Баланы “энә менән ҡойо ҡаҙырға” өйрәтеү шарт.
“Беҙ “Мәғариф” милли проекты буйынса бөтә йөкләмәләрҙе үтәйбеҙ. Барыһы ла яҡшы. Бының өсөн бер генә миҫалға туҡталам. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ. Быйыл беҙ өр-яңы 21 мәктәп һәм 21 балалар баҡсаһы асасаҡбыҙ. Ихтыяж ҙур, шуға ла артабан да төҙөйәсәкбеҙ, шул иҫәптән республика бюджеты иҫәбенә лә”, – тигәйне Радий Хәбиров уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә.
Мәсьәләләр ҡатмарлана бара
“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда 133 һанлы һәм гуманитар йүнәлешле белем биреү үҙәге булдырыласаҡ. Ауыл мәктәптәрендә технология, йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм информатика кабинеттары яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. 63 мәктәптә локаль селтәр һәм икешәр компьютер класы буласаҡ, ә ике йыл дауамында республиканың барлыҡ мәктәптәре юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыласаҡ.
Эйе, мәғариф өлкәһен үҫтереүгә беҙҙең республикала ҙур иғтибар бирелә. Уҡыусыларҙың белем сифатын яҡшыртыуға, уларҙы киләсәктә лайыҡлы алмашсы итеп тәрбиәләүгә һәр белем усағы үҙ өлөшөн индерә. Заман шарттарында мәғариф системаһы – мәктәп – мәғлүмәт сығанағы булыуҙан бигерәк, белем алырға өйрәнеү үҙәгенә әүерелә.
Шуны ла әйтергә кәрәк, йылдан-йыл мәғариф системаһы алдына ҡуйылған мәсьәләләр ҡатмарлана бара. Ул Рәсәй мәғарифының шәхестең заманға ярашлы ижади һәләтен һәм мөмкинлектәрен үҫтереү бурысына бәйле.
Заманға ярашлы, интернет селтәренең үҫеше лә мәғариф өлкәһенә тос өлөш индерә тиһәк, моғайын, яңылыш булмаҫ, сөнки мәғариф учреждениеларын уға тоташтырыу һиҙелерлек үҙгәрештәр алып килде. Белем биреү процесында ла, мәғариф системаһы менән идара итеүҙә лә интернет төп урынды биләй.
Башҡорт теленең бәҫен арттырыу мәсьәләһендә милли мәғариф өлкәһенә интернет селтәренең, атап әйткәндә, ундағы башҡорт сегментының индергән өлөшө ҙур. Әлеге сегмент, иң беренсе сиратта, уҡытыусылар көсө менән нығынып килә, улар булдырған интернет-ресурстар, үҙ сиратында, милли мәғарифты үҫтереүгә ярҙам итә. Был юҫыҡта интернет селтәрендә мәғариф өлкәһен нығытыу өҫтөндә эш алып барған ҡайһы бер уҡытыусыларҙың бай йөкмәткеле шәхси сайттары ла булдырылған. Ә инде башҡорт теле уҡытыусылары порталында, методик ҡумта кеүек сайттарҙа уҡытыусылар заманса технологиялар һәм мәғариф өлкәһендәге яңылыҡтар менән уртаҡлаша, был ресурстар үҙ-ара аралашыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны булып тора. Башҡорт телен өйрәнергә теләгән ҡулланыусылар телде өйрәнергә мөмкинлек биргән махсус тапшырыуҙар, видеояҙмалар, сайттар һәм проекттар менән таныша ала. Уларҙы мәктәптә рус балаларына башҡорт телен өйрәткән ваҡытта ла уңышлы ҡулланырға мөмкин.
Яңыса йәшәргә, яңыса эшләргә ынтылабыҙ
Башҡорт википедияһын мәғлүмәт менән байытыу һәм яҡшыртыу өҫтөндә теләгән бер кеше эшләй ала. Уҡыусылар өсөн файҙалы, кәрәкле мәғлүмәттәр ҙә күп унда. Шулай ҙа интернеттағы ресурстарға ғына ышанып ҡалыу, балаларҙы башҡорт телендә белем алыу өсөн ошо селтәргә йүнәлтеү дөрөҫ түгел, әлбиттә. Уҡыусы балаларҙың теләһә ҡайһы фәнде башҡорт һәм туған телендә, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы билдәләгән дәүләт телендә өйрәнеү өсөн дәреслектәре, методик ҡулланмалары, башҡа төр әсбаптары (шул иҫәптән – электрон рәүештә) булырға тейеш. Әлегә электрон дәреслектәр рус телендә генә бар. Балаларҙы телгә өйрәтеү өсөн, бәлки, ҡайһы бер предметтарҙы, әйтәйек, география менән тарихты башҡортса уҡытырға кәрәктер. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының башланғыс кластарында барлыҡ дәрестәр ҙә башҡорт телендә генә үтә. Был башланғыс һәм урта белем биреү йорттарында ғына түгел, ә юғары белем биреү ойошмаларында ла хәл ителергә тейешле мәсьәлә, тип уйлайым.
Бөгөн интернет башҡорт мәғарифын үҫтереүҙә ғәйәт ҙур ярҙамсы булып тора. Был ярҙамды күрергә, аңларға һәм дөрөҫ итеп файҙалана белергә генә кәрәк. Әлеге ресурстарҙы, мөмкинлектәрҙе халыҡҡа еткереү, тәҡдим итеү зарур. Шуныһы һөйөнөслө – һуңғы йылдарҙа йәштәр тарафынан төрлө форумдар йыш уҙғарыла, унда фән, мәғариф, шәхси үҫеш темалары үҙәк урында тора.
