Белем һәм тәрбиә
18 Сентября 2019, 09:40

“Әсәй, минең уҡығым килмәй...”

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты үткәргән һорау алыуҙарҙан күренеүенсә, былтырғы йыл менән сағыштырғанда мәктәптә уҡыуҙы оҡшатҡан балалар нисбәте 35 проценттан 28-гә төшкән. Шулай ҙа, элекке йылдарҙағыса, уҡыусыларҙың 48 проценты белем алырға теләп йөрөй.

Өйгә эштәрҙе башҡарыуға һәм яратҡан шөғөл менән булышыуға ваҡыт етмәй тип һанаған уҡыусылар киреһенсә күбәйгән (58 проценттан 65-кәсә). “Мәктәптә уҡыу бөтөнләй оҡшамай” тигән балалар нисбәте – биш, “уҡыуҙы бөгөндән ташларға теләүселәр” – ике процент.

Мәктәп уҡыусылары бөгөнгө мәғариф системаһында нимәләр оҡшамауын да әйткән. Башланғыс һәм урта кластағылар дәрестәрҙең алтауҙан артмауын, өйгә эштәрҙең артыҡ күп булмауын теләһә, IX-XI класс уҡыусылары Төп һәм Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнергә ваҡыт етмәүен, кәрәкмәгән, йәғни артыҡ дәрестәрҙең күп булыуын белдергән.

Читайте нас