Был төбәк балалары үҙҙәренең Шәйехзада Бабич үҫкән төбәктә тыуыуы менән ғорурлана.
Дүртөйлө районының Исмаил мәктәбенә уҡыусылар менән осрашыуға китеп барабыҙ. ‘“Башҡортостан” гәзите, башҡорт әҙәбиәте хаҡында һөйләмәксебеҙ. Нимәһе ҡыуаныслы: Башҡортостанда шағир тыумаған бер генә район да юҡ. Аңлаған кеше өсөн был – үҙе бәхет. Мәңгелек бәхет. Беҙҙе ата-бабаларыбыҙ ҡеүәтенә, рухиәткә, кешелеккә бәйләп торған бәхет. Ә инде Дүртөйлө районында Шәйехзада Бабич, Назар Нәжми кеүек атаҡлы шағирҙар буй еткереүен иҫәпкә алғанда, был төбәктең рхи потенциалы, моңло ер икәнен раҫлап әйтеп була, минеңсә. Ә беҙ бараһы Исмаил ауылында композитор Ризван Хәкимов тыуған.
Милли рух менән һуғарылған
Исмаил мәктәбендә бөгөн 211 бала уҡый. Шуларҙың 26-һы башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнә. Мәктәптә “Башҡортостан” гәзитен яҙҙырып уҡыған уҡытыусылар белем бирә. Шуларҙың береһе – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, сараны ойоштороусы Гүзәлиә Закирова. Ул – әүҙем йәмәғәт ағзаһы ла. Төбәктә башҡорт рухиәтен таратыу өсөн көсөн һала. Тап ана шундай уҡытыусылар саҡырып торғанда, милли матбуғаттың әһәмиәтен аңлағандар булғанда, беҙ, гәзит хеҙмәткәрҙәре, ижади хеҙмәттәшлеккә һәр ваҡыт әҙер. Нимә генә тимә, “Башҡортостан”ды беҙ бергәләп ижад итергә бурыслыбыҙ.
Мәктәп директоры Илиза Минязова баҫмалағы яҙмаларҙы дәрестә файҙаланыуын әйтте. Әйткәндәй, ошо фекерҙе республика райондары буйлап йөрөгәндә бик күп уҡытыусыларҙан ишеткәнем бар. Шуға күрә гәзитебеҙҙе өйөнә алдырып уҡығандар ҙа – тап мәғариф хеҙмәткәрҙәре.
Мәктәп уҡыусылары менән һәр осрашыу ҡыҙыҡлы үтә ул. Балалар һис көтөлмәгән һорау бирә, үҙҙәренең телендә аралашһаң, күңелдәрен асып һалалар. Матбуғат, гәзитебеҙҙең сайты, Интернет аша ла башҡорт телен өйрәнеп булыуы тураһындда һөйләшкән арала, улар бала саҡ хыялы, ҡыҙыҡһыныуҙар тураһында ла һораша. Яратам ауыл балаларын! Үҙем ауылда үҫкән өсөн түгел, ә ихласлыҡтары өсөн! Уларҙың күҙҙәрендә нур бар, йәшәү осҡоно яна. Ҡалаларҙа ла бар ундайҙар, улары ла, Аллаға шөкөр, үҙебеҙҙең милли мәктәп балалары. Тере аралашыуҙан мәхрүм булырға тейеш түгел балалар, ниндәй милләттән булыуына ҡарамаҫтан. Шулай ғына беҙ мәғрифәттең изге әһәмиәтен һаҡлап алып ҡала алабыҙ!
Сарала шулай уҡ Н. Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы директоры, төбәк башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Гөлшат Хөсәйенова ла ҡатнашты, баҫма хаҡында балаларға һөйләне. Уның һүҙҙәренә ауыл китапханаһы мөдире Земфира Хәкимова ҡушылды. Төбәктә балалар китап уҡый, бигерәк тә фантастик, тарихи әҫәрҙәр менән ҡыҙыҡһыныусылар күп икән. Әйткәндәй, был кисәлә балалар байтаҡ шиғыр уҡыны. Уларҙа әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныу бар.
Балалар яҙыусыһы Илдус Тимерхановты бында үҙ кеше тип беләләр. Илдус ағай балалар өсөн һоҡланғыс әҫәрҙәр яҙып ҡына ҡалмай, ул – балалар әҙәбиәте, уның яҙмышы өсөн битараф булмаған кеше, балалар әҙәбиәте буйынса конференция уҙғарыу ниәте менән яныуы ла ошо хаҡта һөйләй. Уның “Төнгө шәфәҡ” шиғыры беҙҙе илаһи йәйҙәргә алып ҡайтты:
Һыуҙың өҫтөн йәйғор булып,
Ә Гүзәлиә Урал ҡыҙы ул арала балалар араһында ярыш ойошторҙо: башҡорт яҙыусыларының исемдәрен атағыҙ, тине. Бына китте сәмләнеп ҡул күтәреүҙәр!
Беләләр балалар әҙиптәрҙе. Әлбиттә, яҡташтарын телгә алыуҙан башлап ебәрҙеләр. Шулай итеп, Аделина Ҡашҡарова (7 “а” класы уҡыусыһы), Алмас Ғимаҙуллин, Илһам Зиннәтуллин, Сармат Бәҙретдинов, Ирхан Мөхәмәтйәнов (5 “а” класы уҡыусылары) еңеүселәр булды. Улар кемуҙарҙан Шәйехзада Бабич, Назар Нәжми, Рауил Бикбаев, Мостай Кәрим, Әнғәм Атнабаев, Ҡәҙим Аралбаев, Рафаэль Сафин, Марат Кәримов, Зәйнәб Биишева, Һәҙиә Дәүләтшина исемдәрен атаны. “Афарин, балалар! Һеҙгә “бишле” ҡуям”, – тип вәғәҙә итте башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәлиә Закирова.
Ошондай уҡ “Бер тигәс тә ни яҡшы” тигән конкурс ойоштороп ебәрҙеләр. Барыһынан да бигерәк “Дүрт тигәс тә ни яҡшы?” тигән һорауға “Дүртөйлөлә йәшәһәң, шул яҡшы!” тигәне булды.
Байрамдың икенсе өлөшөндә балалар “Арғымаҡ” этно төркөмө менән осрашты. Улар уҡыусыларға “Шайморатов генерал”, “Зәйнулла”, “Алпамыша”, “Зәки Вәлиди”, “Ҡара юрға”, “Ҡарабай”, “Аҡһаҡ ҡола”, “Беҙ бергә”, “Любизар”, “Байыҡ” һәм башҡорт халыҡ көйҙәренән теҙмә башҡарҙы. Был мәлдә залда булырға, уҡыусыларҙың башҡорт көйҙәренән әҫәрләнеп бейегәндәрен, йырҙарға ҡушылғандарын күрергә кәрәк ине! Әле генә үҙҙәрен дәрестә һымаҡ итеп тойоп, ҡул күтәреп кенә аралашҡан уҡыусылар дәртле көйҙәргә бейене. Афарин, уҡыусылар! Афарин, уларҙа милли моңдар бүләк иткән “Арғымаҡ”!
Хәйер, милли рух менән һуғарылған сарала уҡыусылар ғына түгел, уҡытыусылар ҙа бейене лә, йырланы ла.
Белем усағы тураһында һөйләүҙе дауам итеп, шуны да өҫтәйек: Исмаил мәктәбендә туған телде өйрәнеүгә иғтибар бүленә. Башҡорт телен белергә, тәрән үҙләштерергә теләгәндәргә “Тирмәкәй” түңәрәге эшләп килә, етәкселәре – Гүзәлиә Закирова һәм Лилиә Ҡашҡарова. Татар телен өйрәнгәндәр “Ҡаурый ҡәләм” (етәксеһе – Ләйсән Мурзаева), урыҫ телен үҙләштергәндәр “Родное слово” (Айгөл Ғәлиева) түңәрәктәрендә шөғөлләнә. Улар сарала “Мөхәббәт”, “Хыялый”, “Я ждала тебя” шиғырҙарын яттан һөйләне. “Родное слово” түңәрәге ағзаһы Айһылыу Сибәғәтуллина мәҡәләләр ҙә яҙа икән. Ғөмүммән, был мәктәптә уҡыусыларҙы тыуған яҡ, уның тәбиғәте менән ҡыҙыҡһына, тарихи урындарға сәйәхәт ҡылырға ярата. “Йәншишмә” балалар баҫмаһында, район гәзитендә мәҡәләләре баҫыла.
Мәктәптә быйыл уҡыу йылы 2 сентябрҙә башланыуға ҡарамаҫтан, класс сәғәтенә ҙур иғтибар бүлгәндәр. Мәҫәлән, 10-сы, 5-се һәм 6-сы клас уҡыусылар был дәресте бергә үткәреп, йәш сағында һауынсы булып эшләгән хеҙмәт ветераны, заманында Мәскәүҙә ВДНХ-ла бронза һәм көмөш миҙалдар яулаған БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы Альбина Әхиәрова менән осрашҡан. Бер ҡараһаң, һауынсы һөнәренең ни әһәмиәте бар, тиер хәҙерге балалар. Әммә тап ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре беҙҙе туйындырыуын, илдең тамаҫын туйҙырыуын балалар белеп үҫергә тейеш бит.
5-се кластың етәксеһе Гөлназ Солтанова “Нимә ул тыныслыҡ?” тигән һорау менән уҡыусыларға мөрәжәғәт иткәндә, бәлки, балалар ни хаҡында һүҙ барғанын да аңламағандыр, әммә тап ана шул класс сәғәттәре аша һәр уҡыусы күңелән был донъяла тыныслыҡты һаҡлау өсөн нимә эшләргә кәрәклеге хаҡында белеп үҫеүе мәһим. Балалар дәрестә төрлөсә яуап биргән: “Халыҡтар дуҫлығы – ул тыныслыҡ”, “Ғаиләлә татыулыҡ – ул тыныслыҡ”, “Һуғыш булмауы – ул тыныслыҡ”...
“Үҫеш нөктәһе”ндә үҫ, әйҙә!
“Үҫеш нөктәһе”. Был хаҡта хәҙер йыш ишетәбеҙ. Тап ошондай үҙәк Исмаил мәктәбендә асылды. Сарала райондың мәғариф идаралығы начальнигы Нәсимә Ибатуллина, төбәктең педагогик мәғлүмәт үҙәге директоры Рәмил Шайхәйҙәров ҡатнашты. “Үҫеш нөктәһе” – ул уҡыусыларҙа дөйөм мәҙәни ҡиммәттәрҙе, кәрәҙле технологиялар буйынса белемде, шахмат ҡеүәтен, проект эшмәкәрлеген, ижади яҡтан баланың башҡалар араһында үҫешен бергә ойошторған яңы проект. Ата-әсә, педагог һәм уҡыусы араһында бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн дә эшләнгән ул. Балалар был дәрестәрҙә ғәҙәти парталар артында ултырмай, ә заманса йомшаҡ тюфиктарҙа ултыра. Эшлекле уйындар, тренингтар нимә икәнен балалар тап ошо майҙансыҡтарҙан, мәктәптән үк белеп сыға. “Үҫеш нөктәһе” уҡыусының ҡайҙа уҡыуына ҡарамаҫтан, замана талаптарына ярашлы, үҙен белем донъяһында иркен тоторға, белгәнен башҡалар менән уртаҡлашырға ла өйрәтә. Бындай майҙансыҡтар уҡыусыларға ҙур ғилем, мәғрифәтселек донъяһына трамплин булһын!
Һәр балала уй осҡоно тоҡандырыу зарур уҡытыусыға. Бөгөнгө документтар тултырыу, төрлө сараларға әҙерлек менән мауыҡҡан арала уҡытыусы кескәй генә баланың йөрәгенә юл ярып өлгөрәме икән? Һәр хәлдә был мәктәптә әгәр башҡорт матбуғатына, башҡорт әҙәбиәтенә, башҡорт һүҙенә, башҡорт моңона иғтибар бүленә икән, был балаларҙың Урал батыр вариҫтары булып үҫеүендә шик юҡ. 5-се класс уҡыусыһы Алмас Ғимаҙуллин кеүек. Ана нисек итеп һөйләне ул “Урал батыр” эпосынан өҙөктө. Ошо миҫалдар үҙе үк бында уҡығандарҙа тамырҙарға, рухи үткәнебеҙгә ҡыҙыҡһыныу барлығы хаҡында һөйләй. Алмастың эпосты нисек итеп һөйләгәне әле булһа күҙ алдында тора: шундай йәнле итеп, үҙе аңлаған йөкмәткене башҡаларға еткереү ниәте менән башҡарҙы.
Уҡытыусылар коллективы килгән ҡунаҡтарға Ризван Хәкимовтың “Сәғәт” әҫәрен йырлағайны. Исмаил мәктәбе бында эшләгәндәрҙең дә, уҡығандарҙың да бары тик бәхетле, белемле мәлдәрен генә һанаһын!