Беҙҙең дәүер – үҙгәрештәр ваҡыты ул. Һәр уҡыу йорто бөгөн яңыса йәшәргә, яңыса эшләргә ынтыла. Ысынлап та, бөгөн мәктәптәрҙең бурыстары күпкә артты. Ә инде милли мәктәптең төп маҡсаты милли үҙаңға эйә шәхестәр тәрбиәләүгә ҡайтып ҡала. Бала үҙ милләте менән ғорурлана һәм үҙен ошо халыҡтың бер вәкиле итеп тоя икән, тимәк, мәктәп, гимназия милли тәрбиә йүнәлешендә үҙ алдына ҡуйған маҡсатҡа өлгәшкән тигән һүҙ. Әгәр бала үҙ телендә уйлай, фекерләй, уйлағанын теүәл итеп әйтеп бирә икән, тимәк, ул милли рухҡа эйә. Шуға ла йәмғиәтебеҙгә һөнәри әҙерлеге юғары булған, эшлекле, ижади фекер йөрөткән белгестәр кәрәк.
Төп хеҙмәт күрһәткесе нимәлә?
Яңы федераль дәүләт стандартына күсеү “Беҙҙең яңы мәктәп” инновацион проекты милли мәғарифтың әһәмиәтен күтәрә. Яңы стандарттың элеккенән айырмаһы – бала шәхесе иғтибар үҙәгенә ҡуйыла. Мәҫәлән, әҙәби уҡыу дәресенең төп маҡсаты минутына нисә һүҙ уҡыу түгел, ә тексты аңлап уҡыу һәм уға анализ яһай белеү.
Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһын миҫал итеп килтерергә теләйем. Унда уҡытыусылар башланғыс баҫҡыстар һуңында (I – IV кластар) уҡыусыны предметтар буйынса яҡшы өлгәше менән генә түгел, шәхси уңыштары менән дә тәьмин итеүҙе бурыс итеп ҡуя, йәғни уҡыусы башланғыс мәктәпте тамамлағанда аралаша, төркөмдә эшләй, үҙ эшен күрһәтә белә. Яҡынса тәҡдим ителгән программа нигеҙендә уҡытыусылар үҙҙәре төп белем биреү программаһын төҙөгән.
Уға ярашлы, баланың уҡыу барышы ғына түгел, бөтә тәрбиә эштәре, һаулыҡ һаҡлау программаһы, уҡыусылар менән алып барылған коррекцион эштәр ҙә күҙ уңында тотола. Гимназияла дөйөм белем биреүҙең яңы федераль дәүләт стандарты буйынса 2011 йылдан эшләйҙәр. Төп белем биреү программаһын төҙөүҙә ата-әсәләр ҙә ҡатнаша бында, йәғни уның 20 проценты ата-әсәләр ҡатнашлығында формалаша. Шулай уҡ һәләтле һәм һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн шәхсән уҡыу пландары булдырыу рөхсәт ителә. Был, әлбиттә, ата-әсәләр менән берлектә эшләнә. Беренсе йыл тәжрибә кеүек була. Стандарттың өҫтөнлөгө – дәрестән тыш саралар сәғәттәренең индерелеүе менән уңышлы. Был өлөшкә нисә сәғәт бүленеүен, ата-әсәләрҙең теләгенә ҡарап, һәр мәктәп үҙе билдәләй. Шул уңайҙан, уҡытыу процесында, һәр уҡытыусынан рухи һәм физик яҡтан сәләмәт, юғары эрудициялы, һәләтле, бөгөнгө тормошта үҙ урынын табып, маҡсатына ирешә алған балалар тәрбиәләү өсөн төрлө саралар табыу һорала.
Был йүнәлештә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары төплө эш алып бара. Яңы алымдар ҡулланып эшләүгә, уңышлы юлдар эҙләүгә ҙур әһәмиәт бирә улар. Мәғлүмәттәрҙе, инновациялы технологияларҙы ҡулланыу, профилле уҡытыу мәсьәләһен күтәрәләр. Уҡытыусылар дәрестәрен компьютер, мультимедиа ярҙамында үткәрә.
Йылдан-йыл кабинеттарҙа компьютерҙар һаны артыуы, әлбиттә, һәр уҡыу йорто өсөн дә ыңғай күренеш, сөнки заман техникаһы мәғлүмәт сығанағы ғына түгел, ә күрһәтмә әсбап ролен дә үтәй.
Уҡытыусы хеҙмәтенең төп күрһәткесе – уҡыусының белем кимәле. Яңы быуын уҡытыу стандарттары талап иткәнсә, ябай итеп әйткәндә, уҡытыусы уҡыусыларға белемде “әҙерләп бирергә” түгел, киреһенсә, эҙләнергә, кәрәкле мәғлүмәт табырға, “энә менән ҡойо ҡаҙырға” өйрәтергә тейеш. Бында уҡыусы белем алырға өйрәнә, уҡытыусы уны әҙер килеш биреүсе генә түгел, ә был белем алыу процесын ижади ойоштороусы оло иптәш, ярҙамсы булараҡ сығыш яһай.