Белем һәм тәрбиә
18 Сентября 2019, 10:33

Мәктәпкә йылға аша катерҙа йөрөйҙәр ине...

Ошо көндәрҙә Ҡариҙел районының Абыҙ ауылы халҡы күптән көткән оло бүләккә – яңы мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына эйә булды. “Республиканың 100 йыллығына – 100 объект” проектына ярашлы төҙөлгән комплекс 108 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәпте һәм 90 урынлыҡ балалар баҡсаһын берләштерә.

Комплексты асыу айҡанлы уҙған “Асыҡ ишектәр көнө”ндә уҡыусыларҙы, атай-әсәйҙәрҙе һәм педагогик коллективты республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин һәм район хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин ҡотланы.

Яңы комплекстың асылыуына иң ныҡ шатланғаны атай-әсәйҙәр булғандыр, сөнки быға тиклем уларға балаларын район үҙәгендәге мәктәпкә йөрөтөп уҡытырға тура килгән. Яҙғы-көҙгө юлһыҙлыҡ осоронда йылға аша катер менән сығыу ҙа ҙур мәшәҡәт тыуҙырған. Хәҙер инде күптәр өсөн мәктәп ҡул һуҙымында ғына, ә алыҫыраҡ йәшәгәндәрҙе автобус алып йөрөйәсәк.

Ике ҡатлы ҙур, яҡты комплекстың эргә-тирәһе урын-еренә еткереп эшләнгән: биләмәгә асфальт түшәлгән, спорт, уйын майҙансыҡтары тейешенсә йыһазландырылған. Уҡыу бүлмәләре өр-яңы мебель, уҡыу өсөн заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителгән.

Ҡариҙел районы хакимиәте.
Читайте нас