Быйыл Башҡортостанда тәүге тапҡыр Белем көнөндә иҫерткес эсемлектәр һатылмаясаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 1 сентябрь ял көнөнә тура килгәнлектән, уҡыусылар һәм студенттар өсөн яңы уҡыу йылы 2 сентябрҙән башланасаҡ. Тимәк, сикләү ҙә ошо көндө ғәмәлдә буласаҡ.
“Бөтә республика территорияһында был көндө алкоголле эсемлектәр, шул иҫәптән һыра ла һатылмаясаҡ, – тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Алкоголһеҙ һабантуйҙар һәм Йәштәр көнө уҙғарыу тәжрибәһе күрһәтеүенсә, халыҡ бындай сикләүҙәргә аңлап ҡарай. Был сара йәмәғәт тәртибе урынлаштырыу мөмкинлеге бирә. Йәштәр араһында спиртлы эсемлектәр ҡулланыу кәмер тип көтәбеҙ”.
Алдараҡ хәбәр итеүебеҙсә, республика парламенты депутаттары алкоголь һатыуҙы сикләүсе закон ҡабул иткәйне. Уға ярашлы республикала, Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә, һабантуйҙар үткәргәндә иҫерткес эсемлектәр һатылмаясаҡ.