“РИА Новости” агентлығы хәбәр итеүенсә, Красноярск һәм Новосибирскиҙа йәшәүсе ата-әсәләр балаларын мәктәпкә әҙерләүҙә барыһынан да күберәк аҡса тотонған — һәр уҡыусы өсөн 9 мең һум. Мәскәүҙәрҙең сығымы — 8,7 мең, ҡазандарҙың 8,5 мең һум тәшкил иткән.
Шулай уҡ Өфө, Екатеринбург, Дондағы Ростов ҡалаларында балаларҙы мәктәпкә әҙерләү 8 мең һумдан күберәккә төшкән. Пермдә ул уртаса 6,5 мең һум тәшкил иткән. Был — иң түбән күрһәткес.