Белем һәм тәрбиә
17 Сентября 2019, 09:28

Ниңә балалар урам ҡыҙыра?

Беҙҙән бер нисә өй аша йәшәгән һабаҡташымдың сәйер ҡыланыштары бөтәһен дә аптыратты. Мәҫәлән, тәнәфес ваҡытында магазинға йәки станға барып әйләнеү, дәрескә һуңлау уның өсөн ғәҙәти күренешкә әйләнде. Уҡытыусы апайыбыҙҙың һөйләгәндәрен күңелебеҙгә һеңдереп һәм ауыҙына ғына ҡарап ултырғанда, класташыбыҙҙың ике күҙе лә тышта ине.

Һәр 50-се үҫмер билдәһеҙ яҙмыш ҡосағына тапшырылған ти ғалимдар.


Беҙҙән бер нисә өй аша йәшәгән һабаҡташымдың сәйер ҡыланыштары бөтәһен дә аптыратты. Мәҫәлән, тәнәфес ваҡытында магазинға йәки станға барып әйләнеү, дәрескә һуңлау уның өсөн ғәҙәти күренешкә әйләнде. Уҡытыусы апайыбыҙҙың һөйләгәндәрен күңелебеҙгә һеңдереп һәм ауыҙына ғына ҡарап ултырғанда, класташыбыҙҙың ике күҙе лә тышта ине.


“Ә урамда миңә рәхәт...”


Өлкәндәр быға ҡарата “баланың күңеле ҡырҙа” тип бик тапҡыр әйткән. Улай ғына ла түгел, төштән һуң барыбыҙ ҙа һыу ташыу, утын киҫеү-ярыу, һарай таҙартыу кеүек тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек йорт мәшәҡәттәренә күмелгәндә, ул рәхәтләнеп урам ҡыҙыра торғайны. Өйгә эште әҙерләү ике ятып бер төшөнә индеме икән? “Эт һуғарыуыңды ҡасан ташларһың, малға һыу ҙа эсермәйһең бит”, – тип әсәһенән әрләнһә лә, һаман ғәҙәтен ташламаны, ғәзиз кешеһенең әйткәндәре бер ҡолағынан инде, икенсеһенән сыҡты. Ҡайһы ваҡыт йортона ла ҡайтып йоҡламаны. Уныһын да беләм, сөнки әсәйемдең “һине көтәләр бит” тиеүенә ҡарамайынса, беҙҙә ҡалды. Хәйер, көткәнгә ҡарағанда көтмәгән осраҡтар күберәк ине шикелле. Әсәһенең үҙенең дә йыш ҡына тегендә-бында ҡунып ҡалыуын күреп үҫтек. “Атаһы тере түгел шул...” – тип йәлләүҙән ары китмәне ауылдаштар. Һуңынан инде мәктәпте тамамлағас, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралыштыҡ. Класташтар осрашыуында уның хәбәрһеҙ юғалыуын еткерҙеләр.
Ғөмүмән, үҫмергә өй тауығы һымаҡ бер ҡайҙа ла сыҡмаҫҡамы, әллә халыҡ араһында йөрөргәме? Уның һәр аҙымын күҙәтеү яҡшыраҡмы? Бәлки, иркен тормош “бүләк итергәлер?” Үҫмерлек осорона аяҡ баҫҡандар менән һаҡ булығыҙ, һәр нәмәлә сама белегеҙ, тип иҫкәртә психологтар.
Ауыл ерендә иһә барыһы ла ус аяһындай асыҡ күренә. Уның ҡарауы, ҡалала хәлдәр бүтәнсәрәк – бында бәләкәй әйберҙәр ҙурының эсенә инеп сума ла бер бөтөнгә әйләнә. Республикабыҙ ҡалаларының береһендәге вокзалда шаһит ҡылдым аяныслы хәлгә. Берәүҙәр автобусы перронға яҡынлашыу менән уға ашыҡты, бүтәндәр “тимер ат”тан килеп төшкәс тә ҡалаға инеп йомолдо. Тәү ҡарамаҡҡа халыҡтың һәммәһе лә сәфәр маҡсаты менән йыйылған кеүек. Баҡтиһәң, һис кенә лә улай түгел. Йөҙләгән кеше ағымына ҡушылған малайҙар иғтибарымды йәлеп итте. Бер ҡайҙа ла ашыҡмайҙар, ниҙер көткәндәре лә йөҙҙәрендә сағылмай. Урамда сатлама һыуыҡ “тантана итеүгә ҡарамаҫтан”, үтә күренмәле йыртыҡ спорт шапкаһы, бысраҡ ҡына түгел, ә иҙәнде һепереүҙән ситтәре таралып эре тешле тараҡ хәленә ингән килешһеҙ бәлтә, баштары аҡтарылып “асығыуҙы күрһәткән” ботинка һәм бүтән йыртыҡ кейем-һалымы был икәүҙең кемлеген алдан уҡ “һата”.
