Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
13 Август 2019, 14:35

Ата-әсәләр иғтибарына

Балағыҙ I класҡа уҡырға барһа, был осор һеҙҙең генә түгел, бәләкәсегеҙ өсөн дә ҡатмарлы, мөһим ваҡыт икәнлеген онотмағыҙ, сөнки тап ошо мәлдә улығыҙҙың йәки ҡыҙығыҙҙың киләсәктә белем алыуындағы уңыштарға нигеҙ һалына. Шуға ошо мәлдә сабыр булыу, бәләкәсеңдең уй-кисерештәрен аңлап үткәреү зарур. Быға түбәндәге кәңәштәр ярҙам итмәй ҡалмаҫ, моғайын.

* Балағыҙҙа мәктәп уҡыусыһы булыуға ынтылышын хуплағыҙ, уны яҡшылап тыңлағыҙ.

* Ҡыҙығыҙ йәки улығыҙ менән мәктәп ҡағиҙәләре тураһында һөйләшегеҙ. Уларҙың уҡыусылар өсөн кәрәкле, мотлаҡ икәнлеген аңлатығыҙ.
* Балағыҙ мәктәпкә йөрөй башлағас, уның өсөн һеҙҙең кеүек тағы бер абруйлы кешенең – уҡытыусының – барлыҡҡа килеүенә кескәйҙе әҙерләү, йәғни уны хөрмәт итеү кәрәклеге хаҡында аңлатыу тик яҡшыға булыр.

* Бәләкәс менән көн тәртибен төҙөгөҙ һәм уның үтәлешен күҙәтеп барығыҙ.

* Улығыҙҙың йәки ҡыҙығыҙҙың һәр эшендә тиерлек маҡтау һүҙҙәре табырға тырышығыҙ һәм уны нисек бар, шулай ҡабул итегеҙ, яратығыҙ. Был һәр бала өсөн бик мөһим.

* Әгәр кескәйҙең үҙен тотошо һеҙҙе борсоһа, уҡытыусы менән һөйләшегеҙ.

Бына ошо үрҙә әйтелгән кәңәштәр балағыҙҙың да, һеҙҙең дә тормошоғоҙҙағы яуаплы, шул уҡ ваҡытта тулҡынландырғыс осорҙо уңышлы үткәрергә ярҙам итер.
Читайте нас: