Яңы уҡыу йылына Өфө мәктәптәренең ашханалары өр-яңы һауыт-һаба менән тәьмин ителде. “Башҡорт фарфоры” етештергән тәрилкә һәм сынаяҡтарға баш ҡаланың бренды – “ӨФӨ” тигән яҙыу төшөрөлгән.
Һауыт-һабаны алмаштырыу 11 миллион һумға төшкән. Мәҫәлән, быяла бокалдарҙың тотҡаһыҙ төрөнә өҫтөнлөк бирелгән, сөнки, ғәҙәттә, бындай һауыттың иң тәүҙә тотҡаһы һынып сыға.
Шулай уҡ быйылғы уҡыу йылынан мәктәп ашханаларын аҙыҡ-түлек, әҙер ризыҡтар менән тәьмин иткән операторҙар бер ойошмаға – Балалар диетик туҡланыуы үҙәгенә берләштерелде. Был сифат йәһәтенән ныҡлы контроль булдырыу маҡсатында эшләнде.
Әлеге яңылыҡтар хаҡында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин баш ҡала уҡытыусыларының август кәңәшмәһендә хәбәр иткәйне.