Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
23 Сентябрь 2019, 20:28

Мостай иле әсир итте

"Ҡорос" тағы ниндәй тамаша менән һоҡландырҙы?

Автор фотолары.
Автор фотолары.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Мостай Кәрим әҫәрҙәренән өҙөктәр ҡуйылды, уның мөхәббәт хаҡындағы шиғырҙары уҡылды, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар башҡарылды.
Шиғри-музыкаль сараны БДПУ-ның студенттарынан торған “Ҡорос” халыҡ театры ойошторҙо.
“Өс таған”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”тан ҡыҙыҡлы, тетрәндергес күренештәрҙе сәхнәләштереүҙе, һоҡланғыс шиғырҙарҙан, йырҙарҙан торған гүзәл композицияны театр етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡманов менән уның ярҙамсыһы, уң ҡулы Динә Солтанова ҡуйған.


Тамашаны ихлас ҡараған Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы уҡыусылары, уларҙың уҡытыусылары, китапхана хеҙмәткәрҙәре “Ҡорос”тарға ихлас рәхмәт әйтеп, башҡорт теленең ғәжәп яңғырашын, ҡайһы берҙәргә аңлашылмаған хәлдә лә, уның моңона хайран ҡалыуҙарын билдәләп үтте.
Был сарала булған һәр кем Мостай иленә генә хас тылсымға ҡойондо.
Читайте нас