Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
6 Август 2019, 12:16

Һөнәр бәҫен күтәрә

1 сентябрҙән баш ҡаланың 44-се һәм 162-се мәктәптәрендә полилингваль проектттар тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.

1 сентябрҙән баш ҡаланың 44-се һәм 162-се мәктәптәрендә полилингваль проектттар тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.

Дим һәм Яркий микрорайондарында урынлашҡан белем биреү учреждениеларында балалар рус, башҡорт, инглиз һәм башҡа телдәрҙә уҡыясаҡ. Был хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың мәғариф минстры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин белдерҙе.
Был заманса мәктәптәрҙә балалар бер сменала белем аласаҡ, ә төштән һуң үҫмерҙәр тел клубтарында, спорт, бейеү, йыр, фән һәм ижади түңәрәктәрҙә һәләттәрен үҫтерә аласаҡ. Был ата-әсәләр өсөн дә бик ҡулайлы, сөнки баланың күңеленә ятҡан шөғөл, һәләтен үҫтерә торған йүнәлеш эҙләп ҡала мәғариф учреждениеларын ҡыҙырырға кәрәк булмаясаҡ.

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, 30 илдә үк полилингваль мәктәптәр селтәре булдырыу тураһындағы күрәһәтмәгә ҡул ҡуйылған. Улар төбәктә 14 буласаҡ.
Радий Фәрит улы фекеренсә, был мәктәптәр матур, уңайлы учреждение булыуҙан тыш, улар белем биреү локомотивына әүерелергә, 21-се быуатҡа ярашлы булырға тейеш.
Телдәргә баҫым яһау ҙа юҡтан түгел. Беренсенән, мәғарифты үҫтереү өсөн был төп заман талаптарының береһе, икенсенән, күп балалар хәҙер донъя буйлап сәйәхәт итергә, сит илдәрҙә белем алырға хыяллана. Эш биреүселәр ҙә бындай кадрҙарҙы хуплай.

Унан тыш ошондай мәктәптәрҙә эшләгән уҡытыусыларға ла талаптар юғары. Ғөмүмән, ошондай заманға ярашлы уҡыу йорттары барлыҡҡа килеүе был хөрмәтле, абруйлы һөнәрҙең дә бәҫен күтәрә.

Читайте нас: