Зәк-Ишмәт урта мәктәбендә балаларҙа тарихҡа, үткәндәргә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында ҙур эш алып барыла. 2010 йылда бында тыуған яҡты өйрәнеү музейы асыла.
Бай йыһазландырылған музейҙа ошо ауылда тыуып үҫкән мәғрифәтсе Зәки Шәмсетдин, ауыл, мәктәп тарихы, хеҙмәт уңғандары, тыуған ил өсөн алышҡан батырҙар хаҡында бай мәғлүмәт тупланған. 2015 йылда мәктәптә Салауат Һатыбаев етәкселегендә ойошторолған “Батырлыҡ” эҙәрмәндәр отряды бөгөн һуғыш яланында ятып ҡалған яугирҙәрҙең ҡәберҙәрен эҙләү, уларҙы ҡабаттан ерләү йәһәтенән әүҙем эш алып бара.
Былтыр улар, Бөтә Рәсәй “Хәтер вахтаһы-2019” акцияһында ҡатнашып, илһөйәрлек, тоғролоҡ өлгөһө күрһәткән. Башҡортостан эҙәрмәндәре 15 һалдат кәүҙәһен таба. Аҙаҡ улар Советтар Союзы Геройы осоусы Шамил Әбдрәшитовтың хәрби юлын тулыраҡ өйрәнеү маҡсатында Севастополь ҡалаһына экспедиция ойошторған.
– Шамил Монасип улы, Ырымбур өлкәһендә тыуһа ла, беҙҙең ауылда үҫә. Уның ҡаһарманлығын онотмайбыҙ, – ти Салауат Мәхмүт улы. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, батыр хаҡында мәғлүмәттәр юҡ. Хәҙер уның ҡаһарманлыҡ юлын төплө өйрәнәбеҙ. Был бүлмәне уның музейы итергә әҙерләнәбеҙ.
Билдәле булыуынса, Шамил Монасип улының самолеты дошман артиллерияһы тарафынан 1945 йылдың 4 майында атып төшөрөлә. Йәш эҙәрмәндәр, батыр эҙҙәренән үтеп, уның һуңғы төйәгенә сәскә һалған.