Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
29 Август 2019, 17:20

Айбулат Хажин: “28-се урындан 5-сегә күтәрелергә тейешбеҙ”

Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин Өфөлә үткән ҡала уҡытыусылар кәңәшмәһендә республика мәғариф тармағы алдында Рәсәйҙә иң яҡшы биш мәғариф системаһы иҫәбенә инеү маҡсатын ҡуйҙы.

Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин Өфөлә үткән ҡала уҡытыусылар кәңәшмәһендә республика мәғариф тармағы алдында Рәсәйҙә иң яҡшы биш мәғариф системаһы иҫәбенә инеү маҡсатын ҡуйҙы. Әле ил рейтингында ул 28-се баҫҡысты биләй.


Ведомство етәксеһе шулай уҡ был маҡсатҡа өлгәшергә булышлыҡ итерлек сараларҙы билдәләне. Улар – “Юғарыға ос” республика проекты, мәктәптәрҙә заманса кластар асыу һәм башҡалар. Мәҫәлән, Өфөлә заманса 70 химия һәм физика класы булдырыу күҙаллана. Был эшкә ҡаҙнанан 70 миллион һум йүнәлтеләсәк. Уҡытыусылар кәңәшмәһендә шулай уҡ Мәскәүҙә мәғариф системаһын үҫтереү тәжрибәһе тикшерелде.



Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.
Читайте нас