Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
6 Сентябрь 2019, 11:30

“Тере энциклопедия” түгел, шәхес тәрбиәләү мөһим

Мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында бөгөнгө белем биреү алымдарына бер ҡараш.

Мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында бөгөнгө белем биреү алымдарына бер ҡараш.


Мәҡәләлә йәмғиәттең, уның айырылғыһыҙ өлөшө булған белем биреү системаһының хәҙерге хәле, педагогик тәрбиә өлкәһенә ҡағылышлы проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары ҡарала. Бөгөн мәктәптәрҙә, урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттарында йәш быуынды тәрбиәләү процесы йәмғиәттең яңы талаптарына яраҡлаштырылмай. Бының сәбәптәре – уҡыу барышында уҡытыусының тәрбиәүи функцияһы кәмеүендә, юғары уҡыу йорттарында һәм мәктәптәрҙә уҡытыуҙың хеҙмәт күрһәтеү кимәленә төшөүендә, үҫмерҙәр проблемалары буйынса юғары квалификациялы белгестәр булмауҙа. Үҫеп килгән быуын үҙен уратып алған мәғлүмәт, гаджеттар, контент һәм башҡа идеологик тәьҫир йоғонтоһонда йәшәй.


Улды кем тәрбиәләй?


“Илде яулап алырға теләһәң, уның балаларын тәрбиәлә”, – ти ҡытай әйтеме. “Һуғыштағы еңеүҙәр парта алдында уҡытыусылар менән яулана”, – тигән Германия Кайзеры. Бөгөн беҙҙең мәктәп­тәрҙәге белем биреү системаһы – беҙ һәм атай-әсәйҙәребеҙ уҡыған­дың тап киреһе.


Бөйөк фәйләсүфтәр, ғалимдар үҙҙәренең уҡыусыларына нисек һабаҡ биргәнен хәтерләйек: бөтә дәрестәрҙе лә улар аяғөҫтө тороп үткәргән. Кеше өсөн оҙаҡ ултырыу зыянлы, иң яҡшы идеялар һәм уйҙар ултырғанда түгел, ә тап йөрөү, хәрәкәт итеү процесында барлыҡҡа килә.


Шулай уҡ бөгөн мәктәптәрҙә каллиграфия – таҙа яҙыу предметы бөтөрөлдө. Уны яңынан булдыр­маған хәлдә лә, рус теле, математика, тәбиғәтте өйрәнеү һәм башҡа дәрестәрҙә ҡауырһын ҡәләм (перо) менән биш минутлыҡ яҙыу күнек­мәһенә алыштырып булыр ине. Бындай ҡәләм менән ҡара буяуға маныу уҡыусының – йөрәк тибе­шенә, ә яҙыу йөрәк ритмына тура килә, һәм был баланың психик торошон нығытыуға булышлыҡ итә.


Берҙәм дәүләт имтиханы үткә­реү – бары тик 50-гә 50 торо­шондағы яуаптар алыу ул: дөрөҫ таптыңмы – афарин, тапмаһаң – тапшыра алманың. Унификация индереүҙең, бәлки, яҡшы яҡтары ла барҙыр, ләкин барыһы өсөн дә түгел, сөнки стандарттар бер үк булһа ла, методикалар һәр кемдеке төрлөсә, тимәк, һөҙөмтәләр ҙә айырыла. Шуға күрә, әгәр беҙ артабан да БДИ алымын ҡулланабыҙ икән, уҡыусы менән күҙгә-күҙ ҡарап әңгәмәләшеүҙе, йәғни уның көслө һәм йомшаҡ яҡтарын билдәләүҙе индерергә кәрәк: был кластарҙы ошоға ҡарап комплектлауҙы күҙ уңында тота (МДУ миҫалында күрергә була).


Физкультура дәресе мәктәптә аҙнаһына ике йәки өс тапҡыр үткәрелә, ә балалар көн буйы партала ултыра, дәрестәр күп. Физкультураны, дәрестәр бөткәндән һуң, көн һайын үткәрергә кәрәк. Әйҙә, рәхәтләнеп уйнаһындар, тәндәре яҙылһын, физик йәһәттән нығынһындар! Был бигерәк тә 11 йәштән 14 йәшкәсә малайҙарға ҡағыла, сөнки уларҙың өлгөрөүе 11 йәштә башлана һәм 14-15 йәшкә тиклем дауам итә. Был арауыҡта үҫмерҙе тулыһынса физик яҡтан әүҙемлек менән тәьмин итергә кәрәк, шул ваҡытта ғына ул энер­гетикаһын үҫешкә, физик эшмәкәр­леккә йүнәлтәсәк. Киреһенсә булған осраҡта, баланың башында тик компью­терҙа атыш уйнау ғына була. Бындай уйындар арҡаһында үҫмер менталь кимәлдә үлтерергә өйрәнә, ә был уның өлгөрөп етмәгән психикаһын һындырыуға килтерә. Һөҙөмтә – Керчь ҡалаһындағы кеүек төрлө ҡурҡыныс хәлдәр. Әгәр уҡыусы мәктәптәге секцияларға, физкультура-һауыҡтырыу комп­лекс­та­рындағы спорт түңәрәк­тәренә йөрөһә һәм үҙен физик йә­һәттән үҫтерһә, яҡшы һөҙөмтәләр көтөргә була. Шулай итеп, беҙ ата-әсәләр һәм йәмғиәт алдында торған күп кенә проблемаларҙы хәл итә­сәкбеҙ:

* бала тартмай һәм эсмәй – быға ваҡыты юҡ, спорт та мөм­кинлек бирмәй;


* ул урамда теләһә ҡайҙа йөрө­мәйәсәк – был хәүефһеҙлекте тәьмин итә;


* физик яҡтан нығына: сәләмәт тәндә – сәләмәт рух;


* физкультура характерҙы үҙгәр­тә – сыныҡтыра, тимәк, ул үҙен генә түгел, яҡындарын да яҡлай аласаҡ;


* интернетта аралашыу өсөн ваҡыт, йәғни ситтән тәьҫир кәмей, ә ата-әсәләр күп осраҡта баланың нимә ҡарағанын, кем менән ара­лашҡанын, ниндәй сайттарҙа ул­тырғанын контролдә тота белмәй.


Бер кемгә лә сер түгел: бала камил шәхес булып үҫешһен өсөн, уға тулы ғаилә, йәғни атай ҙа, әсәй ҙә кәрәк. Беҙҙең халыҡта элек-электән улды тәрбиәләү менән атай кеше шөғөлләнгән. Психологтар ата-әсә айырым йәшәгән осраҡта ла әсәләргә балаһын күберәк атаһы менән аралаш­тырырға, баланы ир-егет сифаттарын үҫтергән секцияларға, ныҡышмалылыҡ, сәм, ихтыяр көсө тәрбиәләгән спорт түңәрәктәренә йөрөтөргә кәңәш итә.


Ни өсөн ирҙәр аҡса эшләүҙе ҡатын-ҡыҙға йөкмәтә?


Бөгөнгө мәғариф системаһы бер мөһим төшөнсәне – малай­ҙарҙың һәм ҡыҙҙарҙың материалды үҙләштереүе, аңлауы төрлөсә булыуын күҙ уңынан ысҡындыра. Күптән түгел үткәрелгән ғилми тикшеренеүҙәрҙә бына нимә асыҡланған: V класс уҡыусы­ла­рына хикәйә уҡығанда, ҡыҙҙарҙы күберәк әҫәрҙең сағыу, матур, хисле яҡтары, ә малайҙарҙы көс, намыҫ төшөнсәләре ҡыҙыҡһын­дыр­ған, шуға күрә ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы бер тиң ҡуйып уҡытырға ярамай. Был уларҙа ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет сифаттарын түгел, ә ниндәйҙер урталыҡ (оно!) тәрбиәләүгә килтерә!


Бөгөн мәктәптәрҙә уҡытыусы-педагогтарҙың 99 проценты тигәндәй – гүзәл зат вәкилдәре. Тимәк, бындай шарттарҙа мәктәп кенә малайҙарҙы ир-егет итеп тәрбиәләй алмай. Педагог ҡатын-ҡыҙҙар, үҙҙәре лә һиҙмәйенсә, уларҙа күберәк ҡатын-ҡыҙ психикаһын үҫтерә. Ошоға бәйле проблемалар барлыҡҡа килә: малайҙар үҙҙәрен ҡыҙҙар кеүек тота, ә ҡыҙҙар улар янында лидерға әйләнә. Ошонан һуң беҙ, ни өсөн ир-егеттәр аҡса эшләүҙе ҡатын-ҡыҙ өҫтөнә йөкмәтә, үҙҙәре диванда эшһеҙ ултырып ваҡыт уҙғара, гүзәл зат барыһын да үҙ елкәһендә тарта, тип аптырайбыҙ. Был мәсьәлә бик етди, һәм ул хәл итеүҙе көтә.


