Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
26 Август 2019, 17:53

Биш көнлөккә күсәбеҙ. Уҡытыусыларҙың эш хаҡы кәмемәҫме?

Өфөлә педагогик кадрҙарға ла бер ни тиклем ҡытлыҡ бар икән.


Баш ҡала мәктәптәре уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова белдереүенсә, үкенескә ҡаршы, әлегә бөтә мәктәптәр ҙә икенсе сменала уҡыуҙы бөтөрә алмай. 128 мәктәптең тик 65-ендә генә балаларҙы беренсе сменала уҡытыу ойошторолған.
Өфөлә педагогик кадрҙарға ла бер ни тиклем ҡытлыҡ бар икән. Шулай ҙа был мәсьәләне өлөшләтә хәл иткәндәр. Август башында 710 уҡытыусы талап ителһә, әле 128 педагог етмәй. Айырыуса физика, химия, математика һәм башланғыс класс уҡытыусыларына һорау бар. Шулай уҡ баш ҡала балалар баҡсаларына 12 тәрбиәсе кәрәк.
Мәктәптәр биш көнлөк уҡыуға күсә. Был йәһәттән уҡытыусыларҙың эш хаҡына зыян килмәйәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл мәктәптә уҡыу 2 сентябрҙә башлана. Был 1 сентябрҙең ял көнөнә тура килеүенә бәйле. Байрам линейкаһынан һуң “Еңеү дәрестәре” үтәсәк. Ул Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулыуға арнала.
Читайте нас: