Стресс беренсе кластан башлана.
“Беренсе тапҡыр — беренсе класҡа”. Был — бала тормошондағы хәүефле, борсоулы социаль ваҡиға, тип иҫәпләй психологтар. Нисек уға ярҙам итергә?
Баланың беренсе класҡа уҡырға төшөүе һәр ғаилә тормошона ҙур үҙгәрештәр индерә, яңы шарттарға яйлашыуҙы талап итә. Яраҡлашыу осоро төрлөсә үтһә лә, бер ғаилә өсөн дә ул ябай була алмай. Мәктәп балалар баҡсаһы түгел, бында бер нисә сәғәт буйы көсөргәнешле эшләргә, яңы талаптарға күнегергә тура килә.
Тәжрибәнән күренеүенсә, күпселек ҡыҙ-малайҙар, хатта интеллектуаль йәһәттән ныҡ үҫешкәне лә, дәрес мәғлүмәттәрен насар үҙләштерә, тиҙ арый, көсөргәнеште ауыр кисерә. Балалар йыш ауырый, уҡыуҙың тәүге аҙналарында арыуға, баш ауыртыуға зарланыусандар. Илаҡ, көйһөҙ балаға әүерелеп, өлкәндәрҙе хафаға һалалар. Кемдер насар йоҡлай, кемдеңдер ашау теләге һүнә...
Балалар үҙҙәренең ҡәнәғәтһеҙлеген телдәре менән әйтмәһә лә, иғтибарлы ата-әсә уларҙағы һәр үҙгәреште асыҡ тоя. Берәүҙәр мәктәпкә теләр-теләмәҫ кенә бара, икенселәренең класташтарына һәм уҡытыусыларға мөнәсәбәте насарлана. Был билдәләрҙе “мәктәп стресы” йәки “яраҡлашыу сире” тип йөрөтәләр.
Беренсе класс балаларын өс төркөмгә бүлеп ҡарарға мөмкин. Яраҡлашыу осороноң өс аҙнанан ярты йылға тиклем дауам итеүе бар. Яңы шарттарға күнегеп китеү өсөн көс, сәләмәтлек һәм ваҡыт талап ителә. Иң мөһиме — уҡыусыға яҡын кешеләренең һөйөүе, иғтибары һәм аңлауы кәрәк.
Тәүге аҙнанан уҡ уҡыуға, коллективҡа тиҙ ылығып киткән балалар беренсе төркөмгә инә. Улар еңел аралашыусан, яңы ҡағиҙәләрҙе йәһәт ҡабул итә, тыныс холоҡло, тыңлаусан. Икенсе төркөмдә — яңы шарттарға яй ҡулайлашҡан кескәйҙәр. Улар үҙҙәре өсөн ят мөхитте ҡабул итә алмай ыҙалана, дәрестә йыш ҡына тыңлашмай, уйнай, әйткәнде ишетмәй, уҡытыусының иҫкәртеүҙәрен ҡолаҡҡа ла элмәй йә иһә иларға, үпкәләргә керешә. Ярты йыл самаһы ваҡыт үткәндән һуң улар ҙа яңы шарттарҙы ҡабул итә. Өсөнсө төркөмдө “ауыр” балалар тәшкил итә. Улар мәктәп тормошон ҡабул итмәҫкә тырыша, тиҫкәреләнә, үҙҙәрен дорфа тота, кире тойғоларҙы асыҡ күрһәтә, уҡытыусыны махсус рәүештә сығырынан-сығарырға тырыша, дәресте насар үҙләштерә. Өсөнсө төркөмдәге балаларға өлкәндәрҙең һәм психологтың ярҙамы талап ителә.
Кескәйҙәрҙең даими рәүештә ниндәй сирҙәргә дусар булыуы мөмкин? Бер вируслы инфекция икенсеһен алмаштыра, йә башы, йә эсе ауырта. Һис уйламағанда тәненә сабыртма сыға. Бала көйһөҙләнә, насар йоҡлай. Дәрес әҙерләргә ултырһа, уның йә ашағыһы, йә ял иткеһе килә, йә берәй ере ауырта. Ә компьютерға ултырһа, иптәштәре менән уйнарға тотонһа, бер зарланыу ҙа ишетмәҫһең. Сәбәбе бер: баланың мәктәпкә барғыһы килмәй, организмы ла уның менән “риза”.
Ни эшләргә кәрәк? Баланы өйҙә ҡалдырып, бер психосоматик сирҙе ҡат-ҡат дауалау яҡшыға алып бармаҫ. Киреһенсә, сабыйҙың сәләмәтлегенә зарар ғына килтереүебеҙ ихтимал. Асыҡларға кәрәк: бала ни өсөн мәктәпкә барырға теләмәй? Класташтары менән уртаҡ тел таба алмаймы, әллә насар билдә алыуҙан ҡурҡамы? Бәлки, өйҙәге тыныс мөхитте шау-шыулы мәктәп тормошо алмаштырыуына өйрәнә алмайҙыр? Һәр хәлдә, хәҡиҡәтте асыҡлау — ата-әсәнең бурысы. Психолог менән кәңәшләшергә тартынмағыҙ.
Уҡытыусылар һәм ата-әсәләр, баланы ҡайһы саҡта ялҡаулыҡта ғәйепләп, ҡаты хаталана. Үҙ-үҙенә ышанмау — “мин бер ни ҙә эшләмәйәсәкмен, сөнки барыбер бер ни ҙә килеп сыҡмаясаҡ” йәки “мөмкин тиклем эште һуҙасаҡмын” — процесын атай-әсәй анһат ҡына асыҡлай ала. Уҡыуға бәйле булмаған мәлдәрҙә баланы танырлыҡ та түгел, ул, ғәҙәттә, йылғыр, күтәренке кәйефле. Әгәр ҙә бала һәр нәмәне бик әкрен эшләй икән, уны ҡабаландырыуҙан файҙа юҡ. Ваҡыт үтеү менән был хәлдең үҙгәреүе мөмкин, әлегә уның темпераментын ҡабул итеү, ризалашыу мөһим.