Проблеманан сығыу юлы берәү – уҡыу-уҡытыу процесына теге йәки был өлкәлә уңышҡа өлгәшкән ир-егеттәрҙе, эшҡыуарҙарҙы, предприятие, фирма етәкселәрен, фермер­ҙарҙы йәлеп итеү. Улар – уңышлы кешеләр, өлгөлө ғаилә башлыҡтары, эшһөйәрҙәр, бынамын тигән атайҙар һәм мәктәпкә йәки юғары уҡыу йортона ниндәй маҡсат менән барырын, йәш быуынға нимәләр һөйләрен, нимәгә өйрәтерен яҡшы белә. Улар ҙур теләк менән үҙҙәренең донъяға ҡарашын, ир-егеттәрсә фекерҙәрен уҡыусыларға тапшырасаҡ, йәғни педагогик эшмәкәрлеккә үҙ өлөшөн индерәсәк. Бының менән ир-егеттәрҙең маҡсат ҡуя белеүен һәм шуға өлгәшә алыуын иҫбатлаясаҡ, тимәк, өлгө буласаҡ.


Педагогик эшмәкәрлектең абруйын күтәреү, юғары һәм һөнәри уҡыу йорттарына, мәктәптәргә күберәк ир-егеттәрҙе йәлеп итеү өсөн кәм тигәндә 50 мең һум эш хаҡы билдәләү шарт, сөнки ирҙәр – ғаилә башлығы, ғаиләне туйындырыусы. Шулай уҡ йәмғиәттә педагог һөнәренә ир-егеттәр эше булараҡ ҡараш формалаштырыу зарур. Был йәмғиәттең социаль статусын үҙгәртәсәк һәм үҫеп килгән быуынға янаған хәүефтәргә юл ҡуймаясаҡ, бөгөнгө экологик, социаль-ижтимағи, сәйәси, геосә­йәси көрсөктәрҙән сығарасаҡ.


Шулай уҡ элекке замандағы кеүек хәрбиҙәрҙәгесә рангылар табеле индереү һәм уларҙы вазифа­ларға бәйләү кәрәк. Йәш быуынға тәрбиә һәм белем биреү – дәүләт сәйәсәте, ә быны тормошҡа ашырыу уҡытыусылар иңендә, шуға күрә педагогтарға хәрби хеҙмәткәр­ҙәрҙеке кеүек үк мөһим вазифа йөкмәтелгән. Уҡытыусы – ул дәү­ләтте барлыҡҡа килтереүсе һөнәр. Ул – нигеҙҙәрҙең-нигеҙе. Бөгөн беҙ балаларыбыҙға нимә бирәбеҙ, яҡын киләсәктә тап шуны аласаҡбыҙ.


Юғары уҡыу йорттары студенттарына А.С. Макаренконың бөтә хеҙмәттәрен, бигерәк тә “Педагогическая поэма”, “О коммунистическом воспитании” һәм башҡа­ларҙы мотлаҡ өйрәнеү зарур. Улар менән ҡоро танышыу ғына аҙ, йәш быуын милекселек түгел – коллектив, ҡулланыу түгел – ижад итеү, эшһеҙлек түгел – хеҙмәт мөһим икәнен аңларға тейеш, сөнки улар – буласаҡ педагогтар, атайҙар һәм әсәйҙәр. ЮНЕСКО А.С. Макаренконы донъя­лағы иң күре­некле дүрт педагогтың береһе тип таный. Бөтә юғары уҡыу йорт­тарындағы барлыҡ педагогтарға ла А.С. Макаренконың ғилми хеҙмәттә­рен һәм В.Ф. Базарныйҙың эштәрен өйрәнеү мотлаҡ тип һанайым.


Ошоларҙан сығып, бөгөнгө уҡытыу системаһына түбәндәге­ләр­ҙе индерергә кәрәк:

* һаҡлаусы технологиялар – конторкалар, ҡауырһын ҡәләмдәр, I кластан каллиграфия дәрестәре;


* биш көнлөк уҡыу аҙнаһында физкультураны дүрт дәрескә тиклем арттырыу, башланғыс хәрби әҙерлек дәресен индереү;


* ир-егет педагогтар һанын арттырыу;


* кластарҙа айырым уҡытыу;


* уҡытыусының фактик материалды һәм мәғлүмәтте ятлатыуы түгел, ә хәҡиҡәтте табыу методо­логияһын өйрәтеүе мөһим.


Имтихан ваҡытында уҡыусы­ларҙың, студенттарҙың бөтә уҡыу материалдарын ҡулланыу, интер­неттағы энциклопедик, мәғлүмәти сығанаҡтарҙы файҙаланыу, хатта белгескә шылтыратыу мөмкинлеге булырға тейеш. Бала ятлап алынған мәғлүмәт күләмен түгел, ә дөрөҫ­лөктө табыуҙағы ижади потенциалын күрһәтә алһын. Педагогтар “тере энциклопедия” түгел, ә хәҡиҡәткә ынтылған, тормошта килеп сыҡҡан хәүеф һәм мәшәҡәттәрҙе хәл итә белгән, маҡсатлы, көслө ихтыярлы, ижади шәхес әҙерләргә тейеш.
Читайте нас