Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Уҡытыусылар көнө уңайынан бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын, Бөтә Рәсәй конкурстарында еңеүселәргә сертификаттар тапшырҙы.
Радий Фәрит улы, мөғәллимдәрҙе ҡотлап, былай тине:
– Был байрам һәр беребеҙгә лә ҡәҙерле, ул иң кәрәкле һөнәрҙе һайлағандарға бағышланған. Кешенең һәр ҡаҙанышында иң беренсе уның ғаиләһе һәм уҡытыусыһы тороуын барығыҙ ҙа беләһегеҙ. Бөгөнгө тантанаға уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханында юғары һөҙөмтәләр күрһәткән, аҙаҡтан инде уңыштарға ирешкән ысын һөнәр эйәләрен саҡырҙыҡ. Мәҫәлән, был залда математика уҡытыусылары – Михаил Саханевич, Александр Столяров, технология уҡытыусыһы Валерий Шәрәфетдинов бар. Ошонда ултырғандар менән бер рәттән уларҙың исеме лә беҙҙең мәғарифтың алтын фондын тәшкил итә.
Республика етәксеһенең һүҙҙәренә ҡарағанда, һәр көн тырышып хеҙмәт күрһәткәндә генә юғары уңыштарға өлгәшә алабыҙ.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: быйыл Башҡортостанда 21 мәктәп һәм балалар баҡсаһы асыласаҡ, бындай йылдам эш тиҙлеге киләсәктә лә дауам итәсәк. Иҫке һәм туҙған мәктәптәр булмаһын, балалар уларҙа өшөп-ҡалтырап ултырмаһын – ҡыҫҡаһы, малай һәм ҡыҙҙарға белем алыу өсөн тейешле шарттар тыуҙырыу өсөн беҙҙә барыһы ла эшләнә.
– Мәғариф системаһының матди базаһын яҡшыртыу тураһында күп һөйләргә мөмкин, – тине Радий Хәбиров. – Шул уҡ милли проект сиктәрендә, тағы ла беҙ ҡабул иткән сентябрь указы нигеҙендә киң төҙөлөш алып барыласаҡ. Беҙ йыл да ауыл мәктәбендә эшләгән уҡытыусыларға 600 меңәр һум күләмендә 100 грант тапшырырға ҡарар иттек. Шулай уҡ олимпиадалар, конкурстар еңеүселәрен әҙерләгән һәм уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтихандары йомғаҡтары буйынса юғары һөҙөмтәләр күрһәткән уҡытыусыларға премия биреүҙе лә хәстәрләнек.
Радий Фәрит улы билдәләүенсә, маҡсат – Рәсәй мәғариф системаһында иң яҡшы тәүге бишәү исемлегенә инеү, ул сентябрь указында ла сағылыш тапҡан. Беҙҙең балалар конкурентҡа һәләтле булып үҫергә тейеш.
Оло трибунаға сығып, республика етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен еткереүселәр бихисап ине. Республикабыҙ сәскә атһын, сығарылыш класс уҡыусылары, ғөмүмән, барыһы ла иң-иңдәргә тиңләшһен, һәр беребеҙгә яҡшы уҡыусылар, беҙҙе аңлаған ата-әсәләр булһын, хатта әле иң яҡшы дәрес бирелмәгән тигән һәм башҡа төрлө фекерҙәр ишетелде.
Бүләкләнеүселәр араһында тыумышы менән Ишембай районының Арлар ауылынан булған һәм Һайран мәктәбен тамамлаған, әле Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының математика уҡытыусыһы Менәүрә Мәҡсүтованы күреү һөйөнөслө ине, ул “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Менәүрә Әбделхәй ҡыҙы белдереүенсә, бөтә һөнәрҙәр ҙә уҡытыусынан, ә уҡытыусы оҫталығы – Хоҙайҙан.
– Уҡытыусылыҡ – минең өсөн ижади ҡарашты талап иткән ауыр ҙа, яуаплы ла хеҙмәт, – ти Өфө ҡалаһындағы 111-се гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наилә Насирова. – Уҡытыусы булараҡ, беҙ илебеҙгә оло шәхес тәрбиәләйбеҙ. Уҡытыусылыҡ – үҙе бер сәнғәт, әҙәм балаһының күңеленә йырсы – моңло йырҙары, рәссам мөғжизәгә тиң һүрәте аша тәьҫир итһә, педагог бала күңеленә тылсымлы һүҙ аша мөрәжәғәт итә, иң үтемлеһе шул.