Кемдәрҙер айфон йәки планшеттан айырыла алмағанда, хатта шуны тотоп йоҡлап киткәндә, Уйылдан исемле малайҙың китапханала ултырыуы аптыратты ла, һоҡландырҙы ла. Уның өҫтәле тулы ҡалын китаптар, ә үҙе бәләкәй генә дәфтәренә ниҙер яҙа. Иң ҡыҙығы, ошо китаптар араһынан уның башы ғына күренә. Уҡымышлы танышыбыҙҙың фекерҙәрен гәзит уҡыусыларға ла еткерергә булдыҡ.
– Бая һеҙ кеҫә телефоны тураһында һүҙ башлағайнығыҙ, нисек инде ул миндә булмаһын, ти, әлбиттә, бар, – тип башланы һүҙен Әнәс урта мәктәбенең VIII класс уҡыусыһы Уйылдан Зиннәтуллин. – Элек кешеләрҙең телефонды кеҫәлә йөрөтөү төштәренә лә инмәгән, ә бөгөн иһә шул уҡ апай-ағайҙар унһыҙ ғүмер итеүҙе күҙ алдына ла килтерә алмай.
Бәләкәйҙән үк ҡанатлы һүҙҙәрҙе, тотороҡло һүҙбәйләнештәрҙе, әйтемдәрҙе ҡуйын дәфтәренә теркәү күңелемә һеңгән. “Әҙәм балаһы шундай уникаль ул, хәтере шәп, күп уҡый, әммә барыһын да иҫләү мөмкин түгел. Хәҙерҙән мөһим әйберҙәрҙе теркәп барырға өйрәнһәгеҙ, ул һеҙгә ғүмер буйы ярҙам итәсәк. Ҡыйын эш түгел бит, бары уға күнеү кәрәк”, – тип уҡытыусымдың йыш ҡабатлағаны иҫтә. Бына ошо ғәҙәтемде ташлағаным юҡ, ҡыҙыҡ, иптәш малай ҙа минән күрмәксе блокнотын кеҫәһендә йөрөтә.
Өлкәндәр ҙә, туғандарым да ҙурайғас кем булырға теләүем тураһында ҡыҙыҡһына. Китаптан уҡып белеүемсә, бер осор үҫмерҙәр “космонавт булам” тип әйткән. Ә мин программалаусыға уҡыясаҡмын. Шуны беләм: ул – иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе. Донъя программаға ҡоролған. Ә уның өсөн информатиканы “һыу кеүек эсергә” кәрәк.
Иғтибар итһәк, заманды бер туҡтауһыҙ әйләнгән тәгәрмәскә оҡшатып ҡуям. Ҡасандыр, бәлки, ҙур үҫкәс, үҙемде табип йәки иген баҫыуында механизатор итеп күргәнмендер.
Китапханала булып ҡайтҡандан һуң күңелемә еңеллек алам, китап уҡыуҙан кинәнес табам. Кемдеңдер былай тип әйткәнен онотмайым: “Уҡыған һайын үҙемде наҙанға тиңләйем. Шуны ла белмәгәнмен”. Минең ише китап уҡыған дуҫтарым күп, улар менән төрлө темаға бәхәс ҡорабыҙ. Тиккә генә, нисәмә кеше, шунсама фекер, тимәйҙәр. Ә инде битараф ҡалыу, әйтер һүҙең булмау, быныһы инде бүтән мәсьәлә. Кеҫә телефонының мөмкинлектәре сикһеҙ, бәхәсләшмәйем, шулай ҙа китаптан уҡыуға өҫтөнлөк бирәм.
Яңы уҡыу йылы башланыу айҡанлы туғандарымдың береһе шәп роман бүләк итте. Классик әҫәр, тәүҙән үк серле донъяға алып инде, бына китап уҡыуҙың ҡыҙығы нәҡ шунда ла инде.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы