Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙға төрлө тарафтарҙан килгән студенттар дөйөм ятаҡтан урын алыу мәшәҡәте менән мәж килә. Бәғзеләре иһә ҡуртымға фатир йүнләп ҡаңғыра.
Үткән көндәрҙең береһендә Өфө сауҙа-иҡтисад колледжының дөйөм ятағы алдында мәхшәр ҡупҡан. Студенттар һәм уларҙың ата-әсәһенән торған һыу буйы сират, этеш-төртөш, ҡысҡырыш... Ә ваҡыт – иртәнге сәғәт һигеҙ менән туғыҙ араһы.
Баҡтиһәң, ятаҡҡа ҡабул итеүселәр паспорттың ике дана күсермәһен талап итә икән. Ә уҡыу йортоноң сайтында берәү генә кәрәк тип әйтелгән булған. Һөҙөмтәлә студенттар ҡалалағы ксерокопия яһау үҙәктәре асылғансы көтөргә мәжбүр ителгән, шул уҡ ваҡытта сиратты һаҡлау йәһәтенән ғауғалар килеп сыҡҡан. Ә уҡыу йортоноң үҙендә ксерокопия эшләү мөмкинлеге юҡ икән…
Студент саҡ – күңелле саҡ. Бына ошондай ваҡиғалар ҙа аҙаҡ һағынып һөйләргә генә ҡала ул...