Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
29 Август 2019, 11:20

Әнәс балалары бәхетле

Миәкә районында “Үҫеш нөктәһе” федераль программаһы нигеҙендә эшмәкәрлеген көйләгән ике мәктәп бар, шуларҙың береһе – Әнәс урта мәктәбе.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Миәкә районында “Үҫеш нөктәһе” федераль программаһы нигеҙендә эшмәкәрлеген көйләгән ике мәктәп бар, шуларҙың береһе – Әнәс урта мәктәбе.
– “Үҫеш нөктәһе” үҙәге – өс кабинетта урынлашҡан, уның күп булыуы балалар өсөн уңайлы, – тип һөйләй Әнәс мәктәбе директоры Светлана Ямалетдинова. – Һәр ата-әсә балаһының һәләтен күрергә теләй, ә белем усағында ҡыҙ һәм малайҙарҙың һәр яҡлап үҫешенә мөмкин тиклем тәрәнерәк булышлыҡ итеү – уҡытыусыларҙың мөҡәддәс бурыстарынан һанала.
Белем биреү учреждениеһында 100 бала белем эстәй. Информатика, технология, йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм башҡа фәндәрҙән һәр уҡыусыға өҫтәмә белем алыу мөмкинлеге бирелгән.
Читайте нас: