Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
16 Август 2019, 12:59

Һәр баланың уңышҡа өлгәшеүенә ынтылайыҡ

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткәргән сираттағы кәңәшмәлә “Мәғариф” милли проектының үтәлешенә туҡталды.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткәргән сираттағы кәңәшмәлә “Мәғариф” милли проектының үтәлешенә туҡталды.


– “Мәғариф” милли проек­тының төп маҡсаттарының береһе – яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөү, уларҙың матди-техник базаһын яҡшыртыу менән бер рәттән, һәр бала аныҡ уңышҡа өлгәшһен өсөн ҙур тырышлыҡ һалыу, – тине Башҡортостан мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин. ''


Шуныһы шатлыҡлы, “Һәр баланың уңышы” федераль проектына ярашлы, Башҡортостан федераль бюджеттан 211, 4 миллион һум күләмендә субсидия алған. Рәсәйҙә төҙөлгән “Сириус” белем үҙәген кем белмәй икән?! Әлеге аҡса ошо белем усағына оҡшаған һәләтле балалар өсөн белем үҙәген төҙөүгә йүнәлтеләсәк. Уның эшмәкәрлеге фән, сәнғәт, спорт, шулай уҡ бүтән өлкәләрҙә балаларҙың һәм йәштәрҙең һәләтен асыҡлау һәм үҫтереүҙән ғибәрәт. Күҙаллауҙар буйынса, ул бер нисә урында – Республика инженер лицейында, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыка гимназия-интернатында, Ҡ. Дәүләт­килдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында һәм 5-се республика спорт мәктәп-интернатында урын­ла­шасаҡ.


Айбулат Вәкил улы билдәлә­үенсә, “Заманса мәктәп” төбәк проекты нигеҙендә быйыл сентябрҙән 133 ауыл мәктәбендә “Технология”, “Көнкүреш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре”, “Информатика” предметтары буйынса “Үҫеш нөктәһе” асыласаҡ.


“Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәһе – быйыл 6 501 урынлыҡ 21 яңы мәктәп асыласаҡ, 43 спорт залында ремонт тамамланасаҡ, 12 коррекция мәктәбенең матди-техник базаһы яңыртыласаҡ, биш асыҡ спорт ҡоролмаһы ҡорамалдар менән тәьмин ителәсәк.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров һәр йәһәттән дә эштәрҙең тулыһынса үтәлешен даими күҙәтеп барырға ҡушты.
Читайте нас: