Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
20 Август 2019, 11:53

Һәр яңы уҡыу йылы – имтихан

Миҙгелдәрҙең балҡып торған мәле. Тәбиғәт байлыҡтарын йомарт өләшкән, йәй йылыһы менән ҡыуандырған август айы. Алтын көҙгә яҡынайған һайын йәмле йәйҙе, күңелле көндәрҙе юҡһынырбыҙ әле. Тап ошо айҙа яңы уҡыу йылы башланыу алдынан республикабыҙ уҡытыусыларының йәйге ялдан һуң, бер майҙанға йыйылып, кәңәшләшер, үткән осорға йомғаҡ яһар, алдағы йылға йүнәлештәр билдәләр йыйыны үтә.

Миҙгелдәрҙең балҡып торған мәле. Тәбиғәт байлыҡтарын йомарт өләшкән, йәй йылыһы менән ҡыуандырған август айы. Алтын көҙгә яҡынайған һайын йәмле йәйҙе, күңелле көндәрҙе юҡһынырбыҙ әле. Тап ошо айҙа яңы уҡыу йылы башланыу алдынан республикабыҙ уҡытыусыларының йәйге ялдан һуң, бер майҙанға йыйылып, кәңәшләшер, үткән осорға йомғаҡ яһар, алдағы йылға йүнәлештәр билдәләр йыйыны үтә. Ғөмүмән, күптән инде мәктәп эскәмйәһе артынан сығып, шәхес булып үҫешкән кешеләр ҙә уҡыу йылын тулҡынланып ҡаршылайҙыр, республикабыҙҙың бөгөнгөһөн генә түгел, киләсәген дә билдәләүсе, төбәктең үҫешен әйҙәүсе локомотив бит ул белем усағы.


Йыл да август кәңәшмәһе фекер алышыу сессиялары менән асыла. Быйыл ул биш майҙанда, белем биреүҙең көнүҙәк йүнәлештәре буйынса барҙы.


Бындай хәлдең булғаны юҡ ине әле


Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажиндың әйтеүенсә, былтыр өр-яңы мөмкинлектәргә юл асҡан “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу башланған. Киң ҡоласлы беренсе “Взлетай!” мәктәп форумы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Беренсе Бөтә Рәсәй съезы тармаҡ тормошона яңы һулыш бирҙе. Быйыл өр-яңы 21 мәктәп, 21 балалар баҡсаһы сафҡа инәсәк — бындай хәлдең бығаса булғаны юҡ ине әле.


Әммә өс йәшкә тиклемге сабыйҙар өсөн мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының ихтыяжға яуап бирмәүе эште артабан йылдамыраҡ дауам итеүҙе талап итә, республика етәксеһенең ҡушыуы буйынса, ошо йылдың сентябренән өс йәшкә тиклемге балаһын мәктәпкәсә йәштәге учреждениеға урынлаштыра алмаған ғаиләләргә дәүләт матди ярҙам күрһәтәсәк. Пилот проектының тәүҙә Стәрлетамаҡта һыналасағын да ишеттек.


Федераль проекттарҙа ҡатнашыу республикаға 1,23 миллиард һум аҡса йәлеп итергә ярҙам иткән. Яңы уҡыу йылында һанлы һәм гуманитар профилдәге “Үҫеш нөктәһе” тип аталған 133 үҙәк эш башлаясаҡ. 54 район мәктәбендә уларҙың асылыуы, һис шикһеҙ, ауыл балалары өсөн “Технология”, “Хәүефһеҙлек эшмәкәрлеге технологиялары”, “Информатика” предметтарын яңы шарт­тарҙа, заманса ҡорамалдарҙы файҙаланып үҙләштерергә ярҙам итәсәк.


“Һанлы белем биреү мөхите” федераль программаһы республиканың 63 мәктәбен яңы ҡорамалдар менән йыһазландырасаҡ, шулай уҡ белем биреү ойошмаларының яртыһында “Мәғлүмәт инфраструктураһы” проекты тормошҡа ашырыласаҡ, интернетта эшләү тиҙлеге артасаҡ. Ябайлаштырып әйткәндә, белем усаҡтары алдында бөтә алдынғыны үҙләштереү өсөн ғәйәт ҙур мөмкинлектәр асыла.


Ата-әсәләр өсөн иң ҙур яңылыҡтарҙың береһе биш көнлөк уҡыу режимына күсеү булғандыр. Уны өнәп еткермәүселәрҙең дә булыуы мөмкин, әммә өҫтәмә белем алыуға тотош бер көндөң бирелеүе, һәр балаға йәне теләгән шөғөлдө һайлау өсөн 8800 һум күләмендә сертификат бирелеүе яңылыҡтың төптән уйланылғанлығына, һөҙөмтәле буласағына ишара. Проект 36 муниципаль берәмектә старт аласаҡ. Ул ғына ла түгел, балаларҙың техник, фән һәләттәрен үҫтереү өсөн технопарктар селтәрен үҫтереү, 1 сен­тябрҙән Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән берлектә спорт көрәшен 16 мәктәптә индереү проекты эш башлай. Киләһе йылға бындай спорт мәктәптәрен 151-гә еткереү күҙаллана.


Кем булырға?


IT-технологиялар, робот техникаһы профилендәге белгестәргә ихтыяждың көндән-көн артыуы мәктәптәрҙә тап ошондай йүнәлештәге кластар асыу кәрәклеген талап итә. Был һөнәрҙәр киләсәк өсөн мөһим. Биш майҙансыҡта барған фекер алышыуҙа бөтә йәмғиәтте ҡыҙыҡһындырған, борсоуға һалған, тулҡынландырған бөтә төп мәсьәләләр күтәрелде. Мәҫәлән, киң ҡоласлы тема — Рәсәй Президентының “Рәсәй Федерацияһының 2024 йылға тиклемге осорға милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” барған фекер алышыуҙа бөтә район һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтары, дәүләт структуралары етәкселәре “Мәғариф” милли проектының республикала нисек барыуы, белем биреү объекттары төҙөүҙәге ыңғай һәм кире күренештәр, ауыл биләмәләрен, балалар технопарктарын үҫтереү, өс йәшкә тиклемге балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар тыуҙырыу кеүек бер-береһенән айырылғыһыҙ мөһим мәсьәләләрҙе үҙ эсенә алды. Бер мәктәп темаһына күпме ҡатмарлы, көнүҙәк проблемалар һыйған, тип аптырарға ғына ҡала.


Республиканың үҫеше, яҙмышы өсөн яуаплы, вазифалы етәкселәрҙең, ведомство һәм министрлыҡтарҙың педагогтар кәңәшмәһендә ҡатнашыуы бында яңғыраған һүҙҙәрҙең бушҡа булмауына, тәҡдимдәрҙең һауала аҫылынып ҡалмауына, аныҡ эштәр менән нығытылыуына ышандыра.


“Ҡайһы идея, ниндәй тәҡдим һеҙҙең күңелегеҙгә нығыраҡ ятты”, тигән һорауға ла ҡапыл ғына аныҡ яуап биреп булмаҫ, сөнки улар ифрат күп, бөтәһе лә көн ҡаҙағында, бөтәһе лә берҙәй әһәмиәтле. Мәктәпте тамамлаған баланың һөнәрле булып сығыуы хөртмө ни? Профессиональ йүнәлеште төп бурыстарының береһе итеп иҫәпләгән өлгөлө мәктәптәр булыуы һөйөндөрә. Үҙеңдең һәләттәреңә ярашлы, күңелеңә ятҡан, лайыҡлы эш хаҡы алған, ҡәнәғәтлек тыуҙырған һөнәр һайлау еңел түгеллеген тормош тәжрибәһенә эйә өлкәндәр яҡшы белә. Әммә әлегә йыш ҡына ул тойомлау, кемдеңдер кәңәше, кәйефе, өҫтән-мөҫтән уйлау, ата-әсәнең теләге менән хәл ителә. Һөҙөмтәһе билдәле инде: хаталаныу, үкенеү, ваҡыт уҙғарыу, ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо...


Фойела ойошторолған башҡорт индустриаль мәктәбенең “Алтын ҡулдар” проекты ошо йәһәттән күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы, урта һөнәри белем биреү студенттары өсөн ярҙамсы, хеҙмәт баҙарында юғалып ҡалмауҙа ул таяныс булмаҡсы. Ә бындай белем биреү учреждениеларының республикала байтаҡ булыуы һөнәри белем алыуға йүнәлештең артабан көсәйеүенә килтерәсәк.


Фән үҫеше “башлы” йәштәр ҡулында


“Донъя кимәлендәге фәнни-белем биреү үҙәктәре — биләмәләрҙе үҫтереү механизмы” тип аталған фекер алышыу майҙансығында күтәрелгән мәсьәләләр республика халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур яңылыҡ. 17 июндә республика етәксеһе Радий Хәбиров фәнни белем биреү үҙәге (НОЦ) булдырыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйғайны. Ул төбәктәге билдәле фәнни һәм белем биреү учреждениеларын бер усҡа йыйырға, предприятиелар менән берлектә тикшеренеүҙәр һәм эшләнмәләр өҫтөндә етди аҙымдар яһарға тейеш, тип билдәләнде. “Коммерсантъ—Башҡортостан” гәзите ойошторған матбуғат конференцияһында ла ошо үҙәк хаҡында ентекле һөйләшеү барҙы. Журналистарға үҙҙәрен үтә ныҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алыу мөмкин булды.


Вице-премьер Ленара Иванова “фәнни-белем биреү үҙәген төҙөү идеяһы уйҙырма түгел, ә — ысынбарлыҡ, сөнки ошо уй менән янған команда тупланған”, тине. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙәге һәр юғары уҡыу йорто — үҙе бер серле донъя. Һәр береһе орлоҡтарҙы үҙенсә “сәсә”, үҙенсә “ура”. Аҡыл һәм фекерҙе бергә туплап, бер маҡсатҡа йүнәлткәндә, эшлекле тәҡдимдәрҙе ысынбарлыҡҡа әүерелдерергә мөмкин булыр ине. Вуз ректорҙары ла был фекер менән тулыһынса килеште. Фәнни-белем биреү үҙәгенең эшсе комиссияһына идеяны тормошҡа ашырыу буйынса етди аҙымдар яһарға ғына ҡала. Йүнәлештәр билдәләнгән: республика өсөн ҡулайлы тармаҡтар — һанлы технологиялар, нефть, газ өлкәһе төп ролде үтәйәсәк. Алда ҙур маҡсат: 2020 йылда Рәсәй конкурсында үҙебеҙҙең фәнни эшләнмәләр, патенттар менән иң алдынғы “икенсе көслө бишәү” исемлегенә инеү. Ни өсөн “икенсе” — сөнки тәүге көслө биш төбәк билдәле. Улар үҙҙәренең юғары технологиялары, әҙер изделиелары, аграр, медицина, фармацевтика өлкәләрендәге “ноу-хау”ҙары менән исемлектең тәүге биш юлын яуланы. Эйе, беҙ нефть химияһы республикаһы булыуыбыҙ менән ғорурбыҙ, әммә уның йөҙәткән проблемалары ла етерлек. Ошо тәңгәлдә киҫкен мәсьәләләрҙе йомшартыу, технологияларҙы яңыртыу, сифатлы материалдар синтезлау, конкуренцияға һәләтле продукттар сығарыу һәм уларҙың үҙ ҡиммәтен кәметеү буйынса эштәрҙең осо-ҡырыйы юҡ.


Был юҫыҡта Республиканы үҫтереү корпорацияһының генераль директоры Раил Сарбаев бер генә миҫалды килтереп, сәнәғәттәге төп кәмселекте билдәләне: “Стәрлетамаҡтағы гөрләп эшләп торған машиналар заводы ниңә ябылды? Яуап бер: беҙ заман тиҙлегендә тормошҡа яйлаша алмайбыҙ, конкуренцияға һәләтле продукция етештермәйбеҙ”. Үпкә юҡ, хаҡ һүҙҙәр.

Бөтә Рәсәй конкурсы гранты суммаһы иғтибарға лайыҡлы — 20 миллиард һум. “Әммә грант яулау — үҙ маҡсат түгел, — тине Ленара Иванова. — Фәнни-белем биреү үҙәге тап ошо мәсьәләгә иғтибарын туплаясаҡ, республиканы үҫтереү өсөн инструмент булараҡ сығыш яһаясаҡ”. Әгәр ҙә грант отһаҡ, ул вуздарҙағы лабораторияларҙы, фән менән шөғөлләнеү майҙансыҡтарын йыһазландырыуға файҙаланыласаҡ. Иң мөһиме — фәнгә дәртле, “башлы”, йәш белгестәр киләсәк!


Был кампуста ҡайһы бәхетлеләр йәшәр?


Юғары уҡыу йорттары 2024 йылға сит ил студенттары һанын тағы ла арттырырға уйлай. Вице-премьер Ленара Иванованың белдереүенсә, хәҙерге ваҡытта баш ҡала вуздарында 3200 сит ил кешеһе белем ала. Кәңәшмә барышында “Коммерсантъ-Башҡортостан” гәзите ойошторған “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусыларҙың был яңылыҡ “үҙебеҙҙең абитуриенттарыбыҙҙы сикләү булмаҫмы”, тигән һорауы ла урынлы яңғыраны. Ленара Иванованың әйтеүенсә, сит ил йәштәрен йәлеп итеү беҙҙең студенттарыбыҙҙың тормошонда кире сағылыш тапмаясаҡ, киреһенсә, ижади мөхит, аралашыу, аңлашыу өсөн һәйбәт ерлек буласаҡ. Проектта ҡаралған кампустың төҙөлөүе, йәшәү һәм уҡыу өсөн уңайлы, зауыҡлы шарттар тыуҙырасаҡ.


Ә вуздар өсөн сит ил студенттарын уҡытыу отошло. Заманса ятаҡтар, яҡшы уҡыу шарттары үҙебеҙҙең егет һәм ҡыҙҙарҙы йәлеп итеүгә лә йоғонто яһаясаҡ, бәлки, күптәр ҙур ҡалаларға китеү урынына үҙебеҙҙәге вуздарға өҫтөнлөк бирер.

Нимә һуң ул кампус? Ни өсөн ул баш ҡала өсөн мөһим? Ошо хаҡта Республиканы үҫтереү корпорацияһының генераль директоры Раил Сарбаев ентекләп аңлатты. Проекттың 80 процентын федераль бюджеттан ҡаплаясаҡтар. Ҡалғанын республика түләйәсәк. Корпорация 2020 йылда заманса студент ятаҡтары проектын ҡулға алыуға иҫәп тота, тәү сиратта ул сит ил студенттары, йәш белгестәр өсөн ҡарала.


Йәшәү өсөн бөтә уңайлы шарттар, ҡунаҡхана комплексы, сервис хеҙмәте, офистар — барыһы ла буласаҡ. Хатта проектта Дим районынан Телеүҙәккә тиклем 930 миллион һумлыҡ фуникуляр һалыныуы мөмкин, тип белдерҙе Раил Сарбаев. Дим районындағы төҙөлөш майҙанын эре панелле йорттар төҙөү төркөмө ҡуртымға алғаны билдәле. Студент ҡаласығы төҙөү өсөн участканың ниндәй шарттарҙа бирелеүе хаҡында әлегә һүҙ ҡуҙғатылманы. Һәр хәлдә кампус төҙөү проекты тормошҡа ашһа, баш ҡаланың йөҙө лә танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк, күреп торорһоғоҙ!


Һәләтлеләрҙе тағы ла һәләтлерәк итергә!


Берҙәм дәүләт имтихандарында ете уҡыусы ике предметтан да 100 балл йыйған. Уларҙың барыһы ла Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төрлө этаптары еңеүселәре. “Быйыл беҙҙең ике еңеүсебеҙ һәм 29 олимпиада призеры бар. Был — ыңғай күренеш, тик беҙ һөҙөмтәләрҙең бер нисә тапҡырға артыуын теләйбеҙ. Беҙгә һәләтле балалар менән эш системаһын булдырыу кәрәк”, — тип, Айбулат Вәкил улы үҙенең сығышында ошо тәңгәлдә башҡарылған һәм башҡарылаһы эштәргә туҡталды. Мәҫәлән, республика етәксеһе ҡушыуы буйынса мәктәптәрҙең рейтингы төҙөләсәк, иң яҡшы 20 мәктәп (ул ҡала һәм ун ауыл мәктәбе) бер миллион һум күләмендә грант аласаҡ. Конкуренция, ярыш хәҙер мәктәптәр араһына ла күсә, тимәк. Айбулат Хажиндың әйтеүе буйынса, бурыс — һәр мәктәпте яҡшыраҡ итеү, һәр баланың һәләттәрен асыҡлау һәм үҫтереү өсөн шарттар булдырыу!


Бөтә ҡыҙыҡлы, иғтибарға лайыҡлы башланғыстарға туҡталып тормайынса, әлегә барыбыҙ өсөн дә ят тойолған полилингваль күп профилле мәктәптәрҙең республикала асылыуын ғына әйтеп үтмәксебеҙ. 1 сентябрҙән ике мәктәп яңы рухта, яңы программа менән эш башлаясаҡ. “Бер нисә телдә уҡытыусы белем усаҡтары бөтә мәғариф системаһының драйверы буласаҡ”, — тип билдәләнде кәңәшмәлә.


Министрлыҡ етәксеһенең сығышында “тәү тапҡыр” тигән һүҙҙең бик йыш ҡабатланыуы үткән йылдың яңылыҡтарға бай, мәктәп тормошоноң ырамлы аҙымдар яһауына ҡеүәт. Шул “тәүге тапҡыр”ҙар иҫәбендә — “Ворлдскиллс юниорҙары” һауыҡтырыу сменаһын ойоштороу, “Толпар” шифаханаһында уйын технологияларын индереү (11,8 миллион һум грант та отҡан!), Бөтә Рәсәй хәрби-тарихи “Еңеү” лагерында ҡатнашыу, Ҡырмыҫҡалы районында үҙенсәлекле балалар өсөн лагерҙа ата-әсәләр менән бергә ял итеү...


Коррекцион мәктәптәрҙе йыһазландырыу, инклюзив уҡытыуҙы йәйелдереү буйынса алда ҙур эштәр тора. Ошо йәһәттән өлгө алырлыҡ миҫалдар ҙа килтерелде. Мәҫәлән, Салауат белем биреү һәм профессиональ технологиялар колледжы Бөтә Рәсәй “Абилимпикс” конкурсында икенсе урынды яулаған. Ворлдскиллс милли чемпионатында ла республика үҙен яҡшы яҡтан күрһәткән, ә Сибай күп профилле һөнәри колледжы студенты “Ташты архитектуралы эшкәртеү” компетенцияһында Рәсәйҙең йыйылма командаһына ингән.


“Ваҡ мәсәьәләләрҙе хәл итмәй, олоһона тотоноп булмай”


Белем биреү өлкәһе — өҙлөкһөҙ барған, тынғыһыҙ процесс. Уның йәш белгестәр, яңы һулыш һәм ҡараш төрлөлөгө менән тулыланып, яңырып тороуы шарт. Бөгөн йәш белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн федераль һәм республика кимәлендә инструменттар етерлек. Быйыл уларға тағы яңыһы өҫтәлде. Республика етәксеһе Указына ярашлы, октябрь айында 100 ауыл уҡытыусыһы 600 меңәр һумлыҡ грант аласаҡ.


Алдағы уҡыу йылы тағы ла йөкмәткелерәк, мауыҡтырғысыраҡ, һөҙөмтәлерәк булыр төҫлө. Кәңәшмә майҙансыҡтарындағы ижади мөхиткә, ҡатнашыусыларҙың осҡонло күҙҙәренә һәм эшлекле һүҙ алып барыуҙарына, тәҡдимдәре менән ихлас уртаҡлашыуҙарына ҡарап та, уларҙың яңы уҡыу йылына ҙур яуаплылыҡ менән аяҡ баҫасағын төҫмөрләргә мөмкин. Һүҙ ҙә юҡ, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар пленар ултырышта республика етәксеһенең сығышын ҙур иғтибар менән көтөп алды. Ысынлап та, Радий Фәрит улының сығышы был юлы ла аныҡ, тойғоларға бай, йөкмәткеле булыуы менән иҫтә ҡалды.


Етәксене хатта бәләкәй ауылдарҙағы иҫке мәктәптәрҙә лә тәртип булдырырға тырышып, буяп, ағартып матурларға ынтылыуҙары, “ҡайһы саҡта уҡытыу сифаты иҙәнгә йәйелгән паркет ялтырауына һәм мәктәптең нисә йылда төҙөлөүенә бәйле түгел”леге хайран ҡалдыра. Ул профессияға тәрән һөйөүҙәре һәм балаларға яҡшы мөнәсәбәттәре өсөн тармаҡта эшләүсе һәр кемгә рәхмәт белдерҙе. Яңы уҡыу йылына уҡыусылар өсөн йылы бәҙрәфтәр төҙөлөүен дә етәксе ваҡ-төйәк тип ҡарамауын, ошондай ябай мәсьәләләрҙе хәл итергә өйрәнмәйенсә, олоһона тотоноп булмауын әйтте.


“Беҙҙең бурыс — һәр баланы мәктәптән белем менән тыңҡыслап сығарыу ғына түгел, ә уны сәләмәт, бәхетле, лайыҡлы граждан итеү”, — тип, ул ни өсөн биш көнлөк уҡыуға күсеү яғында булыуын да дәлилләне.


Яңы уҡыу йылынан балалар берҙәм меню буйынса туҡланасаҡ һәм был өлкә даими контролдә буласаҡ. Радий Фәрит улы балаларҙың сәләмәтлегенә ҡағылған мәсьәләләрҙән мәктәптәрҙәге хәүефһеҙлек, тормошобоҙға әллә ҡайҙан килеп ингән буллинг, скулшутинг һәм башҡа негатив нәмәләргә юл бирмәү өсөн көрәш, һиҙгерлек, ваҡытында ҡаршылыҡ күрһәтеү мәсьәләләренә күсте.


Ғәжәп, заманалар нисек кенә үҙгәрмәһен, мәктәп өҫтөнә йөкмәтелгән бурыстар һис кәмемәй. Үткән быуатта халыҡ шағиры Мәжит Ғафури яҙып ҡалдырған ҡанатлы һүҙҙәр һаман да иҫкермәй, яңырғандан-яңыра ғына:

“Донъяға нисек ҡарарға күҙҙе асалыр мәктәп,

Насарлыҡтан, боҙоҡлоҡтан алып ҡалалыр мәктәп”...


Киләсәктә имтихандарҙа 100 балл йыйған уҡыусыларҙы тәрбиәләгән уҡытыусыларҙы дәртләндереү саралары ҡаралыуы мөмкин. Талантлыларҙың ҙур ҡалаларға белем алырға китеүенә борсолмаҫҡа, ә престижлы вуздарҙы тамамлаусыларҙы Башҡортостанға нисек ҡайтарыу тураһында уйланырға кәрәклеген дә билдәләне республика етәксеһе. Ысынлап та, әле Мәскәүҙә генә ике меңгә яҡын студент һәм аспирант бар. Радий Фәрит улы әйтмешләй, “милләт сәскәһе” бит улар.

Республикабыҙҙа үҫеш нигеҙен булдырыусы, киләсәк өсөн өмөтлө кадрҙар әҙерләүсе, тормошобоҙҙоң әхлаҡи йөҙөн билдәләүсе бына тигән уҡытыусылар “армияһы” барлығына һөйөнәйек. Яңы уҡыу йылында өр-яңы ҡаҙаныштар менән бергә уларға һаулыҡ, түҙемлек теләйек.


Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА, Рә­сәй Дәүләт Думаһы депутаты:

