Белем һәм тәрбиә
27 Сентябрь 2019, 09:15

Ҡайындар араһында ҡояштай балҡыйҙар...

Ауылда уҡытыусының йөҙөк ҡашы булыуы берәүгә лә сер түгел. Шәхси хужалығында – тәртип, өйө таҙа булырға, үҙе бөхтә итеп кейенеп йөрөргә тейеш. Хатта хаҡлы ялға сыҡҡас та мәғариф ветераны һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Унан өлгө алалар, уға тиңләшергә тырышалар. Был тәрбиәселәргә лә ҡағыла тиһәм, һис тә хата түгел. Бөгөн Миәкә районының Миәкә ауылындағы 2-се балалар баҡсаһы мөдире Зәлифә МӨХТӘРОВА менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Ауылда уҡытыусының йөҙөк ҡашы булыуы берәүгә лә сер түгел. Шәхси хужалығында – тәртип, өйө таҙа булырға, үҙе бөхтә итеп кейенеп йөрөргә тейеш. Хатта хаҡлы ялға сыҡҡас та мәғариф ветераны һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Унан өлгө алалар, уға тиңләшергә тырышалар. Был тәрбиәселәргә лә ҡағыла тиһәм, һис тә хата түгел.


Бөгөн Миәкә районының Миәкә ауылындағы 2-се балалар баҡсаһы мөдире Зәлифә МӨХТӘРОВА менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.


– Бер балалар баҡсаһының төрлө урында төҙөлөүен беренсе тапҡыр күрәм. Ике яҡҡа сабып йөрөүе ауыр түгелме?

– “Ҡояшҡай”ға өс йәшкә тиклемге 105 кескәй йөрөй, ә “Ҡайынҡай” үҙенә 265 малай менән ҡыҙҙы “һыйындырған”. Иртәнге сәғәт 7-нән киске 7-гә хәтлем бәләкәстәр менән гөр киләбеҙ. Уйнайбыҙ, концерт ҡуябыҙ, төрлө бәйгеләргә әҙерләнәбеҙ. Ҡыҫҡаһы, бында барыһына ла күңелле, берәүгә лә моңһоуланып йөрөргә ваҡыт ҡалдырмай тәрбиәселәр.
Ысынлап та, улар юл аша урынлашҡан. Бер ҙә мәшәҡәт түгел, киреһенсә, урындың ҙурлығы, майҙандың киңлеге уй-ниәттәрҙе лә киң алып барыу өсөн шул тиклем уңайлы. Ҡайындар араһында ҡояштай балҡый беҙҙең балалар, тип шаяртабыҙ. Бинаның икеһе лә төҙөк. Әйткәндәй, Дәүләт Думаһы депутаты Гаджимурад Омаров финанс йәһәтенән ҙур ярҙам күрһәтте.
– Теге ваҡыт өлкән төркөм­дө мәктәпкә әҙерләү, сығары­лыш кисәһен юғары кимәлдә үткәреү мәшәҡәттәре менән яна инегеҙ. Быйыл нисә бала сығарҙығыҙ, күпмене ҡабул итеп алдығыҙ?

– 57 ҡыҙ һәм малайҙы оҙаттыҡ. Улар май айында беҙгә матур концерт ҡуйҙы. Айырым да йырланылар, хорҙа ла ҡатнаштылар, бейенеләр. Шиғырҙар ҙа тыңланыҡ. Ҡыҫҡаһы, тәрбиәселәрҙең күҙ йәштәренә ирек ҡуйыуын аңлайым. Урындарына 55 баланы алдыҡ. Һуңғы ваҡытта китеү-килеү нисбәте бер сама, артмай ҙа, кәмемәй ҙә.
– Һеҙҙә балаларға өҫтәмә белем биреү түләүлеме? Түңә­рәк­тәр тураһында ни әйтерһегеҙ?

– Баланы бишектән өйрәт, тиҙәр. Тәрбиәселәр малай һәм ҡыҙҙарҙың күңелдәренә мөмкин хәтлем шы­тым­лы орлоҡ сәсергә, үҫенте ул­тыртырға тырыша. Афарин, һәммә­һе лә ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй.
Түңәрәктәр беҙҙә күп төрлө. Мәҫәлән, балалар драма түңәрә­генә теләп йөрөй. Шаян образға инеүселәр айырыуса күбәйҙе. Бынан тыш, алтын ҡулдар, шахмат түңәрәктәрен дә ҡалдырмайҙар. Александр Брусов шахмат серҙә­ренә өйрәтә. Киләсәк менән йәшә­гән, балаһының алдағы көндәрен хәстәрләгән ата-әсәләр күбәйә.
Логопед, дефектолог, психолог беҙҙә ныҡ көслө. Хәрефтәр иленә юл ярыусыларға маҡтауҙан башҡа һүҙ юҡ.
– Илебеҙҙә Театр йылы айҡанлы балаларға ниндәй саралар ойошторола?

– “Ҡайынҡай”ҙар һәм “Ҡояш­ҡай”ҙар Театр йылы уңайынан бай­таҡ сарала ҡатнашты, улай ғына ла түгел, еңеүҙәр ҙә яуланы. “Театрҙың тылсымлы донъяһы” тигән конкурста көсөбөҙҙө һынап ҡараныҡ, “Бәләкәй ил” номинация­һын­да билдәләндек. Бая телгә алған драма түңәрәгенең эшмәкәр­леге һөҙөмтәһендә бәйге уҙғарҙыҡ. Тамаша һәммәһенең дә күңеленә хуш килде.
– Балалар баҡсаһында тәрбиәселәр ижади проекттар менән дә шөғөлләнәме?

– 1-се кескәйҙәр төркөмө өсөн 29 йыл педагогия стажы булған Эльвира Йәнекәева яуаплы, ул бында 13 йыл эшләй. Эльвира Ғәмил ҡыҙы “Үҙеңдең ҡулдарың менән ағас үҫтер” тип аталған проектты аҙағынаса алып барып еткерҙе. “Берҙе киҫһәң, биш ағас ултырт” тигән девиз буйынса эш алып барабыҙ. Ҡыҙ һәм малай­ҙарҙы бәләкәйҙән үк күркәм тәр­биәгә өйрәтеүҙе бер нимә лә алмаштырмай. Үҙе әйтмешләй, Тажикстан, Үзбәкстан илдәрендә хеҙ­мәт күрһәтеү, тәжрибә уртаҡлашыу, эшкә өйрәнеү йәһәтенән ыңғай йоғонто яһаған. Дөрөҫ, тәжрибә йылдар һуҙымында туплана. Беҙҙә тап шундай хеҙмәткәрҙәр эшләүенә ҡыуанам.
Миәкә районы.
Читайте нас