Белем һәм тәрбиә
4 Октября 2019, 15:40

"Бар һөнәрҙәр ҙә – уҡытыусынан"

Бүләкләнеүселәр араһында кемдәр бар?

Автор фотолары.Автор фотолары.
Автор фотолары.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙҙың мәғариф алдынғыларын Уҡытыусылар көнө менән ҡотланы. Байрам тантаналары Өфөләге Колонна залында үтте.
“Беҙҙә йәш быуын талантлы, уларҙың һәләтен ваҡытында күреп үҫтереү, йүнәлеш биреүгә педагогтар көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй, – тине Радий Фәрит улы сығышында. – Маҡсат – киләсәктә мәғариф тармағы буйынса илебеҙҙә алдынғылар рәтендә булыу. Әгәр алдыбыҙға аныҡ ниәттәр ҡуябыҙ икән, уларҙы, һис шикһеҙ, тормошҡа ашырасаҡбыҙ”.
Бүләкләнеүселәр араһында Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының математика уҡытыусыһы Менәүәрә Мәҡсүтова ла бар. Уның билдәләүенсә, бөтә һөнәрҙәр ҙә – уҡытыусынан, ә уҡытыусы оҫталығы – Хоҙайҙан.
Читайте нас