Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
4 Октябрь 2019, 16:25

Йөрәгендә студент дәрте

Һәр миҙгел үҙенсә матур, үҙенә генә хас биҙәкле. Кешеләр ҙә шулай. Һүҙем һоҡланғыс ханым, хәстәрлекле әсәй, тәжрибәле уҡытыусы Сермән ауылы ҡыҙы Ләйлә Закир ҡыҙы Абдуллина хаҡында.

Һәр миҙгел үҙенсә матур, үҙенә генә хас биҙәкле. Кешеләр ҙә шулай. Һүҙем һоҡланғыс ханым, хәстәрлекле әсәй, тәжрибәле уҡытыусы Сермән ауылы ҡыҙы Ләйлә Закир ҡыҙы Абдуллина хаҡында.


Уның аҡыллы, сабыр холоҡло, төплө белемле, уңған булыуына һәр ваҡыт һоҡланам. Пионерҙар йортонда бергә эшләгәндән алып, нисә йыл инде бер-беребеҙҙе күҙ ҡарашынан аңлап, шатлыҡ-ҡайғыларҙы уртаҡла­шып йәшәйбеҙ. “Күңеллеләр көнө”, “Тыуған көн”, “Көҙгө уңыш”, Яңы йыл байрамдары, төрлө семинарҙар үткәрә инек. Беребеҙ сценарий яҙһа, икенсебеҙ байрамдың биҙәлеше менән шөғөлләнә.
Ләйлә Закир ҡыҙы Сермән мәк­тә­бендә директорҙың ойоштороу буйынса урынбаҫары булып эшләү менән бер рәттән 22 йыл мәктәптең Тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәк­сеһе лә булды. Юғары категориялы геогра­фия уҡытыусы­һының уҡыусы­лары йыл да олимпиадаларҙа ҡатнашып, еңеү яулай. 2014 йылда уның фәне буйынса Нур Әүбәкиров мәктәптә иң юғары – 94 балл алды, әле уны ҡыуып еткәндәр юҡ. Тикшеренеү эше буйынса Элина Бигилдина, Вилиә Низаметдинова, Әлиә Абыҙ­баева район, республика һәм Рәсәй кимәлендә еңеүсе булды. “Истоки” түңәрәге менән фольклор-этнографик фестивалендә еңеп сығып, милли башҡорт кейе­мендә Рәсәй кимәленә сығырға әҙерләнәләр. Бөтә Рәсәй слетында ул әҙерләгән Динис Саяхов менән Элина Бигилдина еңеүсе булды. Әле Баш­ҡорт дәүләт медицина университетында уҡып йөрөгән Лиана Ғарипова йыл һайын йәш экскурсоводтар конкурсында еңеү­гә өлгәште. Бөтә Рәсәй дистанцион һәм халыҡ-ара олим­пиадаларҙа йыл да 15-18 уҡыусыһы еңеүселәр рәтенә инә.
2016 йылда Ләйлә Закир ҡыҙы Кирәл тауына менеү ярышында үҙ йәше төркөмөндә өсөнсө урынға лайыҡ булды. Ул Башҡортос­тан­дың мәғариф алдынғыһы, Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән, Башҡортостан Мәғариф министрлыҡта­рының маҡ­тау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. 1999 – 2007 йылдарҙа директорҙың уҡыу-уҡытыу эше буйынса урын­баҫары булды. Ул эшләгән осорҙа ла, әле лә Сермән мәк­тәбе уҡыусылары уҡыу сифаты кимәлен күтәреп, мониторинг, диагностиканы тултырып, дөрөҫ итеп эшләргә өйрәнде.
Алтын миҙалға лайыҡ булыусылар һаны ла кәмемәй. 2014 йылда Ләйлә Абдуллинаның класынан Аэлита Әйүпова Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың алтын миҙалда­рына лайыҡ булды. Бынан тыш, Рәсәй миҙалдарын Карина Татлыбаева менән Элина Юзаева алды.
Ләйлә Закир ҡыҙы уҡыусылары менән төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Йыл һайын тыуған көн байрамдарын үткәрәләр, сәйәхәткә сығалар, походтарға йөрөйҙәр. Бөгөн ул география, химия, биология уҡытыусыларының методик берек­мәһенә етәкселек итә.
“Ошо уңыштарға өлгәшеүемдә яратҡан уҡытыусыла­рымдың өлөшө ҙур. Сермән мәктәбе һәр саҡ көслө нигеҙле булды. Шул ныҡлы нигеҙҙе һаҡлап ҡалыу – беҙҙең бурыс”, – ти ул.
Ләйлә Закир ҡыҙы ире Илдус Миңлеғәлим улы менән бынамын тигән ике баһадир егетте үҫтереп, уҡытып, үҙаллы тормош юлына сығарған. Егеттәр ҙә, ата-әсәләренә оҡшап, аҡыллы, теремек, сос. Өлкән улдары Илшат Өфө авиация техник университетын тамамлап, бөгөн ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй, “Авангард” банкында уңышлы эшләп йөрөй. Өс ҡыҙға атай булған. Кесе улдары Рим Башҡорт дәүләт университетының физика факультетын тамамлаған, “Роснефть”тә төп белгес. Фатир һатып алып, үҙаллы тормош юлын башлаған. Ләйлә менән Илдус Абдуллиндар матур, татыу ғаиләлә йәшәй.
Белорет районы.
Читайте нас