Бала саҡ – ғүмерҙең иң сағыу, ҡабатланмаҫ бер осоро. Ә кескәйҙәрҙең хәтере ап-аҡ ҡағыҙ кеүек: тормошондағы бар ваҡиғалар унда теркәлеп бара. Яҡшы, матур мәлдәрҙең күберәк яҙылыуына беҙ, өлкәндәр, яуаплы. Был йәһәттән Саҡмағошта “Космик” тип аталған үҙәк бар.
Бында кескәйҙәр өсөн төрлө уйын майҙансыҡтары булдырылған. Ә өлкәндәр был ваҡытта үҙәктәге кафела ҡапҡылап, тамаҡ ялғай ала. Шуға бәләкәстәргә лә, ата-әсәләргә лә ғүмерҙең һәр минутын ҡәҙерләп кенә ҡалмай, тормошто тағы ла йәмлерәк, йәнлерәк итеү мөмкинлеге бар.
Ошо матур мөхитте Эльвина менән Артур Яхиндар булдырған. Уларҙың татыу ғаиләһендә Артем, Альберт исемле малайҙар үҫә. Әле Артемға – алты, ҡустыһы Альбертҡа – өс йәш.
Артур Саҡмағоштағы янғын часында диспетчер булып эшләй. Ул буш ваҡыты булғанда үҙәктә ҡатынына ярҙам итә, сөнки бигерәк тә ял көндәрендә кешеләр күп килә. Әйткәндәй, бер урында өлкәндәрҙең дә, бәләкәстәрҙең дә ял итеүе үҙе ни тора! Өҫтәүенә таныштарың менән осрашыу, байрамдар ойоштороу, әлбиттә, һәр кемгә оҡшай. Бында халыҡ ана шул яҡшы кәйеф, эшкә дәрт-дарман алыр өсөн килә.
Эльвина һәм Артур Яхиндар мәрхәмәтлек менән дә шөғөлләнә: ай һайын тиерлек бында Саҡмағоштағы социаль приюттан балалар ял итергә килә. Улар күңел дә аса. Ә бала-саға өсөн күп тә кәрәкмәй: йылы мөнәсәбәт, күңелде дәртләндерер матур һүҙҙәр, даими иғтибар, яҡлау ғына булһын.