Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
19 Август 2019, 14:30

Яңы уҡыу йылына әҙербеҙме?

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары үҙҙәренең һайлау округтарындағы мәғариф ойошмаларының яңы уҡыу йылына әҙер булыу-булмауын тикшерә. Парламент Рәйесе Константин Толкачев уларға ошондай бурыс йөкмәтте.

— Мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү учреждениеларының уҡыу-матди базаһына, балаларҙың именлеген тәьмин итеүгә, уҡыусыларҙы ташыуҙы ойоштороуға, кластарҙың тулылығына айырым иғтибар биреү фарыз, — тине ул. — Уҡытыусыларҙың, шул иҫәптән йәш белгестәрҙең эш шарттарын, уҡыу-уҡытыу сифатын баһаларға кәрәк.

Константин Толкачев депутаттарҙы мәктәптәрҙәге һәм педагогик коллективтарҙағы проблемаларҙы асыҡларға, башҡарма власть органдары менән берлектә уларҙы хәл итеү сараһын күрергә саҡырҙы.

Республикала “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән ҙур эш башҡарыу бурысы тора. Константин Толкачев әйтеүенсә, федераль проекттың уңышы күп йәһәттән төбәк һәм урындағы мәғарифҡа идара итеү органдарының, уҡытыусылар коллективтарының ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға әҙерлегенә, белем усаҡтарының матди базаһына бәйле.

Фото: rodnik-plus.rbsmi.ru
Читайте нас: