Был ғаилә өс балаһын да башҡорт рухлы итеп тәрбиәләй.
“Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 6 август һанында Ҡырмыҫҡалы районы уҡытыусыһы Ҡәҙриә Ғәйфуллинаның “Хәлүә!” тигәндән ауыҙҙа шәрбәт иремәй” тигән мәҡәләһе баҫылғайны. Унда уҡытыусының бөгөнгө статусы, йылдан-йыл хәл ителмәй килгән мәсьәләләр, шул уҡ ваҡытта хәҙерге заман мөғәллимдәренең ҡатмарлы хәлен яҡшыраҡ яҡҡа үҙгәртеү буйынса бик төплө фекерҙәр бар. Мәғариф өлкәһендә ябай булмаған шарттарҙа ла уҡытыусы һөнәренән башҡаһын күҙ алдына ла килтерә алмаған, бар булмышы менән үҙен мәктәпкә һәм балаларға бағышлаған, алдынғы педагогик эҙләнеүҙәр менән “ауырыған” уҡытыусылар бихисап бөгөн. Был яҙма уларҙың береһе тураһында.
Гөлсөм Монасипова (Байтурина) Әбйәлил районының йәмле Оло Ҡыҙыл буйында урынлашҡан Ишҡол ауылында колхозсы ғаиләһендә үҫә. Ауыл урта мәктәбен тамамлағас, Магнитогорск ҡалаһындағы педагогия училищеһында белем ала. Унан һуң Силәбе өлкәһенең Нуғайбәк районында башланғыс кластарҙа уҡыта, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай.
Юғары белемле йәш белгес башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып Учалы ҡалаһында хеҙмәт юлын дауам итә, һуңынан Красноусол ауылында “Башҡортостан мәҙәниәте”нән белем бирә.
Артабан ул һигеҙ йыл тирәһе “Красноусол” шифаханаһында реклама һәм мәғлүмәт бүлеге етәксеһе була, ундағы мәғлүмәт хеҙмәтенә нигеҙ һала. Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙының ошо өлкәләге тырышлығы шифахана абруйын Башҡортостан һәм Рәсәй күләмендә күтәреүҙә этәргес көс була, бында алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙән килеүселәр күпкә арта. Яҙмыш ҡушыуы буйынса уға ике йыл самаһы Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләргә лә насип була. Хеҙмәт географияһының төрлөлөгө тормош иптәшенең эшенә бәйле үҙгәреп тора. Уның ире ҡайҙа — ул да шунда.
БДУ-ны тамамлағандан һуң Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы ун өс йыл дауамында тәрбиә биреү эшендә бай тәжрибә туплай, иң мөһиме — уҡытыу эшен һәм кластан тыш эшмәкәрлекте туплау ысулдары билдәләнә. Ул үҙен ошо йылдарҙа оҫта белгес һәм ойоштороусы, һәләтле педагог, психолог, уҡыусылар һәм коллектив менән уртаҡ тел таба белгән кеше итеп күрһәтә.
Мәктәп директоры урынбаҫары булып эшләгән ваҡытта яңы алымдар индерә, класташтар менән осрашыу саралары үтә, “Йондоҙҙар парады”, шәфҡәт декадаһы, мәктәп тормошо телестудияһы эшләй башлай. Уҡыусыларҙың кейеменә, мәктәп ҡарамағындағы интернатта тәрбиә һәм ойоштороу эштәренә ҙур иғтибар бүленә. Шулай уҡ ул “КВН мәктәбе”н ойоштора һәм уны етәкләй. Был түңәрәк район күләмендә беренсе урынды яулай һәм “Тирә-яҡты һаҡлау” республика сатира һәм юмор фестивалендә “Еңеүгә ынтылыш” номинацияһында билдәләнә. “Мәктәп КВН-ы” түңәрәгендә тәрбиәләнгән ҡайһы бер уҡыусылар Өфөләге юғары уҡыу йорттары студенттары булып, унда КВН командаларын етәкләй, БЮТ каналында тапшырыу алып бара.
Гөлсөм Монасипова 2016 йылдан Өфөнөң 88-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын дауам итә. Бында ул аҙналыҡ-ун көнлөктәр, кисәләр, әҙәби ярыштар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса милли байрамдар үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша.
Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙының тырышлығы менән интернет селтәрендә “Башҡорт телен яратабыҙ! Башҡорт телен өйрәнәбеҙ!”, “Мин китап яратам” тигән төркөмдәр ойошторола. Был төркөмдәрҙә үҙ-ара һөйләшеү тик башҡорт телендә бара, халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен һәм тарихын белеү, һаҡлау, таратыу маҡсатында ныҡышмалы эштәр алып барыла.
Әйтеп кителгән өлкәләрҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн Гөлсөм Монасипова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Башҡарма комитетының, Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан республика халыҡ мәғарифы һәм фән профсоюздарының Октябрь районы (Өфө ҡалаһы) ойошмаһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә. Һөнәри ҡаҙаныштары һәм уҡытыусылыҡ оҫталығының юғары баҫҡысын яулағаны өсөн ул шул уҡ профсоюз ойошмаһы Президиумының Маҡтау грамотаһына лайыҡ була.
2017 йылда уны Өфө ҡалаһының Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейына башҡорт, рус телдәре һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы итеп эшкә саҡыралар. Ошо уҡ йылда “Башҡортостан Республикаһы баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” исемендәге профессиональ оҫталыҡ конкурсы еңеүсеһе тип таныла, шул уҡ исемдәге төбәк-ара конкурста финалға сыға.
2018 йылдың февраль айынан ул – Ғафури районы үҙәге Красноусолда башҡорт гимназия-интернаты директоры. 2018/19 уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса был гимназия-интернат “Ғафури районының иң яҡшы мәктәбе” тигән исемгә лайыҡ була һәм 100 мең һумлыҡ сертификат ала. Гимназияны тамамлағандарҙың 90 проценты Өфө, Һамар, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә.
Юғарыла өлгөлө педагогтың башҡорт телен уҡытыуҙа, уны һаҡлап ҡалыуҙа һәм яҡлауҙа профессиональ уңыштары тураһында әйтелде, ә инде уның кешелек сифаттары тағы ла нығыраҡ һоҡландыра. Гөлсөм биш йыл дауамында БДУ-ның студенттар тормошонда ҡайнап йәшәй, уҡыуҙа ла һыр бирмәй, төрлө конкурстарҙа урындар яулай. Ошо йылдарҙа үҙенең мөхәббәтен, уңған, алсаҡ, һөйкөмлө курсташы Рәшитте осрата, башҡаларға өлгө булырлыҡ ғаилә ҡороп, бәхетле ғүмер кисерәләр.
Бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, уңған өс бала үҫтереү, уларҙы ысын башҡорт рухында тәрбиәләү, “теле юҡтың иле юҡ” тигән фекерҙән тайпылмай, балаларында туған телгә ҡарата һөйөү уятыу, башҡортса матур итеп һөйләшеү һәләтенә ирешеү, әҙәпле һәм заманса белемле итеүгә күп әхлаҡи һәм физик көс түгеү — былар барыһы ла Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙының һәм уның тормош иптәше Рәшит Сәйетгәрәй улының (отставкалағы эске эштәр подполковнигы) кешелек ҡаһарманлығы булырлыҡ. Балалары Рәйсә – Башҡорт дәүләт университетын, ә Илһам Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған, Гөлшат — VIII класс уҡыусыһы.
Абруйлы уҡытыусыны хеҙмәттәштәре лә, уҡыусылары ла ихтирам итә, ярата, уға тартылып тора. Уҡыусылары, ҡайҙа ғына осратһа ла, уны ҡосаҡлап ала, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй, кис булһа, өйөнә тиклем оҙатып ҡуя. Ошондай иң яҡын туғандар, иптәштәр араһында ғына була торған мөнәсәбәт нигеҙендә Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙының һоҡланғыс кешелек сифаттары яталыр. Мөләйем, сабыр, киң ҡарашлы, әҙәпле, инсафлы, кеше йәнле булыуы, рухи донъяһының байлығы менән ул үҙенә тирә-яҡтағыларҙы ылыҡтыра.
Тәжрибәле белгес бер ваҡытта ла үҙ өҫтөндә эшләүҙән, белемен камиллаштырыуҙан туҡтамай. Әле ул – БДУ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы аспиранты. Киләсәктә ул фән юлында ғилми дәрәжә яулар, үҙен танытыр, тип ышанабыҙ.