Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
4 Сентябрь 2019, 16:30

Һәләтле балалар – “Толпар”ҙа

Республикабыҙҙың “Толпар” шифаханаһында һәләтле балалар өсөн “TERRA BASHKIRIA. Киләсәк образы” тигән федераль проектты тормошҡа ашырыу башланды.

Республикабыҙҙың “Толпар” шифаханаһында һәләтле балалар өсөн “TERRA BASHKIRIA. Киләсәк образы” тигән федераль проектты тормошҡа ашырыу башланды.


Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһенән килгән ҡыҙҙар, малайҙар, шулай уҡ сит ил граждандары (барлығы 300 бала) йәштәр инновацияһының ике федераль кампус сменаһы буйынса белемдәрен һынап ҡараясаҡ. Уҡыусы балаларҙың бөтәһе лә – математика һәм информатика буйынса олимпиада еңеүселәре.


Бай программа төҙөлгән. Конкурсанттар өсөн математика һәм информатика дәрестәре ҡаралған, оҫталыҡ дәрестәрен иһә алдынғы юғары уҡыу йорттары ғалимдары бирәсәк. Бынан тыш, балаларҙың ижадын үҫтереүгә лә көслө иғтибар бүленәсәк.


“Йәштәр инновацияһы кампусы” – өҫтәмә белем биреүҙе үҫтереү йәһәтенән Бөтә Рәсәй проекты. Ул “Мәғариф” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.


Иң-иңдәр иһә халыҡ-ара кейс-чемпионатында ҡатнашыу хоҡуғын аласаҡ.


Фото: Башҡортостан Мәғариф министрлығы сайтынан.

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин
Читайте нас