Белем һәм тәрбиә
28 Сентября 2019, 05:59

Студентҡа ярты миллион һум бик килешер!

Йәштәр, проект эштәренә ҡыйыуыраҡ тотоноғоҙ: мөмкинлектәр киң.

Фото: kp.ruФото: kp.ru
Фото: kp.ru
Йәштәрҙең үҙ проекттары менән төрлө форумдарҙа ҡатнашыуы ғәҙәти күренешкә әүерелде.


Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Арсен Шәрифуллин «Киберспортҡа юл» тип аталған проекты менән «Селиас-2019» халыҡ-ара форумының Бөтә Рәсәй Йәштәр конкурсында уңышлы сығыш яһаны.


Унда ҡатнашыусылар төрлө даирәләрҙә иң киҫкен проблемаларға арналған проекттарын тәҡдим итте. Беҙҙең республика исеменән сығыш яһаған университеттың икенсе курс студенты Арсен Шәрифуллиндың хеҙмәте «Студент башланғыстары» йүнәлешендә 500 000 һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды. Тәҡдим ителгән 80 проект араһында яҡлау тапҡан һигеҙ эш эсендә яҡташыбыҙҙың еңеү яулауы, әлбиттә, бик ҡыуаныслы хәл.


Арсенды ҙур уңышы менән ҡотлап, яңы артылыштар теләйбеҙ.
Читайте нас