– Быйыл Өфө ҡалаһы мәктәптәренә 122 мең бала уҡырға килә, был һан үткән йылға ҡарағанда 4 меңгә күберәк, – тине матбуғат конференцияһында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова. – Шуның 15 мең тирәһе I класҡа барған ҡыҙ һәм малай. Һәр йылдағыса, ата-әсәләр мөһим бурыстарының береһенә бик тә яуаплы ҡарай.
Баш ҡала буйынса бөтәһе 399 муниципаль белем ойошмаһы иҫәпләнә, шул иҫәптән, 128 мәктәп, 224 балалар баҡсаһы һәм 47 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы. Әйткәндәй, балалар баҡсаларына 65 мең кескәй малай һәм ҡыҙ йөрөй.