаһының ыңғайына ҡуйыуҙы хуп күрә.


IX һәм XI кластарҙан һуң имтихандар (Дәүләт йомғаҡлау аттеста­цияһы һәм БДИ) тапшырыу кәрәклеге уҡыусыларҙы ниндәйҙер кимәлдә һағайта. Ләкин бөтәһен дә түгел. Уҡырға күнеккәне уның, бер нәмәгә ҡарамай, алдына оло маҡсаттар ҡуйып, алға барырға тырыша. Европа илдәре менән тиңләшеп, уҡыусыларҙың белемен тикшереүҙең берҙән-бер ысулы итеп тестар һайланған икән, ни эшләйһең, уның ыңғай яҡтарына баҫым яһап, имтихандарға уҡыусы­ларҙы етди әҙерләргә, булғанды файҙалана белергә генә ҡала.


Ә уҡырға теләге булмаған уҡыусылар менән ни эшләргә? Ундайҙар бит үҙе лә уҡымай, башҡаларға ла тынғы бирмәй. Рәсәй мәктәптәрендә уҡыусылар һәм уҡытыусылар араһында барған аҫтыртын көрәш тураһында яҙып та, һөйләп тә килештерерлек түгел. Ә балалар араһындағы ығы-зығы, бер-береһен кәмһетеү күренеш­тәре, әлбиттә, яман. Һуңғы арала һүҙен дә уйлап таптылар. Буллинг тиҙәрме әле? “Уңайлы мөхит” программаһына ярашлы, мәк­тәптәрҙә аҡыл, физик, психик яҡтан мөмкинлектәре сикләнгән бала­ларҙы ла дөйөм кластарға килтереп тултырҙылар. Мәктәптәргә бит бюджеттан аҡса йән башына бүленә. Әйҙә белем бирһен уҡытыусы, үҫеше төрлө кимәлдә булған балалар менән кинәнеп эшләһен. Бер ставкаға тамағын туйҙырырлыҡ аҡса эшләй алмай икән, икене алһын – тамаҡланып ултырырға ваҡыты ҡалмаҫ.


Етешһеҙлектәрҙе ваҡытында төҙәтеү зарур


Ғөмүмән, уҡытыусы һөнәренең бөгөн абруйы төшә бара. Уҡы­тыусы­ның хоҡуғы юҡ, ул һәр ваҡыт бурыслы. “Минең балама ҡырын ҡарайһың, балама ауыр һүҙ әйткәнһең!”– тип ябай уҡытыусыға юҡ ғәйептәрен тағып, кәмһетә лә алалар. Шуныһы үкенесле: уҡы­тыусыны бергә эшләгән хеҙмәт­тәштәре лә (миңә шауҡымы тейеп ҡуймаһын!), мәктәп етәкселеге лә (башҡаларға башын баҫып эшләргә һабаҡ булыр!) яҡламай. Телевизор экрандарында барған шоуҙарҙа ла туҡмалған, йәмһеҙ һүҙҙәр менән кәмһетелгән уҡытыусы һәр саҡ ғәйепле. Йәштәр педагогия институтын тамамлап, төрлө супер­маркеттарға һатыусы-консультант, офистарға менеджер, администратор булып эшкә урынлашһа урынлаша, мәктәп буҫағаһы аша атлап инергә һис кенә лә теләк бел­дермәй. Уртаса йәше иллене артмаҡлаған уҡытыусы, уларҙың да күбеһе ҡатын-ҡыҙ, үҙе йәштән һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, бер туҡтауһыҙ туғарылып йонсот­ҡан көйһөҙ арбаны ирекһеҙҙән алға һөйрәүен дауам итә...


Һуңғы ике-өс айҙа ғына ла мәғариф өлкәһенә өҫтәмә яңы­лыҡтар индереү тураһында бер нисә ҡарар ҡабул ителде. Аҙнаһына биш көнлөк уҡыу тураһындағы законды дәррәү ҡул сабыуҙар менән ихлас тәбрикләнек. Был осраҡта ла уҡытыусының хәле тураһында ҡайғыртыусы табылманы. “Балалар ата-әсәһе менән аҙнаның бер кө­нөндә бергә булһындар, ғаиләләре менән иркенләп ял итһендәр, мәҙәни сараларға йөрөһөндәр. Мәктәптәрҙә шәмбе көнө төрлө түңәрәктәр, спорт секциялары, өҫтәмә белем биреү курстары эшләйәсәк”, – тип хәбәр һалды барлыҡ матбуғат саралары. Ә ул түңәрәктәрҙе, спорт секцияларын кем үткәрә һуң? Мәктәптәрҙең штат теҙмәһендә уларҙы үткәреү өсөн айырым хеҙмәткәрҙәр ҡаралғанмы? Бәләкәй генә эш хаҡыма бер аҙ ҡушым булмаҫмы тип арҡаһына өҫтәмә эш йөкмәгән шул уҡ уҡы­тыусы башҡара был бурыстарҙы.


