Бөгөн Учалы районында 9,5 мең уҡыусы парта артына ултырҙы, уларҙың 1008-е тәү тапҡыр “алтын һуҡмаҡ”ҡа баҫты.
Районда мәғариф өлкәһенә иғтибар йылдан-йыл арта, балаларға төплө белем биреү һәм лайыҡлы тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙырыуға күп көс һалына. Быйыл, мәҫәлән, мәғариф учреждениеларын яңы уҡыу йылына әҙерләүгә төрлө сығанаҡтарҙан 80 миллион һум аҡса бүленгән. Был суммаға мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында ремонт уҙғарылған, ашханаларға яңы ҡорамалдар һатып алынған, төҙөкләндереү эштәре башҡарылған.