Мәғариф бер урында тормай, һәр саҡ үҫеш юлында. Быйылғы яңы уҡыу йылынан республикабыҙҙың ете тиҫтәнән ашыу белем усағына “Үргә ос!” мәғариф проектының “Интерактив башҡорт теле” модуле ғәмәлгә индерелә башланы. Уны барыһы ла бер тауыштан хупланы, дәррәү күтәреп алды.
Шул иғтибарға лайыҡ: проект Башҡортостан халыҡтары телдәрен һәм дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса Башҡортостан Башлығы Гранты бүлгән аҡсаға эшләнгән. Дөрөҫөрәге, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты, “Интерактив башҡорт теле” проектын уңышлы яҡлап, ошо грантты отҡан. Үҙ сиратында, әле башҡорт телен үҫтереү буйынса һайлап алынған мәктәптәрҙә эштәр башланып тора, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ошо белем усағында белемен камиллаштыра.
Веб-ресурсты үҫтереүгә институт белгестәре күп көс түккән. Проект сиктәрендә башҡорт телен үҙаллы өйрәнеү буйынса медиа-контент төҙөлгән. Ә контент иһә, үҙ сиратында, онлайн-дәресте, аудио-һүҙлекте һәм грамматика буйынса теоретик материалдарҙы үҙ эсенә ала. Башҡорт телендә һөйләшеү әлеге веб-ресурс нигеҙендә тьютор оҙатыуында ойошторола.
Тел белгән – илдәр гиҙгән, тибеҙ. Айырыуса бөгөн күп тел белергә ынтылыш ныҡ көслө. Һүҙ ҙә юҡ, туған телен яҡшы белгән һәм бер нисә сит телдә иркен һөйләшкәндәр интеллектуаль йәһәттән дә юғарыраҡ кимәлдә була.
– Донъя, йәшәйеш шул тиклем тиҙ елә, бер туҡтауһыҙ үҙгәрештәр булып тора, шуға күрә лә заманса мәктәпте инновациялы технологияларһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел, – тип һөйләй Баймаҡ ҡалаһындағы 4-се урта мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлгөнә Яҡшыбаева. – Бигерәк тә тел өйрәнгәндә уға етди ҡарарға кәрәк. Минеңсә, материалдың үҙенсәлекле бирелеше уҡыусыларҙа ғына түгел, ә ата-әсәләрҙә лә башҡорт телен өйрәнеүгә ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ.