Был сәхнә әҫәре хаҡында баҫмабыҙҙа байтаҡ яҙҙыҡ. Режиссер Илнур Лоҡманов ҡуйған спектакль "Театрлы Волга буйы" фестивалендә лә еңеү яулағайны. Радий Хәбиров йәштәрҙең уйынын юғары баһалап, былай тине:
“Беҙҙә әле бер-бер артлы ижади еңеүҙәр килә."Беренсе Республика"нан башлап ебәргәйнек. Шунан, әлбиттә, "Һеңлекәш" фильмы: ул шундай аншлаг менән республика, ил буйлап бара. Хәҙер бына был һоҡланғыс спектакль. Ул, әлбиттә, һәүәҫкәр ижад, әммә бик яҡшы ҡуйылған, һәм йәштәр ҙә шундай бирелеп уйнай, хатта номинант исемлегенә ингәндәр”.