“Белемленең биле ныҡ”, ти халыҡ мәҡәле. Республикабыҙҙа ғилемле, һәр яҡлап үҫешкән, сәләмәт быуын тәрбиәләүгә етди иғтибар бүленә.
Шуныһы һөйөнөслө: күп кенә дәреслек-әсбаптар үҙебеҙҙә нәшер ителә. Әйткәндәй, дәреслек яҙыу энә менән ҡойо ҡаҙыу кеүек. Уны төҙөгәндә, ҡалыплашҡан ҡағиҙәләр менән бер рәттән, хәҙерге заман талаптарын ҡулланырға, яңы стандарттарҙы иҫәпкә алырға кәрәк.
Ошондай уҡ бурыстар башҡорт теле буйынса әсбаптарҙы төҙөүселәргә лә ҡуйыла. Ә был мәктәп уҡыусыларының башҡорт телен аңлап, дөрөҫ һөйләргә өйрәнеүе өсөн кәрәк.
Туған тел буйынса дәреслектәр ҡайҙа баҫыла?
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә нәфис һәм башҡа әҙәбиәт кенә түгел, дәреслектәр, уҡыу-уҡытыу ҡулланмалары ла сығарыла.
Бында республикалағы, Рәсәйҙең башҡорттар тығыҙ йәшәгән башҡа төбәктәрендәге дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн Башҡортостан Мәғариф министрлығы раҫлаған һәм федераль исемлеккә индерелгән дәреслектәр, уҡыу-уҡытыу ҡулланмалары нәшер ителә.
Әйткәндәй, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса дәреслектәр Федераль исемлеккә индерелде. Был хаҡта Рәсәй мәғариф министры Ольга Васильеваның ҡарары бар. Өҫтәүенә хәҙер башҡорт әсбаптарын уҡып ҡына түгел, тыңлап та була. Улар Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең интернеттағы рәсми сайтына индерелгән. Дәреслектәрҙең электрон варианты булыуы – заман талабы. Был – федераль стандарт.
Сит төбәктәрҙә хәлдәр нисек?
Республикабыҙҙан ситтә, Һамар, Һарытау, Ҡурған, Силәбе, Ырымбур, Свердловск өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстанда һәм башҡа төбәктәрҙә әллә күпме милләттәшебеҙ йәшәй. Уларҙа дәреслектәр менән тәьмин ителеүгә бәйле хәлдәр нисек?
“Ҡасандыр башҡорт теле гөрләп уҡытылған саҡта дәреслек-әсбаптар ҙа беҙгә күпләп килтерелә ине”, – ти күп милләттәштәребеҙ. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһен алайыҡ. Тотош ил буйлап бәләкәй мәктәптәрҙе яба башлағастар, был шаңдау Ырымбур яҡтарындағы белем усаҡтарын да урап үтмәгән. “Элек өлкәнең 45 мәктәбендә башҡорт теленән белем бирәләр ине. Белем усаҡтарында туған телебеҙҙе аҙ уҡыталар”, – тип зарландыҡ. Илдә барған үҙгәрештәрҙән һуң хәҙер шундай хәлгә ҡалдыҡ, хатта, мәҫәлән, Төйлөгән районында Аллабирҙе урта мәктәбендә генә башҡорт теле предмет булараҡ уҡытыла. Ҡотломбәт урта мәктәбен япҡастар, балалар Соколовка урта мәктәбенә уҡырға йөрөргә мәжбүр. Шулай итеп, дәрестәр һаны кәмегәс, дәреслектәр ҙә йүнләп юҡ”, – ти Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Фәймә Аҡдәүләтова.
Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы, республика менән дуҫлыҡ бәйләнештәре яңынан ныҡлап тергеҙелә башлаған. “Һуңғы ваҡытта Ырымбур менән Башҡортостан ҡоролтайҙары араһындағы хеҙмәттәшлек һүнгәйне. Быйыл алты тапҡыр Өфөгә барҙыҡ. Шөкөр, аралар тағы нығыныр. Элек мәктәптәр араһында булған бәйләнештәрҙе лә яңыртырға ине. Ҡасандыр беҙҙең Александровка районы – Башҡортостандың Мәләүез, Ырымбурҙың Новосергиевка районы Ғафури районы менән тығыҙ бәйләнештә ине”, – ти Фәймә Рәшит ҡыҙы.
Ә бына ҡәрҙәштәребеҙ йәшәгән төбәктәргә туған тел буйынса дәреслектәр нисек таратыла һуң? Улар Башҡортостан Мәғариф министрлығына алдан заказдар бирә һәм Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте баҫтырып сығара икән.
Нәшриәттең дәреслектәр һәм уҡыу ҡулланмалары мөхәрриәте мөдире Гөлсәсәк Раянованың әйтеүенсә, башҡорт теле дәреслектәре өс йүнәлештә баҫыла. Беренсеһе – уҡытыу туған (башҡорт) телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының I класы өсөн дәреслек. Икенсеһе – уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының I класы өсөн дәреслек. Өсөнсө йүнәлеш – уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының I класы (башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр) өсөн дәреслек.
Белем көнөнә тиклем бер ай тирәһе ваҡыт ҡалды. Ошо матур көнгә ҡарата яҡшы яңылыҡтар бар.
Яңы уҡыу йылынан төбәктәрҙә йәшәгән башҡорт балалары өр-яңы уҡыу әсбаптары менән тәьмин ителәсәк. Улар нәшер ителгән һәм тиҙҙән республика уҡытыусыларының август кәңәшмәһендә таратып биреләсәк. Тимәк, йәш быуын вәкилдәренә лә туған телде өйрәнеү офоҡтары асыласаҡ.