Башҡортостандағы киң билдәле Тибет медицинаһы ғилми-тикшеренеү үҙәге менән Монголия милли медицина университеты бер-береһенә кәрәк булыуын асыҡланы.
Быйыл йәй улар араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйылғайны. Уға ярашлы, студенттар алмашыу барасаҡ, ике яҡтың ғалимдары һәм белгестәре лекция уҡыясаҡ, үҙ-ара коллоквиумдар, берлектәге фәнни тикшеренеүҙәр үткәреләсәк, академик мәғлүмәт һәм башҡа материалдар менән алмашыу барасаҡ.
– Был документ хоҡуҡи мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килтергән ниндәйҙер юридик килешеү булып тормай, ә маҡсаттар һәм ынтылыштарҙы аңлата, шуға күрә һәр тәғәйен эшмәкәрлек алдан һәм яҙма килешеү нигеҙендә башҡарыласаҡ, – ти Тибет медицинаһы үҙәгенең генераль директоры Азат Фәйзуллин.
Фото: Тибет медицина үҙәгенән.