Премьер-министр Д. Медведев тәҡдиме буйынса мәктәптәрҙең эш сәғәте киләсәктә ата-әсәләрҙең көйөнә көйләнәсәк. Ултыр инде хәҙер уҡытыусы, ата-әсәләрҙең килгәнен дүрт күҙ менән көтөп. Ҡасан кәрәк тип тапһалар, ғәзиз­дәрен шунда килеп алырҙар, көн генә түгел, тәүлек, аҙна ла көтөр­һөң. Ата-әсә – губернатор бөгөнгө мәктәптә. Ә уҡытыусының ғаиләһе лә, балаһы ла юҡ, эшләргә теләмәһәң, зарланһаң, икенсе эш тап йәки бизнесҡа күс. Ана, уҡытыусы булып урта һәм юғары белеме булған башҡа төрлө белгестәр ҙә эшләй аласаҡ. Заводта эш тапманы икән, юғары белемле технолог мәктәпкә химия йәки физика фәндәрен уҡытырға рәхим итһен. “Ауыл докторы” программаһы күпме дауахананы табиплы итте? Хәҙер ошо программа мәктәптәргә лә ҡағыласаҡ. Тиҙ арала миллионер булыу теләгенән ҡайһы уҡытыусы баш тартһын? Тик ҡулайлаштырыу касафатын кисергән ауыл мәктәптәрендә ҡалаларҙан миллион артынан килгән уҡытыусыға урын, уҡытырға балалар табылырмы? Ауыл уҡытыусылары үҙҙәре бит эшһеҙ­лектән интегә. Бер ставкаға дәрестәрен тултырыр өсөн өс күрше ауыл мәктәбенә йәйәүләп тәпәйләгән уҡытыусы апайҙарыбыҙ ҙа бар бит әле арабыҙҙа.


Директор урынбаҫарҙарын ҡыҫҡартыу, “өлкән уҡытыусы”, “әйҙәүсе уҡытыусы” вазифаларын булдырыу ҡарарҙарын да тыныс ҡабул иттек. Ҡыҫҡартылғандарҙың эшен был бәхетһеҙлек уларҙы әлегә урап үткән, эштә ҡалды­рылған “универсал”дар башҡара. Ғөмүмән, уңышлы алып барылған реформалар йәмғиәттең үҫешен тәьмин итә. Совет осоро менән сағыштырғанда илдә белем һәм тәрбиә биреү кимәленең түбә­нәйеүе, мәғариф системаһында алып барылған үҙгәртеп ҡороу­ҙарҙың яҡшы яҡтарына ҡарағанда, етешһеҙлектәренең күберәк булыуын күрһәтә. Аптырағандан һыуға арты менән сумған өйрәкте хәтер­ләткән уҡытыусының хәлен дә үҙегеҙ аңлап тораһығыҙҙыр. Ҡасандыр В.И. Лениндың: “Уҡы­тыу­сыны шундай бейеклеккә күтәрергә кәрәк...” – тигән һүҙҙәрен эсенә алған РКСМ-дың III съезында һөйләгән телмәре ирекһеҙҙән иҫкә төшә. Йәмғиәттә уҡытыусының абруйы, уның социаль һәм иҡтисади хәле түбән булғанда, мәғарифты үҫтереү маҡсатында Хөкүмәт тарафынан был тармаҡҡа әллә күпме миллион, миллиардтар һалынма­һын, яңынан-яңы технологияларҙы тормошҡа ашырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған күп төрлө аҫыл проекттар ҡаралмаһын – хәл үҙгәрмәйәсәк, белем һәм тәрбиә биреү системаһы үрле-ҡырлы тыпырсыныуҙарҙан, бер урында тапаныуҙарҙан ары китә алмаясаҡ.


Белемһеҙ ил – бөлгән ил, ти халыҡ мәҡәле. Йәш быуын белемле, әхлаҡлы, рухлы, үҙ иленең даны булып үҫһен тиһәк, мәғариф­ҡа, уның алыштырғыһыҙ эш аты булған ябай уҡытыусыға дәүләт һәм йәмғиәт яғынан ҙур иғтибар, оло ҡайғыртыусанлыҡ булырға тейеш. Уҡытыусы тартҡан ауыр һәм яуаплы йөктөң мөһимлеген дәүләт кимәлендә аңлап, мәғарифта булған бәләкәй генә етешһеҙ­лектәрҙе лә ваҡытында төҙәтеү зарур. Бөгөнгө көн менән генә фекер йөрөтмәйенсә, тиҫтә йылдарға алға ҡарап киләсәгебеҙҙе хәстәрләй белһәк, белемһеҙлекте, уның һө­ҙөмтәһе булған ҡот осҡос әхлаҡи һәм рухи бөлгөнлөктө урап үтә алырбыҙ.


Ҡырмыҫҡалы районы.
Читайте нас