Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
9 Август 2019, 13:00

Урын етмәй тип ҡайғырмағыҙ

Тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асҡан матур көндө яҡшы хәтерләйһегеҙҙер, моғайын. Быйыл Өфөлә 13 мең ҡыҙ һәм малай ошондай уҡ хис-тойғоно татыясаҡ, улар белем донъяһына аяҡ баҫасаҡ.

Тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асҡан матур көндө яҡшы хәтерләйһегеҙҙер, моғайын. Быйыл Өфөлә 13 мең ҡыҙ һәм малай ошондай уҡ хис-тойғоно татыясаҡ, улар белем донъяһына аяҡ баҫасаҡ.


Кластарға яҙыу, бүлеү эше 5 сентябргә тиклем барасаҡ, әммә әле бәләкәстәрҙе мәк­тәпкә уҡырға алмау осраҡтары теркәлгән. Бының сәбәбе: баш ҡалалағы ҡайһы бер белем усаҡтарында урын етмәй. Шуға бала йәшәгән урыны буйынса ошо мәктәпкә ҡараһа ла, уны уҡырға алыу мөмкинлеге юҡ. Был хаҡта Nеwsbash.ru сайты хәбәр итә.


Республиканың Мәғариф министрлығында ла ошо хаҡта белдергәндәр. Шуға урындар етешмәүе балаларҙы белем­һеҙ ҡалдырырға сәбәп түгел. “Ата-әсәләр йәки кескәйҙәрҙең законлы вәкилдәре ошондай хәлгә тарыһа, баланы башҡа мәктәпкә уҡырға биреү мәсьә­ләһе менән Өфө буйынса Мәғариф ида­ралығына мөрә­жәғәт итһендәр”, – тигәндәр ведомствола.


Тимәк, уларға икенсе белем усағы тәҡдим ителәсәк. Һөҙөм­тәлә үҙҙәренең йәшәгән урыны буйынса булмаһа ла, һәр бала мәктәпкә уҡырға барасаҡ.


Яңы уҡыу йылына баш ҡа­ла­лағы 44-се мәктәптә үҙгәртеп ҡоролғандан һуң өҫтәмә рә­үештә – 1300, “Сағыу” биҫ­тә­һендәге 162-се мәктәптә 1 мең урын барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, мәктәптәрҙә тағы 850 урын булдырыласаҡ.

Читайте нас: