Белем һәм тәрбиә
18 Сентября 2019, 08:47

Ҡала менән ауыл мәктәптәре араһында күпер һалынған

Донъялағы фәнни һәм технологик тиҙлек йәш кешегә һөнәри үҙбилдәләнеш йәһәтенән яңы маҡсаттар һәм бурыстар ҡуя. Бигерәк тә бөгөнгө көндән сығып ҡарағанда, мәктәп балаларына бәләкәйҙән үк хеҙмәт баҙарын өйрәнергә һәм күңеле һөйгән һөнәргә әҙер булыуҙы аңлау зарур.

Донъялағы фәнни һәм технологик тиҙлек йәш кешегә һөнәри үҙбилдәләнеш йәһәтенән яңы маҡсаттар һәм бурыстар ҡуя. Бигерәк тә бөгөнгө көндән сығып ҡарағанда, мәктәп балаларына бәләкәйҙән үк хеҙмәт баҙарын өйрәнергә һәм күңеле һөйгән һөнәргә әҙер булыуҙы аңлау зарур.


Һөнәр һайлау – мәғариф систе­маһында иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе. Был йәһәттән Белорет районында ҙур уй-пландар бойомға ашырыла. Абҙаҡ ауылында “Мәктәп уҡыусыларының һөнәри үҙбилдәләне­ше сиктәрендә төп һәм өҫтәмә белем алыу аша ҡыҙ һәм малайҙарҙың белем сифатын яҡшыртыу” тигән йүнәлеш буйынса эш яҡшы ҡуйылған. Уны тормошҡа ашырыу мәктәпте үҫтереү программаһына нигеҙләнгән. Шул уҡ ваҡытта “Йәш һөнәрмәндәр” конкурсында ҡатнашыу – һәр баланың хыялы. “Бәләкәйҙән төрлө сараларҙан ҡалмаған, бәйгеләрҙең уртаһында ҡайнаған, үҙ сиратында сынығыу алған малай һәм ҡыҙҙар ҡыйыу булып үҫә”, – ти педагогтар.


“Үҫеш нөктәһе” федераль проектын тормошҡа ашырыу тәңгәлендә улар алдынғылыҡты бирмәй. Малай һәм ҡыҙҙарҙы өҫтәмә белем алыуға ылыҡтырыу, йүнәлеш биреү – һәр уҡытыусының мөҡәддәс бурысы.


Үҫеш буйынса төрлө проекттарҙы бойомға ашырыуҙа (балаларҙың фәнни-техник ижады һәм һөнәри йүнәлеше тураһында һүҙ бара) “Потенциал-Недра” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм “Урал пружина заводы” йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөлә. Г. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университеты, Магнитогорск һәм Белорет ҡалаларындағы колледждар менән дә етди һөйләшеүҙәр алып барыла.


Мөғәллимдәр уңышлы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙы дауам итә. “Рәсәй ҡалалары мәктәптәре – мәскәү партнеры” проектына ярашлы, Мәскәү ҡалаһына эшлекле сәфәр ойошто­ролған. Һәр кем баш ҡаланан бай тәьҫораттар алып ҡайтҡан. Ҡыҫҡаһы, ҡала менән ауыл мәктәптәре араһында ныҡлы күпер һалынған.


Бала өйгә бирелгән эштәргә күмелеп кенә ултырһынмы, әллә мәктәп тормошондағы төрлө сараларға йөрөһөнмө? Был юҫыҡта бәхәстәр бер ҡасан да тынғаны юҡ. Шулай ҙа икеһенә лә ваҡыт табыу отошлораҡ, әлбиттә.


Белорет районы.
Читайте нас