Белем һәм тәрбиә
4 Октября 2019, 06:00

“Йөрәгемде балаларға бирәм...”

Күренекле педагог Василий Сухомлинскийҙың ошо ҡанатлы һүҙҙәрен яратып башҡарған эшенең, ғөмүмән, тормошоноң девизы итеп алған Зөлфиә Ҡаһарманова. Бына инде өс тиҫтә йылдан ашыу балаларҙа әсә теленә һөйөү тәрбиәләй ул. Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөлфиә Ғәбит ҡыҙы һәр көн иртән үҙе эшләгән Шамонин урта мәктәбенә ашҡынып килә.

Күренекле педагог Василий Сухомлинскийҙың ошо ҡанатлы һүҙҙәрен яратып башҡарған эшенең, ғөмүмән, тормошоноң девизы итеп алған Зөлфиә Ҡаһарманова. Бына инде өс тиҫтә йылдан ашыу балаларҙа әсә теленә һөйөү тәрбиәләй ул. Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөлфиә Ғәбит ҡыҙы һәр көн иртән үҙе эшләгән Шамонин урта мәктәбенә ашҡынып килә.
“Хеҙмәт юлымды икенсе өлкәлә башлап ебәрергә тура килде, әммә мәктәпкә күскәнемә бер ҡасан да үкенгәнем юҡ. Әлбиттә, тел өйрәтеү еңел хеҙмәт түгел. Ҡала мәк­тәптәрендә башҡорт теле дәрестәре индерелә генә башлаған осорҙағы рухи күтәрелеште, ең һыҙғанып эшләгән саҡтарҙы гел иҫләп алам. Шул саҡтағы тырыш, берҙәм хеҙмәтебеҙҙең емеше булып башҡорт кластары, башҡорт мәктәптәре асылыуы, туған телебеҙҙең аралашыу даирәһе киңәйеүе өсөн ҡыуанам. Әлеге ваҡытта төрлө мөхиттә үҫкән, төрлө телле балаларға башҡорт теленең матурлығын еткереүҙе, уларҙа халҡыбыҙҙың бай тарихына, әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы төп маҡсатым тип һанайым. Ә инде үҙебеҙҙең башҡорт балаларында телең, илең, халҡың менән ғорурланыу, милли асылға тоғролоҡ тәрбиәләүҙе беренсе урынға ҡуям”, – тип эш нескәлектәре тураһында һөйләне Зөлфиә Ғәбит ҡыҙы.
Хозур тәбиғәтле Бөрйән ере уға ныҡлыҡты ла, егәрлелекте лә йәлләмәй биргән. Тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә, мөмкин тиклем күберәк файҙалы эштәр башҡа­рырға тырыша ул. Матбуғат биттәрендә фәһемле мәҡәләләр менән сығыш яһай, республика, район кимәлендә асыҡ дәрес өлгөләре күрһәтә. Үҙенең бай тәжрибәһенә таянып “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең сифатын күтәреү – заман талабы” тигән йыйынтыҡ әҙерләп сығарған. Бынан тыш, урындағы башҡорт ҡоролтайы эшендә әүҙем ҡатнашырға ла, ижад менән шөғөлләнергә – хикәйә һәм шиғырҙар яҙырға ла ваҡыт таба.
Зөлфиә Ғәбит ҡыҙы – төрлө кимәлдәге конкурстар еңеүсеһе. Уның Маҡтау грамоталарының, дәрәжәле исемдәренең иҫәбе-һаны юҡ. Уҡыусылары ла һынатмай, предмет олимпиадаларында, ижади эштәр конкурстарында, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.
– Матди яҡты беренсе урынға ҡуйған кешеләр мәктәптә оҙаҡ эшләй алмай, тип уйлайым. Уҡытыусылыҡ – ул кешенең булмышын билдәләгән сифат. Хеҙ­мәтемде, балаларҙы шул тиклем яратам. Коллегаларымдан уңдым. Мәктәбебеҙ уҡыусылар тауышынан гөрләп тора. Йылдан-йыл балалар һанының артыуы ҡыуандыра. Ата-әсәләрҙең ярҙамын ныҡ тоябыҙ. Бына шундай шарттарҙа дәртләнеп эшләргә генә ҡала инде, – тип йылмая юғары категориялы уҡытыусы.
“Йәшәү мәғәнәһен тыуған тамыр­ҙарға, тарихыбыҙға тоғролоҡта табайыҡ, уны көндәлек хеҙмәтебеҙ менән нығыта барып, халҡыбыҙҙың бөйөклөгөн эшебеҙ һәм һәләт­тәребеҙ, бер һүҙ менән әйткәндә, рухи камиллыҡ менән раҫлайыҡ”, – тигән юлдар бар Зөлфиә Ҡаһарманованың бер мәҡәләһендә. Был фекер уҡытыусының бар асылын, йәшәү мәғәнәһен сағылдыра төҫлө.
Читайте нас