– Тормошобоҙҙо еңе­ләйткән, тәртип булдырған, йәшәү шарттарын яҡшырт­ҡан, халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлаған закондар ҡабул ителеп тора. Шулай уҡ белем биреү өлкәһенә ҡағыл­ғандары ла етерлек. Ҡайһы берәүҙәрҙең “эйе, закондар шәп тә ул, тик күбеһе ҡағыҙҙа ғына” тиеүе лә бар. Ә кем тормошҡа ашырырға тейеш барыбыҙға ла ҡағылған был һәйбәт ҡарарҙарҙы? Бөгөн август кәңәшмәһендә төрлө кимәлдәге етәкселәрҙең бергә йыйылыуы – яҡшы күренеш. Берҙәм эш кәрәк! Шул саҡта ғына закондар тулы ҡеүәтенә эшләйәсәк.
Ставрополье мәктәптәрендә булған хәлде генә иҫкә төшөрәйек. Белем биреү усаҡтарында берҙәм формаға күсеү тураһында закон булдымы? Булды. Ә ни өсөн беҙ уны үтәмәйбеҙ, ата-әсәләр менән аңлатыу эштәре алып бармайбыҙ? Мәғариф өлкәһе диндән азат, һәр кемгә тигеҙ мөмкинлектәр биргән берҙәм уҡытыу системаһы. Милләтенә, расаһына, диненә ҡарамаҫтан, һәр бала тиң хоҡуҡтарҙан файҙалана, бер үк тәртип ҡағиҙә­ләренә буйһона, бер үк программаны үҙләштерә. Кем эшләтергә тейеш көс, аҡыл, ваҡыт түгеп ҡабул ителгән ҡанундарҙы?
Интернет селтәрендәге яманлыҡты ла бары күмәкләп баҫа, көсһөҙләндерә алабыҙ. Бала­ларыбыҙҙы һаҡларға, кеше итергә, тиңдәр араһында тиң итеп күрергә теләйбеҙ икән, ата-әсәләр, ижтимағи ойошмалар, дин әһелдәре һәм битараф булмаған башҡа бик күптәр менән эшләргә тейешбеҙ.


Зөлфиә ИШЕМБӘТОВА, Салауат белем биреү һәм профессиональ технологиялар колледжы директоры:

– Мәғариф өлкәһендә яңылыҡтар шул тиклем күп, уҡыу ҙа, уҡытыу ҙа ҡыҙыҡлыраҡ, йөкмәткелерәк була бара. Мәҫәлән, инвалид балалар араһында профессиональ оҫталыҡ чемпионатында – “Абилимпикс”та беҙҙең колледж студенты Артем Бикбулатовтың еңеү яулауы башҡалар өсөн дә һәйбәт өлгө булды. Робот техникаһы буйынса ул – республикала иң яҡшыһы. Сентябрҙә һайлап алыу туры үтһә, финалда Башҡортостан намыҫын яҡлаясаҡ. Бындай конкурстар, олимпиадалар һәләтлеләрҙе асыҡларға, уларға яңы үрҙәргә юл ярырға ярҙам итә. “Абилимпикс” ярыш ҡына түгел бит, ул – һөнәр һайлау майҙансығы ла. Яратҡан шөғөлдәре булған балалар менән эшләү күңелле!
Уҡытыусыларҙы дәртләндереү саралары артты, гранттар, проекттарҙы яҡлау өсөн ифрат ҙур мөмкинлектәр асылды. Педагог һөнәренең абруйын төшөрмәү, донъялағы иң гуманлы профессияға йәштәрҙе ылыҡтырыу үҙебеҙҙең ҡулда, әүҙемерәк булайыҡ.


Рәмил ИШЕМБӘТОВ, Йылайыр сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн коррекцион интернат-мәктәп директоры:

– Быйыл федераль проектҡа ярашлы, 4 миллион 200 мең һумлыҡ өр-яңы ҡорамалдар аласаҡбыҙ: интерактив таҡ­талар, логопед кабинеты өсөн йыһаздар һәм башҡа уҡыу кәрәк-яраҡтары. Заманса ҡорамалдар булғас, заманса фекерләргә, заманса алымдарҙы ҡулланырға өйрәнергә лә кәрәк бит.
Коррекцион мәктәптә аҡыл йәһәтенән артта ҡалған 155 баланы тормош шарттарына яраҡлаштырыу, юғалып ҡалмау, һөнәр алырлыҡ итеп тәрбиәләү өсөн тырышып ятҡан көнөбөҙ. Мәғариф тармағындағы бөгөнгө йәнлелек, идеялар һәм мөмкинлектәрҙең ифрат күплеге беҙҙең мәрхәмәтлелек, изгелек нурында йөҙгән мәк­тәбебеҙҙе лә ошо тулҡынға эйәртеренә шик юҡ.





Читайте нас: