Белем һәм тәрбиә
3 Октября 2019, 08:57

Ауыл мәктәбен ниҙәр борсой?

Ҡыҙҙарға һәм малайҙарға һөнәр һайлағанда йүнәлеш биреү, белем усағының ата-әсәләр менән бәйләнеш булдырыуы, урындағы предприятиелар менән хеҙмәттәшлек итеүе кеүек мәсьәләләр тураһында ла һөйләшеү булды.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Өфө районының Шамонин ауылында Уҡытыусылар көнөнә бағышланған күркәм сара үтте. Уның сиктәрендә "Ауылда урынлашҡан дөйөм мәғариф ойошмалары эшмәкәрлегенең норматив-хоҡуҡ проблемаларын көйләү" тигән күсмә түңәрәк өҫтәл уҙғарылды.
Сарала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡатнашты.
Конференция ҡунаҡтарына тәүҙә экскурсия ойошторолдо. Артабан улар I класс һәм тарих дәрестәрендә булды, милли көрәш күнекмәһен ҡараны. Һуңынан ауыл мәктәбен үҫтереү тураһында фекер алыштылар. Ҡыҙҙарға һәм малайҙарға һөнәр һайлағанда йүнәлеш биреү, белем усағының ата-әсәләр менән бәйләнеш булдырыуы, урындағы предприятиелар менән хеҙмәттәшлек итеүе кеүек мәсьәләләр тураһында ла һөйләшеү булды.
Читайте нас