Белем һәм тәрбиә
17 Сентября 2019, 06:28

Яҙмыш елдәре ҡайҙа ғына илтмәй

Баймаҡ районы ҡыҙы Хәлиҙә Вәлиева ҡасандыр Саҡмағош яҡтарына Бөрө педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамлағандан һуң, йүнәлтмә буйынса эшкә килгән. Хәҙер ул – район хакимиәте мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса белгесе, район башҡорттары ҡоролтайыныңяуап­лы секретары.

Бәхетен тырышлығы менән ҡойған


Баймаҡ районы ҡыҙы Хәлиҙә Вәлиева ҡасандыр Саҡмағош яҡтарына Бөрө педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамлағандан һуң, йүнәлтмә буйынса эшкә килгән. Хәҙер ул – район хакимиәте мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса белгесе, район башҡорттары ҡоролтайының яуап­лы секретары.


Әйткәндәй, райондарҙағы һәр ҡоролтай мәҙәниәт, туған тел ми­раҫ­тарын һаҡлау, республикабыҙҙың именлеге, киләсәге өсөн тыры­шыу кеүек бурыстарҙы тормошҡа ашырырға ынтыла. Саҡмағошта ҡоролтайға райондың “Игенсе” гәзите мөхәррире Фәнис Әмерханов етәкселек итә.
Шуныһы үҙенсәлекле: күптән түгел тотош республика халҡы баш­ҡорт теле буйынса диктант яҙғанда Саҡмағошта ла был сарала 800-гә яҡын кеше ҡатнашҡан. Тимәк, бында дәүләт телен өйрәнеүгә, һаҡлауға ынтылыш бар. Саҡмағошта “Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәре тураһында”ғы Законды бойомға ашыралар. Хәлиҙә Фирғәт ҡыҙы – ошо комиссияның да яуаплы секретары.


– Ойошма-предприятиеларҙағы яҙыуҙарҙың ике дәүләт телендә лә дөрөҫ, хатаһыҙ яҙылыуын күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырыша­быҙ. Үҙебеҙ алтаҡталарҙы руссанан башҡортсаға тәржемә итәбеҙ, – ти ул.


Район балалары республика кимәлендә башҡорт теле буйынса үткәрелгән төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша. Бынан тыш, “Урал батыр”, “Һаумы, һаумы, әкиәт!” кеүек сараларҙан да ситтә ҡалмайҙар.


Хәлиҙә Фирғәт ҡыҙының ҡыҙҙары Алина менән Эльвина ла мәк­тәп, район, хатта республика кимәлендә үткәрелгән бәйгеләрҙә үҙҙәрен даими һынап ҡарай. Ата-әсәһенән күрмәксе, улар ҙа килә­сәк­тә күңелдәренә ятҡан һөнәрҙе һайлар, төрлө уңыштар яулар, тигән ышаныстабыҙ.


Баймаҡ ҡыҙы, районға йүнәлтмә буйынса килеп, тормош юлдашын да ошонда тапҡан. Уның ире Марат – “Ашығыс ярҙам” машинаһы шоферы.

Яҙмыш елдәре ҡайҙа ғына илтмәһен, тырыштар, сәмселдәр бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай, киреһенсә, үҙ бәхетен үҙе ҡоя.
Читайте нас