Йолҡоштар йәлләү тойғоһо уята. Инәлеүҙәренә ҡарамаҫтан һатыусынан бер нәмә лә эләкмәүен төшөнгәс, кафе тирәһенә яҡынлап, юлаусыларҙан ҡалған ҡалдыҡ-боҫтоҡ менән мөрхәтһенергә булдылар...
Йылдан-йыл урам балаларының артыуының төп сәбәбе нимәлә? Өлкәндәр бәләкәстәрҙе ҡасан аңлай башлар? Төптән уйлағанда, балалар баҡсаһы, мәктәп, юғары уҡыу йорто тигән белемгә әйҙәгән һәм күркәм тәрбиә биргән ныҡлы баҫҡыстар буйлап тормош үрҙәренә ҡыйыу атларға мөмкин. Егет һәм ҡыҙҙар яҙмыш ҡосағына ташлап ҡуйылған тип әйтеү урынһыҙ. Һүҙ ҙә юҡ, был тәңгәлдә ил етәкселеге аҡыллы сәйәсәт алып бара. Рәсәйҙә “Дети улиц – наши дети” федераль проектының уңышлы тормошҡа ашырылыуы – шуға асыҡ миҫал. Бының ише яҡшы һөҙөмтә биргән проекттар бихисап. Маҡсат – социаль етемлекте иҫкәртеү, баланы урам йоғонтоһонан ҡурсалау, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә һәр төрлө ярҙам итеү. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, үҫмер өйҙән сығып китә. Ни өсөн? Уның тирәләй ата-әсә йәки туғандар, уҡытыусылар тигән йөйһөҙ ҡулса барлыҡҡа килһә лә, барыбер ҙә өҙөк урын табылып тора.
Юлдан яҙған берәҙәк Илмарҙың һөйләгәндәрен тыңлаһаң, сәстәр үрә торорлоҡ!
– Атайым – дальнобойщик, уны һирәк күрәм, өйгә ҡайтҡанда ла гел иҫерек, – тип башланы һүҙен осраҡлы әңгәмәсем. – Ауыр итеге менән типкесләүенән, көрәктәй ҡулдары менән сикәләүенән туйҙым, төрлө сикләүҙәрҙән арыным. Төшөрөп алған сағында йәберләүҙәр йыш ҡабатланды. Уныңса, улы эшкинмәгән, насар уҡый, ярҙам итмәй. Үгәй балаға ҡарата ла ундай мөнәсәбәт булмаҫ.
– Атайың ҡыйырһытҡанда әсәйең яҡлаштымы һуң?
– Әсәй янында күберәк булһам да, “шуны эшлә”, “быны алып кил” тиеүҙән ары китмәй. Арҡамдан булһа ла һөйөү, күңелемде үҫтереү тураһында уйлап та бирмәй. Атайым эштә саҡта ул да ҡайҙалыр юғалып-юғалып ала. Ҡайтып инеү менән миңә аҡыра башлай, ҡыҙған сағында ғәзиз кешем убырлы ҡарсыҡҡа әйләнә. Ә урамда миңә рәхәт, бында бер кем әрләмәй ҙә, һуҡмай ҙа.


Һәр бала бәхетле булырға тейеш


Ер шарында урам балаларының күпме икәнен берәү ҙә аныҡ ҡына әйтә алмай, иң тетрәндергәне, улар булған һәм әле лә бар. Ошо сетерекле мәсьәләгә берәй ҡасан нөктә ҡуйылырмы? “Ҡыҙ һәм малайҙарҙың йорттарынан сығып китеүен булдырмаҫ өсөн халыҡтың йәшәйешендә һәр йәһәттән дә уңайлыҡтар тыуҙырыу зарур”, – тип һығымта яһай донъя тәжрибәһен өйрәнгән ғалимдар.
Төрлө ҡарашлы ике быуын араһында килеп сыҡҡан низағ тураһында Рәсәй империяһында ғүмер кисергән яҙыусы Иван Тургенев тиккә генә “Отцы и дети” романын ижад итмәгән. Һүҙ ҙә юҡ, әҫәр ҙур проблема күтәрә. Шулай уҡ ғибрәтле кинофильмдар төшөрөлгән – “Путевка в жизнь”, “Республика ШКИД”, “Флаги на башнях”, “Армия Трясогузки” һәм башҡа фильмдарҙа урам балаларының илатҡыс тормошо менән танышырға мөмкин.
Илебеҙҙә 18 йәшкә тиклемге ҡыҙ һәм малайҙар яҡынса 28 миллион тирәһе иҫәпләнә. Был – 28 Өфө ҡалаһы тигән һүҙ! Күҙ алдына килтерәһегеҙме? Ысынлап та, күпме алмаш үҫеп килә! Шатланырға кәрәк тә бит! Уның ҡарауы, ямғырҙан һуң баш ҡалҡытҡан бәшмәк шикелле, йылдан-йыл тыуған йортон иркен урамға алмаштырырға мәжбүрҙәрҙең күбәйеүе кемдәрҙе генә борсоуға һалмай – ул хатта ки социаль проблемаға әйләнде. Һандар түбәндәгесә, һәр 50-се үҫмер билдәһеҙ яҙмыш ҡосағына тапшырылып ҡуйылған, ти берәҙәктәр тормошон өйрәнеүселәр. Рәсәйҙә 1,5–2 миллион тирәһе асарбаҡ иҫәпләнә, ә теүәл һанды белеү өсөн ошоно тағы ла икегә ҡабатларға ҡуша статистар. Ундайҙар, күҙгә төшкән дегәнәк шикелле, ғүмер буйы йәмғиәтте артҡа һөйрәгән, киләсәктә лә буласаҡ тиһәк, һис кенә лә аптырамағыҙ. Сағыштырыу өсөн: Граждандар һуғышы осоронда, ысынлап та, берәҙәктәрҙең күплеге менән “маҡтанғанбыҙ”, ә бына саҡ ҡына һуңыраҡ – Бөйөк Ватан һуғышында улай күп булмағандар ҙа инде. Ватаныбыҙҙың яҙмышы ҡыл өҫтөндә ҡалғанда ла ошо мәсьәләгә йөҙ менән боролғандар. Суворов училищеһының төҙөлөүен телгә алыу ҙа етә, бүтән шөғөл табып биреүҙе лә хәстәрләгәндәр, ҡыҫҡаһы, ашатҡан-эсергәндәр, кейем менән тәьмин иткәндәр.
– Һәр бала бәхетле булырға тейеш, был тәү ҡарамаҡҡа абстракт тойола, – ти Рәсәй Президенты эргәһендәге Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова. – Әммә шуны онотмайыҡ, “баланың күңеле ҡасан бөтөн?” тигән һорауға яуап тапмайынса уны белә алмаясаҡбыҙ. Һүҙ ҙә юҡ, ҡыҙығыҙҙы, улығыҙҙы яратһағыҙ, ул һау-сәләмәт, мәктәптә уҡый, төрлө түңәрәктәргә йөрөй, иптәштәре менән уйнай, сәйәхәт итә, уның тамағы туҡ икән, шул саҡта ғына бәхетле. Ә быларҙың барыһы ла татыу ғаиләгә бәйле.
Тулы булмаған ғаиләлә тәрбиәлән­гәндәрҙән айырмалы, махсус интернат һәм приютҡа эләгеүселәр шулай уҡ урам балаһы тигән осо-ҡырыйы күренмәгән исемлекте тулыландыра.
Йыл һайын Рәсәйҙә 60 мең тирәһе ата-әсә бала ҡарау хоҡуғынан мәхрүм ителә, икенсе төрлө әйткәндә, 200 меңдән ашыуы социаль етем статусын ала һәм алдан билдәләнгән урынға урынлаштырыла. Уңайлы мөхиттән табанын ялтыратыусыларҙың һәр икенсеһе тегендә йәшәйештең хөртлөгө хаҡында әйтергә тартынмаған. Бер нисә тиҫтә йөҙ мең тирәһе бала интернат, приют, балалар йорттарында көн итә тиһәм, тәүҙә ышанмаҫһығыҙ ҙа әле.
Иң беренсе ни өсөн ҡыҙ һәм малайҙарҙың унда барып эләгеүенә асыҡлыҡ индерәйек. Илдәге социаль-иҡтисади хәлдең түбән тәгәрәүе ҡарауһыҙ балаларҙың артыуына йоғонто яһамай ҡалмай. Һуғыш, революция, аслыҡ һәм башҡа төрлө афәт үҙенән һуң етемдәрҙе “тыуҙыра”. Шулай уҡ иҡтисади көрсөк, эшһеҙлек, осто-осҡа ялғап көн итеү, фәҡирлек, ғаиләләге ыҙғыш, һанай китһәң, күп инде. Ғалимдарҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, урам балалары йәмғиәттең төҙәлмәҫлек сиренә әйләнгән. Ә ваҡытында дауаламаһаң, сир аҙғандан-аҙа. Юҡҡа ғына шеш тулышһа, һытыла, тимәйҙәр. Ошо сиргә дусар булғандар тиҙ арала уғрылыҡ юлына баҫа, кеше талай, шикле төркөмгә ҡарағандар иһә әҙәм ғүмерен ҡыйыуға тиклем барып етә, бер һүҙ менән нарыҡлағанда, баштарында гел насар уй.


Битарафлыҡтан арынайыҡ!


Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Бәлиғ булмағандар һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияның яуаплы секретары Лиана Мөхәмәтдинова белдереүенсә, һуңғы ярты йыл эсендә балалар тыуған йорттарынан, белем биреү учреждениеларынан сығып китеү сәбәпле, уларҙы эҙләү маҡсатында Эске эштәр бүлеге тарафынан 392 ғариза ҡабул ителгән. Был, былтырғы ошо уҡ осорға ҡарағанда, 79 ғаризаға кәм. Ғөмүмән, һуңғы биш йылды алып ҡарағанда, был йәһәттән хәл “һауығыуға” табан бара.
– 392 осраҡтың 318-ендә үҫмер тәүге тапҡыр бындай хәүефле аҙымға барған, ә ҡалғандар өсөн ул ғәҙәти күренешкә әүерелгән, – тип һөйләй Лиана Борисовна. – Шул уҡ ваҡытта 341 малай һәм ҡыҙ өйөнән ҡасҡан, өлкәндәрҙең балалары менән уртаҡ тел тапмауы йөрәк һыҙлауына килтерә. Ҡайһы бер ата-әсәләр хатта яҡын кешеһенең нимә менән шөғөлләнгәнен белмәй ҙә – өҫтө бөтөн, тамағы туҡ, айфоны ҡулында. Дуҫтары кем, таныштары бармы, класташтары менән аралашамы? Был турала хәбәрҙар түгел. Бына ошо иң ҡурҡынысы! Улығыҙ йәки ҡыҙығыҙ менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу һәр йәһәттән дә отошло.
Ә ҡалған 51 һанын дәүләт учреждениелары тип аңларға кәрәк, юғалған 273 үҫмерҙең бер тәүлек эсендә табылыуы – һәйбәт күрһәткес. Балалар йорттарында һәм приюттарҙа ярайһы тәртип күҙәтелә, ә инде һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында был тәңгәлдә башҡараһы эш күп икән.
Балалар психологы Айлина Мөбәрәкова әйтеүенсә, ғәзизегеҙ һәр ваҡыт һеҙҙән яҡлау табасағына, уға таяныс буласа­ғығыҙға ышанырға тейеш. Ниндәй генә осраҡта ла ул ярҙам һорағанда, ҡул һуҙырға әҙер икәнегеҙҙе белдерегеҙ. Уны бәләкәс кеше тип түгел, ә үҙегеҙ менән тиң күрегеҙ, фекерен тыңлағыҙ, хуплағыҙ, маҡтағыҙ. Берәй мәсьәлә тураһында уның нисек уйлауын һорашығыҙ, ҡыҫҡаһы, балаға һәр ваҡыт һөйөү менән ҡарарға кәрәк, шул саҡта ғына проблеманан ҡотолорға мөмкин.
Тарихтан бик йыраҡ китмәй генә үткән быуаттың 90-сы йылдарына барып әйләнәйек. Ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалған малай һәм ҡыҙҙар вокзалдарҙы ҡыҙырҙы, ташландыҡ йорттарға эйәләште, төҙөлөш майҙансыҡтарына йыйылды. Уларҙы “нуленсе йылғы балалар” алмаштырҙы. Әгәр ҙә туҡһанынсы йылғылар йәшәргә мөйөштөң юҡлығынан, аслыҡтан тайғаҡ юлды һайлаһа, унан һуңыраҡ хәлдәр әҙме-күпме үҙгәргән. Нисекме? Ата-әсәһе булған осраҡта ла кемдәрҙер ситкә тартыла, сөнки бында уларға күңелһеҙ.
Урам тапаусыларҙы йыртҡыс йәнлектең балалары менән сағыштыралар. Асыулы, яуыз, берҙәм булғандары өсөн. Улар йәмғиәттә йәшәүселәрҙе ҡорбан тип ҡабул иткән. Ҡорбан, тимәк, кешеләрҙән бушҡа нимәлер алырға мөмкин. Көн дә һунарға йөрөп тамаҡ туйҙырыу уйы күңелдәренә һис тә тынғылыҡ бирмәй, юғиһә тереклек итеүҙән туҡтаясаҡтар.
Мәҡәләне тамамлар алдынан француз яҙыусыһы Виктор Гюгоның мәктәп йылдарында йығылып ятып уҡыған “Отверженные” романы иҫкә төштө. Ниндәй генә сетерекле хәлдәр килеп тыуғанда ла, үҙендә йәшәүгә көс булдырған, тормошто яратҡан ҡыйыу 12 йәшлек Гаврош исемле малай күп ваҡытын урамда үткәрә. Вайымһыҙ ата-әсәһенән яҡлау өмөт итмәгәс, өйөнән ҡаса. Уның ҡарауы, Бастилия майҙанындағы Фил скульптураһы бәләкәсте үҙенә һыйындырған. Әйтер һүҙем шул, күңелебеҙ түрендә балала­рыбыҙға һәр саҡ урын табайыҡ, бита­рафлыҡтан арынайыҡ, таш һын ҡиәфә­тендә күренмәйек. Ғәзиздәребеҙ тыныс­лыҡты Гаврош шикелле ситтә фил ише ҡыр хайуаны эргәһендә түгел, ә нәҡ йылы өйөндә, ата-әсәһе янында тапһын.
Читайте нас