Белем һәм тәрбиә
8 Октябрь 2019, 10:39

Уҡытыусыларҙан быйыл кем еңде?

Уҡытыусылар көнө алдынан Мәскәү ҡалаһында “Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы-2019” Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Беренсе турҙа конкурсанттар былтыр еңеү яулаған мөғәллим Алихан Динаевтың тыуған яғы – Чечен Республикаһында һынау тотто.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.“Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.
Уҡытыусылар көнө алдынан Мәскәү ҡалаһында “Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы-2019” Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Беренсе турҙа конкурсанттар былтыр еңеү яулаған мөғәллим Алихан Динаевтың тыуған яғы – Чечен Республикаһында һынау тотто.
Жюри составында яҡташтарыбыҙҙы күреү һөйөнөслө ине. Үткән йылдарҙағы Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары Эмма Сафиуллина һәм Лимма Сержанина Мәскәү дәүләт университеты ректоры Виктор Садовничий менән бер рәттән конкурсанттарҙы баһаланы.
Әйткәндәй, мәртәбәле бәйгелә Өфө ҡалаһының 47-се лицейынан иҡтисад уҡытыусыһы Ирина Хисмәтуллина ҡатнашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ирина Ғәли ҡыҙы былтыр республикабыҙҙа уҙған уҡытыусылар бәйгеһендә абсолют еңеүсе булып, уға Башҡортостан исеменән сығыш яһау хоҡуғы бирелде.
Бүләкләү Кремлдә үтте. Рәсәйҙең мәғариф министры Ольга Васильева Волгоград ҡалаһынан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лариса Арачишвилиҙы еңеүе менән ҡотланы.
Читайте нас