Белем һәм тәрбиә
4 Октября 2019, 07:27

Музыка насарлыҡҡа әйҙәмәй

Вилә Әбдрәхимова Сораман ауылында тыуа. Ул сабый ғына сағында Мамилиндар ғаиләһе Учалы ҡалаһына күсеп төпләнә. Атаһы ғүмере буйы тау-байыҡтырыу комбинатында мастер, механик булып хеҙмәт итә, әсәһе лә шул уҡ предприятиела эшләй. Икеһе лә йыр-моңға маһир була – Ишмөхәмәт Әхмәтйән улы оҫта итеп гармунда уйнай, Хәтимә Шөғәйеп ҡыҙы матур итеп йырлай.

Һәләтле балаға тормошта йүнәлеш бирәләр.


Вилә Әбдрәхимова Сораман ауылында тыуа. Ул сабый ғына сағында Мамилиндар ғаиләһе Учалы ҡалаһына күсеп төпләнә. Атаһы ғүмере буйы тау-байыҡтырыу комбинатында мастер, механик булып хеҙмәт итә, әсәһе лә шул уҡ предприятиела эшләй. Икеһе лә йыр-моңға маһир була – Ишмөхәмәт Әхмәтйән улы оҫта итеп гармунда уйнай, Хәтимә Шөғәйеп ҡыҙы матур итеп йырлай.


Ғаилә башлығы еңел атлетика менән ныҡлап шөғөлләнә, бер нисә тапҡыр республика кимәлендәге ярыштарҙа район данын яҡлай. Хаҡлы ялда булһалар ҙа, улар әле лә әүҙем тормош алып бара – ҡала-район кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа, сараларҙа ҡатнаша.
Ҡыҙ менән улдарын бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп, ауырлыҡтар алдында ҡойолоп төшмәҫлек итеп тәрбиәләргә тырыша Мамилиндар. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була, тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер, шундай мөхиттә тыуып үҫкән ике баланан Хоҙай Тәғәлә йыр-моңға һәләтте лә йәлләмәй.
Ҡыҙ бәләкәйҙән йырларға-бейергә ярата, ҡустыһы гитарала уйнарға өйрәнә. Балалар баҡсаһында уҡ Виләнең моңло тауышлы булыуын, сәхнәлә үҙен иркен тотоуын шәйләп алған тәрбиәселәр, уны гел саралар­ҙың уртаһында ҡайната.

Ә йортта йәшәгән оло инәйҙәр, ҡыҙ тышҡа сығыу менән, подъезд алдындағы ҡалҡыуыраҡ урынға баҫтырып, башҡортса таҡмаҡ әйтеүен һорар була.
Мәктәптә лә ҡыҙ тик яҡшы билдәләргә өлгәшә, пионер тормошонда әүҙем ҡатнаша, тап шул осорҙа уның лидерлыҡ сифаттары ла асыла.
Һигеҙ йәшендә Виләне музыка мәктәбенә бирәләр. Өс йыл эсендә оҫта итеп скрипкала уйнарға өйрәнә ул.

Бала саҡтан музыка уҡытыусыһы булырға хыялланған ҡыҙ, һигеҙенсе класты тамамлағас, оҙаҡ уйлап тормай, Учалы музыка училищеһының дирижер бүлегенә уҡырға инә. Бында ла ул үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәтә – тырышып уҡый, училище тормошонда әүҙем ҡатнаша, үҙе йырҙар ҙа яҙа.
Хеҙмәт юлын Вилә Ишмөхәмәт ҡыҙы район мәҙәниәт йортонда методист булып башлай. Йәнле мәҙәни тормош, артистар менән аралашыуҙар ҡыҙҙың күңеленә ятһа ла, белеменең тейешле кимәлдә булмағанлығын аңлай ул, балалар менән эшләү теләге лә тынғы бирмәй. Ике йылдан, БДУ-ның Сибай факультетына педагогика һәм музыка кафедраһына уҡырға инә. Студент йылдарын йәшлегенең иң күркәм осоро тип иҫләй ул. Бергәләп ойошторған КВН-дар, походтар, концерттар күңелендә тик яҡты хәтирәләр булып уйылған. Диана Ишниязова, Сәғиҙулла Байегет, Рәмил Туйсин, Рушан Ниязғолов кеүек республикала танылыу яулаған сәхнә оҫталары менән бергә уҡыу бәхете йылмая уға.
Тап шунда буласаҡ тормош юлдашын да осрата ҡыҙ. Баймаҡ районының Мерәҫ ауылы егете Фидай Әбдрәхимов юғары уҡыу йортон тамамлап, физкультуранан уҡытып йөрөгән була. Бер аҙ дуҫлашып йөрөгәс, йәштәр өйләнешә. Диплом алыу менән бергә, Вилә әсәй булыу бәхетен дә татый – ғаиләгә йәм өҫтәп, улдары Айназ тыуа.
Әбдрәхимовтар ғаиләһе Баймаҡ ҡала­һында төпләнә. Вилә музыка мәктәбендә вокал һәм хор дирижеры класында уҡыта башлай. Балаларҙы музыка серҙәренә төшөндөрөргә бар көсөн йәлләмәй тырыша йәш белгес, уның уҡыусылары район кимәлендәге генә түгел, республика буйынса уҙғарылған төрлө сараларҙа, конкурс­тарҙа ҡатнашып, үҙҙәрен күрһәтә.

Әммә күңеле тыуған яҡтарына тартыла Виләнең. Фидай Роберт улы ла ыҡсым, таҙа, йәйҙәрен гөл-сәскәгә күмелгән таусылар ҡалаһын беренсе күреүҙән оҡшатҡан була. Кәңәшләшеп уйлағандан һуң, 2008 йылда Әбдрәхимовтар Учалы ҡалаһына күсеп килә.
Вилә Ишмөхәмәт ҡыҙы 1-се музыка мәктәбенең вокал-хор бүлегенә эшкә урынлаша, ғаилә башлығы ла үҙ һөнәренә тоғро ҡала.
Тыуған яҡтарына күсеп ҡайтҡас, бигерәк тә дәртләнеп эшкә тотона ярайһы тәжрибә туплаған белгес. Ул етәкләгән өлкән класс уҡыусыларының өлгөлө “Йәшлек” хор коллективында иллегә яҡын бала шөғөлләнә. Төркөм районда ғына түгел, республика кимәлендә үткәрелгән конкурс-фестивал­дәрҙә ҡатнашып, төрлө дәрәжәләге дипломдарға лайыҡ була.

Ә Вилә Ишмөхәмәт ҡыҙы үҙе нигеҙ һалған “Алтынай” вокаль ансамбленең эшмәкәрлеге бигерәк тә уңышлы.
– Учалыға ҡайтҡас, балалар өсөн башҡорт телендә йыр ансамблдә­ренең бөтөнләй булмауына иғтибар иттем, ә балаларҙың да, ата-әсәләрҙең дә теләге ҙур ине. Талантлы бала­ларҙы йыйып, иң тәүҙә Учалыға ар­налған йыр өйрәндек, клип төшөрҙөк. Беҙҙең сығышты тамашасы бик йылы ҡабул итте, урындағы телевидениенан да бер нисә тапҡыр күрһәттеләр. Дәртләнеп, тағы ла яңы йырҙар өйрәндек, балалар әле лә ансамблдә ихлас шөғөлләнә, – ти уҡытыусы.
“Алтынай” район, республика кимәлендә генә түгел, юғарыраҡ даирәләрҙә лә үҙен таныта. Шулай 2013 йылда Силәбелә уҙғарылған “Таланттар планетаһы” халыҡ-ара конкурсында – Гран-при, Магнито­горскиҙа ойошторолған Төбәк-ара йыр конкурсында беренсе урынға лайыҡ була.
Вилә Ишмөхәмәт ҡыҙы бер ва­ҡытта ла һәләтле баланы иғтибарһыҙ ҡалдырмай – етди шөғөлләнә, үҫтерә, артабанғы тормош юлына, һөнәр һайлауына йүнәлеш бирә. Күп уҡыусылары музыка мәктәбен тамам­лағас, артабанғы тормошон сәнғәт менән бәйләп, төрлө уҡыу йорттарына инә.
– Музыка бер кешене лә насар­лыҡҡа әйҙәмәй. Бөтә балалар ҙа артист, музыкант булмаҫ. Әммә музыкаға һөйөү, матурлыҡты тойоу һәр баланың тормошон биҙәр, ысын дуҫ табырға ярҙам итер, – ти ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен уҡытыусылыҡ эшенә арнаған остаз.
Күҙ ҡарашынан аңлап торған тормош иптәше, улы – мәҡәлә геройының терәге, таянысы. Айназ, йыр-моңға һәләтле булһа ла, тормошон иҡтисад менән бәйләргә хыяллана, ул – Көньяҡ Урал дәүләт университеты студенты. Әбдрәхимовтар сәләмәт тормош яҡлы, спортты үҙ итәләр, Башҡорт­остандың гүзәл урындары буйлап сәйәхәт итергә яраталар, мул итеп баҡса үҫтерәләр.
Эйе, ҡатын-ҡыҙ үҙен тулыһынса бәхетле тойһон өсөн, яратҡан эшенән тыш, ғаиләһенең дә имен булыуы шарт. Ә Вилә Ишмөхәмәт ҡыҙының тырышлығын, ныҡышмалылығын бөгөн уның уҡыусылары билдәләй.
Читайте нас